Девликамов Владимир Владимирович

Девликамов Владимир Владимирович (28 июль 1923 йыл — 8 март 1987 йыл) — тау инженеры. совет ғалимы, нефть ятҡылыҡтары өлкәһендә эшкәртеү һәм эксплуатациялау белгесе; педагог. Техник фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1983). БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1973), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1973), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1].

Девликамов Владимир Владимирович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 28 июль 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Воскресенск, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 8 март 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (63 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Венаны алған өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы ВДНХ-ның алтын миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Владимир Владимирович Девликамов 1923 йылдың 28 июлендә Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Воскресенск ауылында хеҙмәткәр ғаиләһендә[1] тыуған.

1941 йылда И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтына уҡырға инә; 1942 йылда фронтҡа алына. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы; 1946 йылда Мәскәү нефть институтында уҡыуын дауам итә; 1951 йылда әлеге институттың тау-нефть факультетын отличие менән тамамлай, һөнәре — тау инженеры; 1951—1954 йылдарҙа Мәскәү нефть институты янындағы аспирантураға уҡый. 1954 йылдың 28 июнендә «техник фәндәре кандидаты» дәрәжәһенә лайыҡ була; 1954 йылда Өфө нефть институтының «нефть ятҡылыҡтарын эксплуатациялау» кафедраһының өлкән уҡытыусыһы; 19551987 йылдарҙа Өфө нефть институты «Нефть ятҡылыҡтарын эксплуатациялау» кафедраһы мөдире (хәҙер — «нефть һәм газ һәм нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм эксплуатациялау»); 19571959 йылдарҙа ӨНИ-нең тау-нефть факультеты деканы; 1959 йылдың 8 апрелендә «Нефть ятҡылыҡтарын эксплуатациялау» кафедраһы буйынса «доцент» ғалим исеме бирелде ; 1959—1964 йылдарҙа Өфө нефть инcтитутының ғилми эштәр буйынса проректоры; 1969 йылда : тема нефть ҡатламдары үҙенсәлектәрен өйрәнеү буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай; 1971 йылдың 2 апрелендә «техник фәндәр докторы» ғалим дәрәжәһе бирелә; 1971 йылдың 15 октябрендә «Нефть ятҡылыҡтарын эксплуатациялау» кафедраһы буйынса «профессор» исеме бирелә.

230-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы[1].

1987 йылдың 8 мартында Өфөлә вафат була.

Фәнни һәм педагогик эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Профессор В. В. Девликамов — төрлө шарттарҙа ҡатламлы нефттәрҙе өйрәнеүгә нигеҙ һалыусы. Уның ҡатнашлығында институт лабораторияһы уҡытыу һәм фәнни ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Уның етәкселегендә нефттәрҙең структур механик һәм реологик үҙенсәлектәрен тикшереү ҡулайламаһы уйлап табыла, донъя кимәлендәге уның аналогтары юҡ. Владимир Владимирович һәм уның уҡыусылары эксперименталь һәм теоретик тикшеренеүҙәр ярҙамында нефть ятҡылыҡтарын эшкәрткәндә ҡатлам шыйыҡлыҡтары торошон өйрәнәләр.

В. В. Девликамов Өфө нефть институтының ЭНМ кафедраһын утыҙ йыл дауамында етәкләне: ошо йылдар эсендә кафедра СССР юғары йорттары араһында иң алдынғыһы булды. Оҙайлы ваҡыт ул Волга буйы Юғары уҡыу йорттары советының Эксперт комиссияһы һәм «Нефтсе» Башҡорт ғилми-техник йәмғиәте Идаралығы ағзаһы була. Үҙ һөнәре буйынса илдә иң абруйлы белгестәрҙең береһе булып тораған профессор бер үк ваҡытта иҫ киткес педагог булды. Ул аспиранттар менән эште әүҙемләштерә, кафедра составын яңы кадрҙар менән тулыландыра. Эҙмә-эҙлекле рәүештә студенттарҙы һәм уҡытыусыларҙы нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм эксплуатациялау өлкәһендә киң тикшеренеүҙәргә йәлеп итеү эшен алып бара. Студенттар уны көслө лектор булараҡ та билдәләйҙәр.

Профессор В. В. Девликамов — 240-тан ашыу ғилми эштең авторы. Уның етәкселегендә 30-ҙан ашыу кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялар әҙерләнә һәм яҡлана. Девликамовтың уҡыусылары араһында иң билдәлеләре — «БашНИПИнефть» институты директоры (1984—1998) ӨДНТУ-ның «Разработка и эксплуатация газовых и газоконденсатных месторождений» кафедраһы мөдире профессор Хәбибуллин Зайтуляк Әмир улы(1989—1999). Өфө нефть институты аспирантураһында уҡыған күп кенә юғары квалификациялы белгестәр етәксе вазифаларҙа «Башнефть», «Татнефть», ЛУКОЙЛ, ТНК нефть компанияларында эшләйҙәр, Рәсәйҙең алдынғы юғары йорттарында уҡыталар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Ленин ордены[2] (1971)
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены;[3](1985)
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[4](1945)
«Маҡтаулы хеҙмәт өсөн. В. И. Лениндың 100 йыллығы иҫтәлегенә»[5]
(1970) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[6](1945)
«Венаны алған өсөн» миҙалы[7] (1945)
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы[8](1984)
«РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре» маҡтаулы исеме[9](1983)
СССР ВДНХ-һының өс алтын миҙалы — «СССР халыҡ хужалығындағы уңыштары өсөн»
«БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе» маҡтаулы исеме[10](1973)
«СССР-ҙың почетлы нефтсеһе» маҡтаулы исеме (1973)
«СССР уйлап табыусыһы» күкрәк билдәһе (1987)
БАССР Юғары Советы Президиумының ике почет грамотаһы (1961, 1968)
«СССР-ҙың юғары белем биреү өлкәһендә ҙур уңыштары өсөн» махсус билдәһе
«Спортсы-парашютсы» күкрәк билдәһе.

Иң билдәле ғилми хеҙмәттәр исемлеге

үҙгәртергә

В. В. Девликамов, Г. Н. Суханов, Д. Д. Бульчук. К вопросу о методике исследования влияния электроосмоса на фильтрацию через горные породы. — Уфа: Башкнигоиздат, 1960. В. В. Девликамов, И. М. Дунюшкин, Р. Г. Шагиев. Фотоколориметрия нефтей Манчаровской группы нефтяных месторождений НПУ «Чекмагушнефть» // Нефть и газ. — № 5. — 1964. В. В. Девликамов, Г. А. Бабалян. Физика пласта — важная отрасль нефтяной науки // Нефтяное хозяйство. — № 8. — 1965.
В. В. Девликамов. Закономерности изменения коэффициента светопоглощения нефти в пластах угленосной толщи Манчаровской группы нефтяных месторождений // Нефть и газ. — № 10. — 1965.
В. В. Девликамов, И. Л. Мархасин, Э. А. Гуманова. К вопросу о методике фотоколориметрии нефтей // Нефть и газ. — № 4. —1966.
В. В. Девликамов. Фотоколориметрические исследования нефтей в инфракрасных лучах // Нефть и газ. — № 5. — 1967.
В. В. Девликамов. О структурной вязкости нефтей // Нефть и газ. — № 11. — 1967.
В. В. Девликамов, З. А. Хабибуллин. Структурно-механические свойства нефтей некоторых месторождений Башкирии // Нефтяное хозяйство. — № 10. — 1968.
В. В. Девликамов, З. А. Хабибуллин. Реологические свойства нефтей, содержащих растворенный азот // Нефтяное хозяйство. — № 12. — 1969.
В. В. Девликамов, И. Л. Мархасин, Г. А. Бабалян. Оптические методы контроля за разработкой нефтяных месторождений. — М.: Недра, 1970.
В. В. Девликамов, С. Л. Олифер и др. Интенсификация работы глубиннонасосных скважин. — Уфа: Башкнигоиздат, 1970.
В. В. Девликамов, З. А. Хабибуллин. Оценка градиента динамического давления сдвига пластовой нефти // Нефтяное хозяйство. — № 6. — 1972.
В. В. Девликамов, З. А. Хабибуллин, В. Г. Кабиров. Исследование аномалии вязкости пластовых нефтей месторождений Башкирии // Нефть и газ. — № 8. — 1972.
В. В. Девликамов, Т. Ф. Салимгареев. О тиксотропности пластовой нефти // Нефть и газ. — № 9. —1973.
В. В. Девликамов, З. А. Хабибуллин, М. М. Кабиров. Аномальные нефти. — М.: Недра, 1975.
В. В. Девликамов, М. К. Рогачев. Влияние ПАВ на реологические свойства нефти // Нефтяное хозяйство. — № 7. — 1976.
В. В. Девликамов, З. А. Хабибуллин, И. М. Амерханов. Расчет фильтрационных характеристик аномально-вязких нефтей месторождений карбона в Татарии // Нефтяное хозяйство. — № 11. — 1976.
В. В. Девликамов, Н. Н. Репин, О. М. Юсупов, А. И. Дьячук. Технология механизированной добычи нефти. — М.: Недра, 1976.
В. В. Девликамов, З. А. Хабибуллин, М. К. Рогачев. Аппаратура и методика исследования реологических свойств аномально-вязких пластовых нефтей: РД 39-11-02-77. 1978.
В. В. Девликамов, М. М. Кабиров, Ю. В. Зейгман. Оценка эффективности применения ПАВ при разработке залежей асфальтеносодержащих нефтей // Нефтяное хозяйство. — № 5. — 1979.

  • Доктора наук, профессора УГНТУ / Сост. А. И. Спивак. — М.: Недра, 1997;
  • Уфимский государственный нефтяной технический университет (К 50-летию УГНТУ) / Сост. А. И. Спивак; под ред. А. М. Шаммазова. — М.: Недра, 1998;
  • Дела и люда Уфимского нефтяного. Летопись / Под общ. ред. А. М. Шаммазова. — Уфа: Инеш, 2008.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Девликамов Владимир Владимирович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 10.08.1971 г.;
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 11.03.1985 г
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 15.04.1945 г.
  5. Награждён Указом Президиума Верховного Совета СССР, 1970 г.
  6. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 9.05.1945 г.
  7. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 9.06.1945 г.
  8. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 27.12.1984 г.
  9. Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 14.09.1983 г.
  10. Указ Президиума Верховного Совета БАССР от 21.12.1973 г.

Һылтанмалар

үҙгәртергә