Аскин Ғәйфетдин Ғәфиәт улы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир
(Гайфутдин Аскин битенән йүнәлтелде)

Аскин Ғәйфетдин Ғәфиәт улы (10 октябрь 1924 йыл — 27 сентябрь 2007 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, артиллерия полкының орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Нуриман районының почётлы гражданы (2000).

Ғәйфетдин Ғәфиәт улы Аскин
Аскин Ғәйфетдин Ғәфиәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 10 октябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Сураш ауылы, Байгилде ауыл Советы, Нуриман районы[1]
Вафат булған көнө 27 сентябрь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Сураш ауылы, Байгилде ауыл Советы, Нуриман районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй[1]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәйфетдин Ғәфиәт улы Аскин 1924 йылдың 10 октябрендә Өфө кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Нуриман районы) Сураш ауылында тыуған. ФЗО-ны тамамлғандан һуң Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор ярҙамсыһы булып эшләй[2].

1942 йылдан алып — Ҡыҙыл Армияла.

1943 йылдан башлап Дала, Воронеж, 2-се, 3-сө һәм 1-се Украин фронтытарында хеҙмəт итə.

1945 йылда демобилизациялана.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ғәйфетдин Аскин тыуған яҡтарына ҡайта һәм Нуриман районы Укәрле ауыл Советы рәйесе булып эшләй (1946), артабан Нуриман МТС зонаһы буйынса КПСС-тың Нуриман районы комитеты секретары итеп тәғәйенләнә (1954—1957), һуңғараҡ район Советы башҡарма комитетында эшләй[2]. Аҙаҡҡы йылдарҙа үҙенең тыуған ауылында — Башҡортостандың Нуриман районы Сураш ауылында йәшәй.

2007 йылда вафат була.

Батырлығы

үҙгәртергә

«Советтар Союзы Геройы» исеме Аскин Ғәйфетдин Ғәфиәт улына 1945 йылдың 27 июнендә бирелә. 43-сө гвардия артиллерия полкы орудиеһы командиры гвардия сержанты Аскин Ғәйфетдин 1945 йылдың 12 ғинуарында Висла йылғаһы янындағы Сандомир плацдармындағы ҡаты һуғыштарҙа һәм бер нисә көндән һуң, 21 ғинуарҙа, Оппельн ҡалаһынан төньяҡтараҡ Одер йылғаһы аша сыҡҡанда айырыуса батырлыҡ күрһәтә. 12 ғинуарҙа ул өс пулемет һәм 40 дошман һалдатын юҡ итһә, 21 ғинуарҙа уның етәкселегендәге расчет Польша территорияһында Одер йылғаһын тәүгеләрҙән булып аша сыға һәм бер нисә дошман атакаһын кире ҡағыуға өлгәшә. 25 ғинуарҙа батарея составы, ҡамауға эләгеп, тулыһынса тиерлек һәләк була, гвардия сержанты Аскин бер орудиенан икенсе орудиеға күсеп, уҡсылар подразделениелары килеп еткәнгәнгә тиклем, бер нисә контратаканы кире ҡағыуҙа ҡатнаша[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ауылында Аскин Ғәйфетдин исемен бер урам йөрөтә;

— Ғ. Ғ. Аскин уҡыған мәктәп бинаһына уның иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. 2,0 2,1 2,2 Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013, 32-33 биттәр
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Указ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Карточка «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  8. Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане: Аскин Гайфутдин Гафиятович(недоступная ссылка) (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 6 октябрь 2018)
  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
  • Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013, 32-33 биттәр

Һылтанмалар

үҙгәртергә