Йәнекәев Ғайса Хәмиҙулла улы
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Йәнекәев Ғайса Хәмиҙулла улы (исеменең варианты Айса[1], фамилияһыныҡы — Еникеев, Еникиев[2]; 2 июль 1864 йыл — март 1931 йыл) — уҡытыусы, мәғрифәтсе, этнограф, Ҡазан һәм Ырымбур губерналарынан 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы (1907—1917), Рәсәй империяһының мосолман халҡы мәнфәғәттәрен яҡлауға ҙур иғтибар бирә. Сембер губернаһында буҫтау фабрикаһы директоры һәм Ҡазандың бөтә хәйриә һәм уҡытыу-тәрбиә учреждениеларнының распорядителе була. Февраль революцияһы осоронда Дәүләт Думаһының Ваҡытлы комитеты ағзаһы һәм Беренсе Бөтә Рәсәй мосолмандары съезын ойоштороусы (1917 йылдың майы). Совет осоронда Вятка губернаһының Халыҡ мәғарифы коллегияһы ағзаһы һәм Башсельхозкредиттың инспекторы була; башҡорт һәм татар фольклорының профессиональ белгесе булып таныла.
Ғайса Хәмиҙулла улы Йәнекәев | |||
| |||
---|---|---|---|
1.11.1907 — 9.06.1912 | |||
Монарх: | Николай II | ||
| |||
20.11.1912 — 6.10.1917 | |||
Монарх: | Николай II / монархия бөтөрөлгән | ||
Дауамсы: | вазифа бөтөрөлгән | ||
Дине: | ислам | ||
Тыуған: | 2 июль 1864 Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Яңы Ҡарғалы ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылы) | ||
Үлгән: | март 1931 (66 йәш) СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы | ||
Ерләнгән: | Өфө мосолман зыяраты | ||
Партия: | мосолман фракцияһы, Конституцион-демократик партия менән хеҙмәттәшлек | ||
Белеме: | уҡытыусылыҡ семинарияһы | ||
Профессияһы: | уҡытыусы | ||
Автограф: | |||
Наградалары: |
Уҡыу округы бағыусыһының наградалары һәм рәхмәт ҡағыҙҙары | ||
Биографияһы
үҙгәртергәТәүге йылдары. Уҡытыусы
үҙгәртергәҒайса (Айса) Йәнекәев 1864 йылдың 2 июлендә Ырымбур губернаһы[3] Бәләбәй өйәҙе Боғаҙы улусы Яңы Ҡарғалы (Ҡарғалыбаш[4]) ауылында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылы) Йәнекәевтәрҙең фәҡир, әммә боронғо (мырҙалар) дворян ғаиләһендә тыуа. Ырыуға Йәнекәй Тинеш улы Ҡотошов, Ҡазандағы Темников татарҙарының башлығы (1555) һәм Темниковта воевода (1558)[5][6], нигеҙ һалған.
Ғайса башланғыс («түбәнге») белемде үҙ ауылындағы рус-татар мәктәбендә ала. 1877 йылда [7] Ырымбур сит халыҡтар уҡытыусылыҡ семинарияһын беренсе дәрәжәле награда менән тамамлай һәм шул уҡ семинарияның Өлгөлө сит халыҡтар башланғыс училищеһы уҡытыусыһы булып эшләй башлай[5][8]
1890—1895 йылдарҙа Ғайса Йәнекәев Ырымбурҙа рус-татар башланғыс училищеһының мөдире була. Ырымбур ғилми архив комиссияһында (1887) һәм Рус географик йәмғиәтендә (1883)[7] ағза булып тора. 1895—1903 йылдарҙа Рәсәй империяһы Дәүләт банкының Ырымбур бүлексәһенә етәкселек итә, унан һуң Ырымбурҙа «Хөсәйениә» мәҙрәсәһенең мөдире була[5]. Уҡытыусы булып йәмғеһе 15 (йәки 12[9]) йыл эшләй[10]. Уҡыу округы бағыусыһының наградалары һәм рәхмәт ҡағыҙҙары менән бүләкләнә[11].
Отставкаға сыҡҡас, 1903 йылда Ғайса Хәмиҙулла улы Сембер губернаһындағы буҫтау фабрикаһы директоры вазифаһына ҡуйыла. 1907 йылда ул Ҡазанда йәшәй һәм миллионер Ә. Ғ. Хөсәйенов аҡсаһына төҙөлгән бөтә хәйриә һәм уҡытыу-тәрбиә учреждениеларының распорядителе була. Ҡазанда Хөсәйеновтың ышаныслыһы була[5][10].
Был осорҙа Йәнекәев батша хөкүмәтенең руслаштырыу сәйәсәтен тәнҡитләй, татар мәғарифының ауыр хәлен билдәләй. Ҡазандың мосолман халҡы араһында бик абруйлы була. 40 дисәтинә ер биләй һәм ул саҡтағы аҡса менән 8000 һумлыҡ тип баһаланған ике ағас йорто була.[5].
3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы
үҙгәртергә1907 йылдың 18 октябрендә дворян һәм губерна секретары Ғ. Х. Йәнекәев Ҡазан губерна һайлау йыйылышы һайлаусыларының дөйөм составынан Рәсәй империяһының өсөнсө Дәүләт Думаһына һайлана[5].
Думала Йәнекәев Мосолман фракцияһына (төркөмөнә[10]) инә, уның иң эшлекле ағзаларының береһе була. Дума секретарының урынбаҫары итеп һайлана, ләкин бер сессиянан һуң унан баш тарта[12]. Бер үк ваҡытта рәсми булмаған рәүештә (фракция уставы ике төркөм ағзаһы булыуҙы тыя) Конституцион-демократик фракция менән хеҙмәттәшлек итә, шулай уҡ уның дини һәм милли билдә буйынса сикләүҙәрҙе бөтөрөү тураһында закон инициативаһын әҙерләү һәм фекер алышыу менән шөғөлләнгән гражданлыҡ тиң хоҡуҡлылығы комиссияһына инә; был комиссияның бер нисә ағзаһы үтенесе буйынса ул империяла мосолман халыҡтарына ҡағылған сикләүҙәр тураһында доклад яһай; комиссия эше өсөн кәрәкле документтарҙы килтерә[5].
Бынан тыш, Ғайса Йәнекәев Думаның дүрт комиссияһының ағзаһы була: халыҡ мәғарифы буйынса комиссияның, дәүләттең килемдәр һәм сығымдар яҙмаһының үтәлеше комиссияһының (тәүге ике сессияла)[5], эшсе мәсьәлә буйынса (4-се һәм 5-се сессияларҙа), иген менән сауҙа итеүҙе тәртипкә һалыу саралары комиссияһы (5-се сессия). Ул Рәсәйҙең төрки халыҡтарын яҡлап сығыш яһай; руслаштырыу, христианлаштырыу, төрки халыҡтарҙың ерҙәрен, атап әйткәндә башҡорт ерҙәрен талау сәйәсәтен тәнҡитләй[13].
4-се саҡрылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы
үҙгәртергә1912 йылдың 25 октябрендә Йәнекәев дүртенсе саҡырлыш Дәүләт Думаһына, был юлы — Ырымбур губернаһы [13]ҡала һайлаусыларының икенсе съезынан һайлана.
Яңы Думала ла Йәнекәев Мосолман фракцияһына инә, шулай уҡ парламент президиумына һайлана — Дума секретары И. И. Дмитрюковтың иптәше (урынбаҫары) ителә. IV Думала ул халыҡ мәғарифы, дин тотоу мәсьәләләре, тимер юлдар һәм матбуғат тураһындағы закон проектын эшләү комиссияларына һайлана[13].
Ғайса Хәмиҙулла улы хөкүмәттең мәғариф өлкәһендәге сәйәсәте буйынса сығыштар яһай, мосолман халыҡтарының мәнфәғәттәренә айырым иғтибар бирә. Сит милләттәр өсөн дәүләт мәктәптәренә уҡыусылар менән милләт уҡытыусыларын эшкә алыу, шулай уҡ бындай мәктәптәрҙә башланғыс белемде туған телдә биреү мәсьәләләрен күтәрә[13][14].
1914 йылдың июнендә Йәнекәев Санкт-Петербургта дини идаралыҡ реформаһына бағышланған мосолман съезында ҡатнаша (Думаның Мосолман фракцияһынан), мосолман мәхәлләләрен реформалау буйынса үҙ проектын тәҡдим итә[13].
ВКГД вәкиле
үҙгәртергә1917 йылғы Февраль инҡилабынан һуң Ғайса Йәнекәев Петроградта була. 9 мартта ул Дәүләт Думаһы Ваҡытлы комитетының (ВКГД) ағзаһы итеп һайлана. Шулай уҡ Эске эштәр министрлығындағы кәңәшмәлә Дәүләт Думаһы вәкиле һәм Петроградта Рәсәй мосолмандарының ваҡытлы үҙәк бюроһы ағзаһы була[13].
Ошо уҡ ваҡытта Йәнекәев 1917 йылдың майында Мәскәүҙә Беренсе Бөтә Рәсәй мосолмандары съезын ойоштороуҙа[12], шулай уҡ парламентарийҙарҙың шәхси кәңәшмәләрендә ҡатнаша [13].
3 августа Йәнекәевкә Петроградтан Волга буйына һәм Төркөстан крайының дала өлкәләренә барырға рөхсәт бирелә. 1917 йылдың октябренән һуң ул Совет Рәсәйендә ҡала, ләкин сәйәси эшмәкәрлекте ташлай[13].
Совет осоро. Һуңғы йылдары
үҙгәртергә1918—1923 йылдарҙа Ғайса Йәнекәев Вяткала йәшәй, халыҡ мәғарифының Вятка губерна бүлегендә һәм башҡа административ һәм хужалыҡ вазифаларында эшләй. 1918—1919 йылдарҙа Вятка губернаһының Халыҡ мәғарифы комиссариаты коллегияһы ағзаһы була[2]. 1923 йылдың ноябрендә Өфөгә күсә һәм Башҡортостан ауыл хужалығы банкының (Башсельхозкредит) инспекторы була[13] [7].
1928 йылдың майында пенсияға сыға. 1931 йылдың мартында Өфөлә вафат була, мосолман зыяратында ерләнә[13].
Мауығыуҙары
үҙгәртергәҒайса Йәнекәев Башҡортостандың көнкүрешен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса ғилми йәмғиәт ағзаһы була. Башҡорт һәм татар фольклоры буйынса профессиональ белгес булып таныла; 1917 йылға тиклем Волга буйындағы һәм Урал янындағы Ҡазан, Ырымбур, Өфө губерналарын йөрөп сыға, 500-ләгән башҡорт һәм татар халыҡ йырын йыя[2]. 1929 йылда был йырҙарҙың 114-ен Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссариаты һайлап ала, тупланма Өфө сәнғәт институтының фольклор фондында һаҡлана[15][4].
Профессор А. И. Оводов һәм К. Й. Рәхимов ярҙамында Йәнекәев 19 йәшенән алып йыйған йырҙарҙың бер өлөшөн (оҙон көйҙәрҙе) [4] нотаға һала; уларҙы үҙе үк башҡара — замандаштары билдәләүенсә, уның тауышы бик матур булған һәм халыҡ йырҙарын ифрат яҡшы башҡарған, ләкин профессиональ сәхнәгә күтәрелергә баҙнат итмәгән[15][7][16].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәҒаиләһе
үҙгәртергә1907 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Ғайса Хәмиҙулла улы никахта торған[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Усманова, 2009, с. 7878
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Татарский энциклопедический словарь, 1999
- ↑ 1865 йылдан — Өфө губернаһы
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Атанова, 1974, с. 34—4334—43
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 5,8 Николаев, Усманова, 2008, с. 184184
- ↑ Еникеев, 1999, с. 246246
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 БЭ, 2013
- ↑ Усманова, 2005, с. 353353
- ↑ Сафонов, 2012, с. 116116
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Боиович, 1913, с. 208208
- ↑ Ольшанский, 1913, с. 2121
- ↑ 12,0 12,1 Кирьянов, 2006, с. 269269
- ↑ 13,00 13,01 13,02 13,03 13,04 13,05 13,06 13,07 13,08 13,09 Николаев, Усманова, 2008, с. 185185
- ↑ Еникеев, 1999, с. 248—249248—249
- ↑ 15,0 15,1 Николаев, Усманова, 2008, с. 184—185184—185
- ↑ Усманова, 2009, с. 78—7978—79
- ↑ Шангараев, 2014, с. 185185
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Китаптар
- Еникеевы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
- Николаев А. Б., Усманова Д. М. Еникеев Гайса Хамидуллович // Государственная дума Российской империи: 1906-1917 / Б. Ю. Иванов, А. А. Комзолова, И. С. Ряховская. — М.: РОССПЭН, 2008. — 735 с. — ISBN 978-5-8243-1031-3.
- Члены Государственной думы: (портреты и биографии): Четвертый созыв, 1912—1917 г. / сост. М. М. Боиович. — М.: Тип. Т-ва И. Д. Сытина, 1913. — LXIV, 454, [2] с.
- 4-й созыв Государственной думы : Худож. фототип. альбом с портр. и биогр.. — издание Н. Н. Ольшанского. — СПб.: Ольшанский, 1913. — [79] с., 46 л. ил. с.
- Еникеев Гайса Хамидуллович // Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1999. — 703 с. — ISBN 0-9530650-3-0.
- Ихтисамов Х. С., Ямаева Л. Ә. Йәнекәев Ғайса Хәмиҙулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Усманова Д. М. Еникеев Гайса // Татарская энциклопедия: В 5-т / Гл. ред. М. Х. Хасанов, отв. ред. Г. С. Сабирзянов. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 2005. — Т. 2: Г-Й. — 656 с. — ISBN 5-902375-02-9.
- Усманова Д. М. Еникеев Гайса Хамидуллович // Ислам в Санкт-Петербурге: энциклопедический словарь. — М.: Медина, 2009.
- Кирьянов И. К. Российские парламентарии начала ХХ века: новые политики в новом политическом пространстве. — Пермь, 2006. — 357 с. — ISBN 5-93683-106-Х.
- Сафонов Д. А. Россия. Начало XX века (Подробности). — Оренбург: Изд-во ОГПУ, 2012. — 203 с. — ISBN 978-5-85859-510-6.
- Еникеев С. Х. Род мурз Еникеевых // Очерк истории татарского дворянства / Саид мурза князь Еникеев; Науч. ред. С. В. Думин; Акад. наук Респ. Башкортостан. Отд-ние гуманит. наук.. — Уфа: Гилем, 1999. — 353 с. — ISBN 5-7501-0070-7.
- Мәҡәләләр
- Шангараев Р. Р. Освещение проблем мусульманского духовенства на страницах газеты «Нур» // Вестник Ленинградского государственного университета им. А.С. Пушкина. — 2014. — В. 4. — Т. 4. — С. 183—192. — ISSN 1818-6653.
- Атанова Л. П. Собиратели и исследователи музыкального творчества башкирского района // Фольклористика в Советской Башкирии. — Уфа, 1974. — В. 1. — С. 34—43.
- Архивтар
- РГИА [Российский государственный исторический архив]. Фонд 1278. Опись 9. Дело 261, 262.
- РГАКФД [Российский государственный архив кинофотодокументов]. Ал-915 сн. 341.
- УГАИ (Уфимский государственный институт искусств) и Научный архив УНЦ РАН (Уфимский научный центр), «Сборник № 1».