Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире

(Мөхбир битенән йүнәлтелде)

«Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» («Известия башкирского областного бюро») — Зәки Вәлиди нигеҙ һалған, Февраль революцияһынан һуң башланып киткән башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте гәзите.

«Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире»
Тип

Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте гәзите

Тәүге һаны Ырымбурҙа 1917 йылдың 14 июнендә сыға. Гәзит 1917—1918 йылдарҙа башҡорт хәрәкәттәрен ооштороуҙа, I Башҡорт съездын әҙерләүҙә ойоштороусы була.

Гәзиттә Зәки Вәлидиҙең «Башҡорттар алдында торған эштәр» тигән ҙур ғына мәҡәләһе урын ала. Ул башҡорт халҡы үҙ ерендә юғалып бара, Милли хәрәкәттең асылын һәм бурыстарын аңлата; ер, мәғариф,аҡса мәсьәләләрен йүнәлтеп, башҡорт халҡының юғалтҡан байлығын кисекмәҫтән ҡайтарып алырға һәм башҡорт дәүләте төҙөүгә саҡыра.

Гәзит Мәскәүҙә үткән I Мосолман съезы ҡарары менән башҡорт делегацияһы риза булмауы тураһында, I Башҡорт съезына әҙерлек тураһында мәғлүмәт бирелә.

Бер айҙан, 15 июлдә, II Башҡорт съезы алдынан гәзит исеме «Башҡорт» тип үҙгәртелә. 1918 йылда, Ырымбурҙы ҡыҙылдар алғас, Мосолман комиссариаты ла «Мөхбир» исемле гәзит сығара.

1918 йылдың февралендә Ырымбур Ваҡытлыса Революцион комитеты Башҡорт Шураһы ағзаларын ҡулға ала. Гәзит сығарыу туҡтатыла, типография конфискациялана. Гәзит 1918 йылдың 6 июнендә Силәбе ҡалаһында Т. Ғисмәти һәм Ғ. Сөләймәнов редакцияһында, «Урал» типографияһында сыға башлай. 1918 йылдың июлендә Ырымбур ҡабат аҡтар һәм аҡ чехтар ҡулына күсә. Вәлидов хөкүмәте Силәбенән Ырымбурға күсә. Бында «Башҡорт» гәзите менән берлектә «Башҡорт тауышы» гәзите сыға. 20 августа «Башҡорт тауышы» «Башҡорт хөкүмәтенең теле» исеме менән баҫтырыла, «Башҡорт» гәзите сығыуҙан туҡтатыла.

  • Янаби Т. Башкирская периодическая печать. 1919–1929 гг. // Десять лет на культурном фронте: Сб. ст. Уфа. 1929;
  • Павлов В.А. Крах буржуазной прессы Урала 1917 года // Вопросы истории печати. Свердловск, 1974

Һылтанмалар

үҙгәртергә