Григорьев Юрий Григорьевич

Григорьев Юрий Григорьевич (14 август 1925 — 6 апрель 2021) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, медицина фәндәре докторы, профессор, СССР Дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының электротехник фәндәр академияһының почетлы академигы[1]. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Григорьев Юрий Григорьевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 14 август 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Харьков, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 6 апрель 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (95 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Ядро нурланышы һәм электромагнит ҡырҙары тәьҫиренә бәйле уникаль тәжрибәләр ойоштороусы; радиобиология мәктәбенә нигеҙ һалыусы, совет атом бомбаһын эшләү проектында ҡатнашыусыларҙың береһе; Биомедицина проблемалары институтына һәм радиоактив изотоптар менән нурланышлы яман шеш ауырыуҙарын дауалаусы беренсе совет клиникаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 19 монография авторы, уның тарафынан ионлаштырыу һәм ионлаштырыусы булмаған нурланыш, гигиена һәм экстремаль физиология радиобиологияһы өлкәһендә милли мәктәп булдырылған.

Биографияһы

үҙгәртергә
  Тышҡы һүрәттәр
  Фотография Ю. Г. Григорьева
  Благодарственное письмо от маршала К. К. Рокоссовского
  Фотография после окончания академии

1925 йылдың 14 авгусында Харьков ҡалаһында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған: атаһы — Григорий Алексеевич институтта лекциялар уҡый, әсәһе — Антонина Дометьевна мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта[2]. Юрийға һигеҙ йәш тулғас ғаилә Мәскәүгә күсенә.

Киске мәктәпте тамамлағас электромонтер булып эшләй. 1942 йылдың ноябрендә үҙ теләге менән Бөйөк Ватан һуғышы фронтына яҙылырға килә. Юрийҙы Киев хәрби-медицина училищеһына (хәҙерге П. И. Гаврось исемендәге Киев медицина колледжы) уҡырға ебәрәләр[3], ул Свердловск ҡалаһында эвакуацияла була. 1943 йылда хәрби фельдшер итеп алғы һыҙыҡҡа ебәрәләр.

Белоруссияны һәм Минск ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Хәрби-медицина академияһының (хәҙер С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы) Ленинградҡа ҡайтыуы һәм унда уҡыусыларҙы, шул иҫәптән 40 кеше фронттан ҡабул итеү тураһында бойороҡ сыҡҡандан һуң, Юрий Григорьевич 1944 йылда академияға ҡабул ителә.

1949 йылда, Академияны тамамлағандан һуң, СССР Медицина фәндәре академияһының биофизика институтына (һуңыраҡ СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының биофизика институты) ебәрелә һәм атом ҡоралын эшләү буйынса дәүләт программаһында эшләй башлай. 1953—1954 йылдарҙа СССР Оборона министрлығының 12-се ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, хәрби ғәмәли проблемаларҙы хәл итә. 1954 йылда тәүге тапҡыр радиация тәьҫирендә кеше мейеһенең ҙур ярымшары ҡабығында функциональ беренсел үҙгәрештәр тураһындағы материалдарҙы баҫтырып сығара (тикшеренеүҙәр профессор М. Н. Ливанов етәкселегендә үткәрелә). Григорьев кеше нервы системаһының ионлаштырыусы нурланышҡа реакцияһы тураһында СССР-ҙа һәм сит илдәрҙә беренсе монография яҙа (1958).

1964 йылда Я. Г. Григорьевич СССР Фәндәр академияһының медик-биологик проблемалар институтын ойоштороуҙа ҡатнаша (хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһының медицик-биологик проблемалары институты) һәм унда космос радиобиологияһы, космонавтар өсөн гигиена регламентын эшләү мәсьәләләрен тикшереү менән етәкселек итә, идара ителеүсе йыһанға осоштарҙың радиация хәүефһеҙлеге буйынса Дәүләт хеҙмәтен ойоштора. 1977 йылда СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Биофизика институтына (хәҙер Рәсәй федераль медик-биологик агентлығының А. И. Бурназян исемендәге Федераль медицина биофизик үҙәге) ҡайта, унда ионлаштырылмаған нурланыштың биологик тәьҫирен тикшереү менән етәкселек итә. Уның етәкселегендә 60-тан ашыу кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһы яҡланған.

1986 йылдың апрель-май айҙарында Юрий Григорьевич Чернобыль АЭС-ындағы аварияны бөтөрөүҙә ҡатнаша, һуңынан 6-сы Мәскәү дауаханаһында авария ҡорбандарын ҡабул итә. Шулай уҡ Чернобылдә Хөкүмәт комиссияһы ағзаһы була. Оҙаҡ йылдар Рәсәй ионлаштырыуһыҙ нурланыштан һаҡланыу буйынса Милли комитет рәйесе була, Рәсәй Фәндәр академияһының радиобиология буйынса ғилми советы бюроһы ағзаһы, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының «Электромагнит ҡырҙар һәм һаулыҡ һаҡлау» халыҡ-ара программаһы буйынса ғилми-консультатив комитетының, электромагнит хәүефһеҙлеге буйынса Халыҡ-ара комиссияның даими ағзаһы булып тора. «Радиационная биология. Радиоэкология» журналының мөхәрририәт ағзаһы була. Ҙур медицина энциклопедияһы менән хеҙмәттәшлек итә.

Һуңғы ваҡытта Юрий Григорьев А. И. Бурназян исемендәге Федераль медицина биофизик үҙәгенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре булып эшләй, Радиологик һаҡланыу буйынса Рәсәй ғилми комиссияһы ағзаһы була[4].

2021 йылдың 6 апрелендә вафат була[5].

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә