Викидатала элемент юҡ

Гөлназ — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарында ҡатын-ҡыҙ исеме.

Этимология

үҙгәртергә

Гөлназ башҡорт теленә фарсы теленән ингән, гөл+наз, гөлдәй наҙлы; гөл кеүек наҙлы[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Ҡотоева Гөлназ Мират ҡыҙы (1 ғинуар 1974 йыл) — шағир, журналист, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2006)

Галина Гөлназ Салауат ҡыҙы (3 февраль 1961 йыл) — ғалим-музыка белгесе, педагог‑методист. 1984 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, бер үк ваҡытта 19982014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Рәсәй Федерацияһының (1997) Композиторҙар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2018).

Ғөбәйҙуллина Гөлназ Радик ҡыҙы (14 февраль 1992 йыл) — бишалыш менән шөғөлләнеүсе Рәсәй спортсыһы, Рио-де-Жанейро олимпиадаһында Рәсәй вәкиле, заманса бишалыш буйынса донъя чемпионы (2017).

Ҡолһарина Гөлназ Фәрит ҡыҙы — тележурналист, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Тамыр» балалар телеканалы директоры, Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.

Асаева Гөлназ Рөстәм ҡыҙы (2 июнь 1998 йыл)башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы.

Сотникова Гөлназ Ивановна (21 сентябрь 1967 йыл) — Рәсәй эшҡыуары, йәмәғәт эшмәкәре, «Вертэкс» АЙ холдингы президенты (1990 йылдан), Мәскәү һәм бөтә Русь патриархы Алексий II тарафынан ойошторолған Рәсәй Килешеү һәм Татыулыҡ хәйриә фонды президенты (1997 йылдан), М. В. Ломоносов исемендәге МДУ-ның Классик пансионы президенты (1997 йылдан)[2][3][4]. Рәсәйҙә хәйриәлек һәм меценатлыҡ барлыҡҡа килеүҙә ҙур роль уйнай. Рәсәй православие сиркәүенең I дәрәжә Изге равноапостольная княгиня Ольга I (1999 йыл), II дәрәжә Изге благоверный кенәз Даниил Московский (2003 йыл) ордендары менән бүләкләнгән. Рәсәй һәм халыҡ-ара жюри тарафынан ике тапҡыр «Йыл ҡатын-ҡыҙы» (1995,1999) тип таныла[5]. Бер нисә мәҙәни программаһы өсөн «Леди инициатива» тигән почетлы титул ала[6][7].

Әбүбәкерова Гөлназ Әхмәт ҡыҙы (18 ғинуар 1996 йыл) — Рәсәй шашкасыһы, урыҫ һәм халыҡ-ара шашка буйынса махсуслашҡан. Рәсәй һәм Европа беренселегенең күп тапҡырҙар еңеүсеһе. Спорт мастерлығына кандидат. Халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы (2004)[8].

Әхмәҙиева Гөлназ Ғафир ҡыҙы (6 апрель 1960 йыл) — педагог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2000).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ