Диңгеҙ һөтимәрҙәре
Диңгеҙ һөтимәрҙәре — һыу һәм һыу-ҡоро (ярым һыу) мөхитендә йәшәүсе һөтимәрҙәрҙең йыйылма төркөмө. Быларға тулыһынса һыуҙа йәшәүсе имеҙеүсе хайуандар (улар бер ваҡытта ла ҡоро ергә сыҡмай) һәм тереклек итеүҙәренең күпмелер ваҡытын һыуҙа үткәреүсе имеҙеүселәр инә.
Диңгеҙ һөтимәрҙәре | |
Ҡайҙа өйрәнелә | marine mammalogy[d] |
---|---|
Өлөшләтә тура килә | водные млекопитающие[d] |
Ҡапма-ҡаршыһы | сухопутное млекопитающее[d] |
Диңгеҙ һөтимәрҙәре Викимилектә |
Һөтимәрҙәр систематикаһының бик күп вәкилдәре был төркөмгә инә: сирена, кит һымаҡтар, ишкәк тәпәйлеләр — ҡолаҡлы тюлень, ысын тюлень, морждар.
Шулай уҡ был төркөмгә һыуһар һымаҡтар ғәиләһенән (куньи) калан һәм диңгеҙ ҡамаһы һәм айыу һымаҡтар ғәиләһенән аҡ айыу инә[1]. Диңгеҙ һөтимәрҙәренә 128-гә яҡын төр ҡарай, был, дөйөм алғанда, һөтимәрҙәрҙең 2,7 %-ын, тәшкил итә.
Сығышы
үҙгәртергәДиңгеҙ һөтимәрҙәре — ҡоро ер хайуандарынан килеп сыҡҡан. Улар ҡасандыр үҙҙәренең эволюцион үҫеш этабында яңынан һыу мөхитендә тереклек итеүгә яраҡлашҡандар.
Сирена һәм кит һымаҡ хайуандар барлыҡҡа килеүе эоцен осорона тура килә. Уларҙың боронғо ата-бабалары афротериҙар ( сиренаның) һәм ҡуш тояҡлылар (кит һымаҡтарҙың ) [2] булған.
Артабан кит һымаҡтар эоцен һәм олигоцен сиктәрендә мыйыҡлы һәм тешле киттарға айырылып киткән.
Эоцен аҙағында кит һымаҡтарҙың һәм сиреналарҙың артҡы тәпәйҙәре тулыһынса юҡҡа сыҡҡан (атрофияланған). Улар һыуҙа ҡойроҡ йөҙгөсө һәм ишкәктәргә әүерелгән бер пар алғы ослоҡтары ярҙамында йөҙә. Улар тулыһынса һыуҙа йәшәп туҡланырлыҡ, ишетерлек һәм үрсерлек булып үҫешкән .
Был эволюция диңгеҙ һыуы бик йылы һәм аҙыҡҡа бай осорҙа барған. Сиреналарҙың, томшоҡлолар менән бер рәттән, туғандаш булған тағы бер отряды бар, улар шулай уҡ Tethyteria кладаһына— десмостилияға ҡарай.
Диңгеҙ һөтимәрҙәре төркөмөнә индерелгән был хайуандар олигоцен башынан алып миоцен аҙағына тиклем йәшәгән. Улар тураһында Тымыҡ океандың төньяҡ өлөшөндәге табылдыҡтары буйынса билдәлеләр.
Уларҙың теш туҡымаларындағы углерод һәм кислородҡа изотоплы анализ яһау, был десмостилийҙарҙың рационы хәҙерге замандың ламантиндар рационын хәтерләтеүе асыҡлана:рациондары сөсө һыуҙа һәм диңгеҙ һыуында үҫкән ылымыҡтарҙан тора[3].
Ишкәк тәпәйле диңгеҙ хайуандары боронғо йыртҡыстарҙан, сирена һәм кит һымаҡтарға ҡарағанда яҡынса 20 миллион йыл һуңыраҡ эволюцион үҙгәрештәргә дусар булғандар .[2].
Был төркөмдәге иң тәүге вәкил булып эналиаркт тора. Ул һуңғы олицендағы Орегон ултырмалары аша билдәле.
Хәҙерге замандағы ишкәк тәпәйлеләргә туғанлыҡтары бик яҡын булған төркөмдәр — Pteronarctos һәм Pacificotaria — улар миоцен урталарында барлыҡҡа килгән. Был хайуандарҙың күҙҙәре янындағы һөйәк төҙөлөшө үҙенсәлеге ишкәк тәпәйлеләрҙеке кеүек.[4]
Талассокнус (Thalassocnus) — йәшәү рәүешен һыуҙа һәм ерҙә алып барған был ленивецтар (ялҡауҙар) Көньяҡ Америкала плиоцен ваҡытында йәшәгән.
Ниһайәт, һыуһарҙар вәкилдәре һәм айыу һымаҡтар диңгеҙ һөтимәрҙәре араһында сағыштырмаса яңыраҡ барлыҡҡа килгән һәм палеонтологик табылдыҡтар буйынса ғына билдәлеләр.
Уларҙы таныу мәсьәләһе бик ҡатмарлы, сөнки палеонтология табылдыҡтары уларҙы бары тик ырыу-төркөмгә (род) индереп кенә классификация бирә[3]. Enhydraта төрө, хәҙерге калан (ҡамсат), күрәһең, плейстоценда, 1-3 млн йыл элек формалаша башлаған; ҡама төрөнән тағы ла ике диңгеҙ ҡамаһы төрө килеп сыҡҡан, әммә улар вәкилдәре беҙҙең көндәргә тиклем килеп етмәгән.
Аҡ айыуҙың һоро айыуҙан (Ursus arctos, әлеге ваҡытта уларҙы уңышлы гибридлаштырырға мөмкин) айырылыуы — 4-5 мллион йыл элек йәки 600 мең йыл элек булған, ә геном анализы бынан да күп йылды күрһәтә — 160 мең йыл самаһы элек. Палеонтологик табылдыҡтар, аҡ айыу һалҡын арктика диңгеҙенә бынан 110 мең йыл элек яраҡлашҡан, тип раҫлай[5].
Был полифилет төркөмдәгеләрҙең морфологик оҡшашлыҡтары, улар конвергент һәм параллель эволюция арҡаһында барлыҡҡа килгән, тигәнде аңлата[2].
Диңгеҙ һөтимәрҙәренең яраҡлашыу (адаптация) үҙгәрештәре уларҙың һыуҙа һәм һыу менән ерҙә бер тигеҙ йәшәүе арҡаһында килеп сыҡҡан, шуның һөҙөмтәһендә уларҙың тәне орсоҡ формалы булып үҙгәргән, ә артҡы аяҡтары юғалған (сирена һәм китҡа оҡшаштарҙың), йәки һыуҙа хәрәкәт итеү өсөн ишкәк формалыға әйләнгән.
Аҡ айыу һәм ҡамаларҙың морфологик үҙгәрештәре юғарыла әйткәндәгенән аҙыраҡ, улар ҡоро ерҙә тормош күргән туғандарын бик ныҡ хәтерләтә[6].
Диңгеҙ һөтимәрҙәренең систематикаһы
үҙгәртергә(по книге Marine Mammals of the World, 1993)[7]
128 яҡын төр һөтимәрҙәр Хәҙерге ваҡытта диңгеҙҙә йәшәгән төрлө 128 һөтимәрҙәре биш төркөмгә түбәндәгесә бүленә[7][8].
- Отряд Sirenia: сирена
- ғаилә Trichechidae: ламантин (3 төр)
- ғаилә Dugongidae: дюгонь (1 төр)
- Отряд Cetacea: кит һымаҡтар
- подотряд Mysticeti: мыйыҡлы киттар (15-се йәки 14-се төрө)
- подотряд Odontoceti: тешле киттар (яҡынса 73 төр)
- Отряд Carnivora: йыртҡыстар
- монофилетик төркөмө ишкәк тәпәйлеләр
- ғаилә Phocidae: хәҙерге тюлень (20-гә яҡын төр)
- ғаилә Otariidae: ҡолаҡса тюлень (16-ға яҡын төрө)
- ғаилә Odobenidae: морж кеүектәр (1 төр)
- ғаилә Mustelidae: һыуһар
- ҡамсат (калан) (Enhydra lutris)
- диңгеҙ бесәйе-ҡама (выдра)(Lontra felina)
- ғаилә Ursidae: айыу
- аҡ айыу (Ursus maritimus)
- монофилетик төркөмө ишкәк тәпәйлеләр
Элек йыш ҡына ишкәк аяҡлыларҙы айырым Pinnipedia отрядына индергәндәр. Хәҙерге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан ике диңгеҙ һөтимәрҙәре төрө:
- Desmostylia отряды (десмостилия, иртә олигоцен — һуңғы миоцен)[3]
- һәм ырыу Thalassocnus (талассокнус, плиоцен)[3].
-
Америка ламантины. Сиреналар отряды
-
Горбач. Кит һымаҡтар отряды
-
Калифорния диңгеҙ арыҫланы, ҡолаҡса тюлень ғаиләһе
-
Ҡамсат. Һыуһарҙар ғаиләһе
-
Аҡ айыу, айыу ғаиләһе
Таралыуы
үҙгәртергәДиңгеҙ һөтимәр хайуандары ҙүр булғанлыҡтан быуаттар дауамында үҙҙәренә кешеләрҙең иғтибарын ныҡ йәлеп итеп торған. Әммә улар йәшәгән ерҙәргә кеше аяғы бик тейеп бармағанлыҡтан, шулай уҡ уларҙы бик тиҙ генә ҙур арауыҡта табып булмағанлыҡтан, һунар объекты булмайынса, яҡшы һаҡланып ҡалған.
Шуға ҡарамаҫтан диңгеҙ һөтимәрҙәре бер нисә төр кеше эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә юҡҡа сығып бара. Бында, тюлень кариб тюлень-монахтан тыш, стеллер һыйыры, япон диңгеҙе арыҫланы, ҡытай йылға дельфины, бәләкәй һәм атлантик һоро киттарҙың — robustus Eschrichtius gibbosus — популяцияһы юҡҡа сығарылған тиерлек.
Был бигерәк тә Тымыҡ океан төньяғында, Охот диңгеҙе, Көньяҡта Корея ярымутрауында[9]күҙәтелә. 1800 йылда йәнлек тиреһе өсөн һунарсылар диңгеҙ шәшкеһен (macrodon Neovison) ҡырып бөтөргән[10].
Бындай хәүеф янаған хәлдә диңгеҙ тюлень-монахы (зат һаны 1000-дән кәм) һәм калифорния диңгеҙ сусҡалары тора. Улар балыҡсылар ауында сырмалып һәләк булып бөтөп бара.
Ҙур һыҙатлы киттар ҙа хәүеф аҫтында тора, уларҙың популяцияһы бик аҡрын һәм оҙаҡ йылдар дауамында бара[9]. Дөйөм алғанда, төрлө баһалар буйынса, XXI быуаттың тәүге ун йыллығы аҙағында диңгеҙ һөтимәрҙәренең 23 %-61%-на хәүеф янай[11].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ҡалып:Книга:Жизнь животных. Млекопитающие
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Foote, A. D., et al. Convergent evolution of the genomes of marine mammals // Nature Genetics. — 2015. — Vol. 47. — P. 272—275. — DOI:10.1038/ng.3198
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Uhen, M. D. Evolution of Marine Mammals: Back to the Sea After 300 Million Years // The Anatomical Record. — 2007. — Vol. 290. — P. 514—522. — DOI:10.1002/ar.20545
- ↑ Berta, Sumich & Kovacs, 2015, pp. 41—43
- ↑ Berta, Sumich & Kovacs, 2015, pp. 119—123
- ↑ Marine Mammals of the World, 1993, p. 1
- ↑ 7,0 7,1 Marine Mammals of the World, 1993, p. 2
- ↑ Полная иллюстрированная энциклопедия. «Млекопитающие» Кн. 2 = The New Encyclopedia of Mammals / под ред. Д. Макдональда. — М.: Омега, 2007. — С. 504. — 3000 экз. — ISBN 978-5-465-01346-8.
- ↑ 9,0 9,1 Duffield, D. A. Extinctions, Specific // Encyclopedia of Marine Mammals / W. F. Perrin, B. Würsig, and J. G. M. Thewissen (Eds.). — 2nd Edition. — Rome: Academic Press, 2009. — P. 402—404. — ISBN 978-0-12-373553-9.
- ↑ Berta, Sumich & Kovacs, 2015, p. 119
- ↑ Schipper, J., et al. The Status of the World’s Land and Marine Mammals: Diversity, Threat, and Knowledge // Science. — 2008. — Vol. 322. — P. 227. — DOI:10.1126/science.1165115
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Berta, A., Sumich, J. L., and Kovacs, K. M. Marine Mammals: Evolutionary Biology. — 3nd Ed. — Academic Press, 2015. — ISBN 978-0-12-397002-2.
- Jefferson, T. A., Leatherwood, S., and Webber, M. A. Marine Mammals of the World. — Rome: United Nations Environment Programme, Food and Agriculture Organization of the United Nations, 1993. — ISBN 92-5-103292-0.
- Perrin, W. F., Würsig, B., and Thewissen, J. G. M. Encyclopedia of Marine Mammals. — 2nd Edition. — Rome: Academic Press, 2009. — ISBN 978-0-12-373553-9.