Асаева Гөлназ Рөстәм ҡыҙы
Асаева Гөлназ Рөстәм ҡыҙы (2 июнь 1998 йыл) ― Башҡортостандың эстрада йырсыһы.
Асаева Гөлназ Рөстәм ҡыҙы | |
Биографияһы
үҙгәртергәГөлназ Рөстәм ҡыҙы Асаева 1998 йылдың 2 июнендә Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. Атаһы ― Башҡортостандың (2021) һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Асаев. Уның менән айырылышҡандан һуң, ҡыҙҙың әсәһе — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы йырсы Лилиә Биктимерова артабанғы яҙмышын Башҡортостандың халыҡ артисы шулай уҡ йырсы Фәдис Ғәниев менән бәйләй, һәм ҡыҙ ошо ғаиләлә үҫеп, буй еткерә. 2015 йылда уның энеһе Кәрим тыуа.
14 йәшендә Гөлназ үҙен йыр ижадына етди бағышларға була. Бер нисә йыл эсендә генә иҫ киткес вокалы ҡыҙ булған ғәжәйеп уңыштарға өлгәшә. Ул башҡорт һәм татар телдәрендә йырлай.
Йыш ҡына Фәдис Ғаниев, Айгөл Закирова, Алина Ғәҙелшина һәм Рөстәм Асаев кеүек танылған артистар менән бергә сығыш яһай. Уның йырҙарын йәштәр ҙә, өлкәндәр лә тыңлай, концерттарында зал һәр ваҡыт туп-тулы була.
Гөлназ ислам динен тота, тәмәке тартыуға һәм алкоголь ҡулланыуға бик кире ҡарай, сәләмәт йәшәү рәуеше алып барыуҙы өҫтөн күрә.
Шәхси тормошо
үҙгәртергәБер ваҡыт матбуғатта Гөлназдың йырсы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) менән етди мөнәсәбәттәре булыуы тураһында хәбәрҙәр булды. 2017 йылдың мартында, соло концерттарының береһендә Гөлназ Элвин Грей янына сәхнәгә менде, уға ҙур роза букеты бүләк итеп, тексында кейәүгә сығыу тураһында әйтелгән йыр йырланы. Бынан һуң журналистар артистар туйға әҙерләнә имеш тигән уйҙырма мәғлүмәт таратты. Бик тиҙҙән Гөлназ быны кире ҡаҡты һәм, уның йәшендә кейәүгә сығыу тураһында бер генә һүҙ ҙә лә була алмай, тип белдерҙе.
2020 йылдың 18 июлендә Гөлназдың йырсы Вилли (Вилдан Шәмсетдинов) менән никахы булды[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Бүген Гөлназ Асаеваның никахы!. Шәһри Казан, 18.07.2020
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Гульназ Асаева. Биография. // Наши артисты.