Байгилде ауыл Советы (Нуриман районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Нуриман районындағы ауыл биләмәһе

Байгилде ауыл советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Нуриман районы муниципаль районының муниципаль берәмеге.

Байгилде ауыл Советы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәк Байгилде[1]
Административ-территориаль берәмек Нуриман районы
Халыҡ һаны 1723 кеше (1 ғинуар 2018)[2]

Административ үҙәге — Байгилде ауылы.

ТарихыҮҙгәртергә

«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Закон»ға ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[3][4][5].

ХалҡыҮҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2002[6]2009[6]2010[7]2012[8]2013[9]2014[10]2015[11]
1885202718541844183717971799

Ауыл биләмәһе составыҮҙгәртергә

Тораҡ пунктыТораҡ пункты тибыХалҡы
1 Байгилде ауыл, административ үҙәк 432[7]
2 Оло Теңкәш ауыл 320[7]
3 Иҫтерек ауыл 222[7]
4 Бәләкәй Теңкәш ауыл 172[7]
5 Сураш ауыл 168[7]
6 Үкәрле ауыл 165[7]
7 Бикмырҙа ауыл 150[7]
8 Урман ауыл 65[7]
9 Ҡушкүл ауыл 62[7]
10 Ҡарға ауыл 51[7]
11 Һарғаяҙ ауыл 47[7]

Билдәле шәхестәреҮҙгәртергә

  • Вәлиев Ярулла Носратулла улы (10 март 1921 — 6 ғинуар 1981) — башҡорт яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ының һәм СССР-ҙың яҙыусылар союзы ағзаһы (1966), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981)[12][13].
  • Исмәғилев Рафаэль Ришат улы (25 март 1951) — агроном ғалим, ауыл хужалығы фәндәре докторы (1992), профессор (1993), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010), Башҡорт дәүләт аграр университетының игенселек һәм үҫемлекселек кафедраһы мөдире[14][15].

Иҫтәлекле урындарыҮҙгәртергә

  • Билгеләр күле — гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы; био төрлөлөгө юғары булған, үҫемлектәр һәм хайуандарҙың һирәк төрҙәре тереклек иткән шул исемдәге күл-һаҙлыҡ комплексының бер өлөшө. Биләмәлә торф сығарыу һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге тыйылған[16][17].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРосстат.
  3. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан от 20.07.2005 № 211-з
  4. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан от 21.06.2006 № 329-з
  5. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан от 29.12.2006 № 404-з
  6. 6,0 6,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  7. 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 7,10 7,11 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  10. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 август 2014. 2 август 2014 тикшерелгән.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.
  12. Владимир Романов. Его имя и книги не забыты (К 90-летию писателя Яруллы Валиева) // ИА «Башинформ»
  13. Гайнуллин М. Ф. Валеев Ярулла Нусратуллович // Башкирская энциклопедия
  14. Исмагилов Рафаэль Ришатович
  15. БГАУ. Структура
  16. Озеро Бильгиляр
  17. Озеро Бильгиляр Нуримановского района

ауыл Советы