Гәрәев Рафаил Закир улы

(Гәрәев Рафаил Зәкир улы битенән йүнәлтелде)

Гәрәев Рафаил Закир улы (15 сентябрь 1930 йыл, Кесе Шаҙы ауылы Мишкә районы Башҡорт АССР-ы — 11 ғинуар 2010 йыл, Өфө, Башҡортостан, Рәсәй) — 21-се төҙөлөш тресының ташсылар бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Гәрәев Рафаил Закир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 сентябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Вафат булған көнө 11 ғинуар 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Хеҙмәт эшмәкәрлеген колхозда башлай. 1949 йылда фабрика-завод мәктәбен тамамлағандан һуң 21-се төҙөлөш тресында ташсы булып эшләй.

1960 йылдан ПМК-95 ташсылар бригадиры вазифаһында эшләй. Уның әүҙем ҡатнашлығында күп кенә торлаҡ йорттар, шулай уҡ йылылыҡ энергетикаһы һәм нефтехимия, ОАО «Өфөнефтехим», «Өфөоргсинтез», Өфө ТЭЦ-3, Өфө ТЭЦ-4 кеүек мөһим объекттар файҙаланыуға тапшырыла. Благовещен ҡалаһында сөй һәм арматура заводтары, Башбиохимкомбинат төҙөлә. Гәрәев етәкселеге аҫтында Турбаҫлы ҡошсолоҡ фабрикаһы төҙөлә, шулай уҡ күп социаль-мәҙәни һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге объекттар Илеш, Благовещен, Өфө, Асҡын райондарында ҡорола.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

үҙгәртергә
  • 1971 йылда уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
  • Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, «Почёт билдәһе», миҙалдар менән наградлана
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Өфө ҡалаһының Хеҙмәт Даны китабына индерелә.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • В. С. Смирнов. Гараев, Рафаил Закирович. Сайт «Герои страны».