Гнесина Елена Фабиановна

Елена Фабиановна Гнесина (18 май [30 май1874, Дондағы Ростов4 июнь, 1967, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй пианисы, педагог. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1925), РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1935). Музыка училищеһын апайҙарының береһе менән берлектә аса (хәҙер Гнесиндар исемендәге Мәскәү ҡалаһы балалар музыка мәктәбе, Гнесиндар музыка училищеһы, Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы).

Гнесина Елена Фабиановна
рус. Елена Фабиановна Гнесина
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 18 (30) май 1874[3] или 30 май 1874({{padleft:1874|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[3]
Тыуған урыны Дондағы-Ростов, Екатеринослав губернаһы[d], Рәсәй империяһы[4]
Вафат булған көнө 4 июнь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[4][5][3] (93 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР[4]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Бер туғандары Елизавета Фабиановна Гнесина-Витачек[d][6], Гнесина, Евгения Фабиановна[d][6], Гнесина, Мария Фабиановна[d][6] һәм Гнесина, Ольга Фабиановна[d][6]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө композитор, музыка педагогы, пианист
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Кемдә уҡыған Василий Ильич Сафонов[d], Ферруччо Бузони[d] һәм Сергей Иванович Танеев[d]
Музыка ҡоралы рояль[d]
Жанр классик музыка
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә
Файл:РНД-Гнесины Мемо.jpg
Дондағы Ростовта иҫтәлекле таҡта

Елена Гнесина раввин Гнесин Фабиан Осипович ғаиләһендә тыуған; әсәһе, Флетзингер-Гнесина Бейла Исаевна[7][8], йырсы, С.Монюшконың уҡыусыһы Үҙенең музыкаль белемен Дондағы Ростовта ала[9]. 1893 йылда Елена Фабиановна Мәскәү консерваторияһын В.И.Сафонованың фортепиано класы буйынса тамамлай; уҡытыусылары араһында А.С. Аренский һәм И.С.. Танеев була. Апайҙары Евгения һәм Мария менән бергә 1895 йылдың февралендә музыкаль училище ойоштора, артабан ул булып Гнесиндар исемендәге музыка училищеһы һәм Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы була. Училищеның директоры, художество етәксеһе, профессоры була, ә 1944 йылда — Гнесиндар исемендәге дәүләт музыка-педагогия институтының. Фортепиано класын, шулай уҡ фортепиано уҡытыу методикаһын алып бара. «Фортепиано өсөн әлифба» һәм башҡа методик һәм әҙәбиәттең авторы булып тора.

 
Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында Е.Гнесина ҡәбере

Гнесина Елена Фабиановна 1967 йылдың 4 июнендә вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнә (участка № 2).

Уҡыусылары

үҙгәртергә

Елена Фабиановна урыҫ фортепиано мәктәбенең иң яҡшы традицияларын үҫтерә. Уның уҡыусылары билдәле пианистар Л. Н. Оборин, композитор А. И. Хачатурян, дирижер Е. Ф. Светланов, дирижер Г. Н. Рождественский

Бүләктәре

үҙгәртергә

1970 йылда Е. Ф. Гнесинаның Музей-фатиры ойошторола[10].

Мәскәүҙә Елена Гнесинаға Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһының Концерт залы алдында һәйкәл ҡуйыла (Кесе Ржевский тыҡрығы яғынан).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #2760985 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 Педагоги и психологи мира (урыҫ) — 2012.
  4. 4,0 4,1 4,2 Гнесина Елена Фабиановна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. Gnessina // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=11302 (нем.)
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 сёстры Гнесины
  7. Алфавит евреев, имеющих ученые степени, Ростовских н/Д купцов и мещан, проживающих в г. Ростове-на-Дону – Донская Государственная Публичная Библиотека – Vivaldi. vivaldi.dspl.ru. Дата обращения: 31 октябрь 2019. 2020 йыл 1 ноябрь архивланған.
  8. Еврейский мемориал. Виртуальный некрополь.. jewish-memorial.narod.ru. Дата обращения 31 октября 2019.
  9. Музыкальное училище имени Гнесиных Российской академии музыки имени Гнесиных
  10. Мемориальный музей-квартира Ел.Ф. Гнесиной. www.museum.ru. Дата обращения 31 октября 2019.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Гнесина Елена Фабиановна // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Лобанова. Е. Ф. Гнесина(недоступная ссылка)