Фәттәхова Вәсилә Разиф ҡыҙы

(Вәсилә Разиф ҡыҙы Фәттәхова битенән йүнәлтелде)

Фәттәхова Вәсилә Разиф ҡыҙы (31 декабрь 1979 йыл — 26 ғинуар 2016 йыл) — Башҡортостан[1] йырсыһы. Башҡортостан Республикаһының (2015)[2] һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2015)[3]. Композитор Урал Рәшитовтың «Тыуған яҡ» йырын башҡарыусы булараҡ популярлыҡ яулай[4].

Фәттәхова Вәсилә Разиф ҡыҙы
Вәсилә Разиф кызы Фәттахова
Тыуған

31 декабрь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Белорет ҡалаһы

Үлгән

26 ғинуар 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (36 йәш)

Һөнәрҙәре

йырсы

Жанрҙар

Поп-музыка

Хеҙмәттәшлек

Айҙар Ғәлимов

Наградалар

Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының атҡаҙанған артисы (2015)

Биографияһы

үҙгәртергә

Вәсилә Разиф ҡыҙы Фәттәхова 1979 йылдың 31 декабрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районындағы Ботай ауылында тыуған. Милләте- башҡорт. Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының хор бүлеген тамамлай.

1999 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегенә уҡырға инә. Октябрь айында йырсы Айҙар Ғәлимов төркөмө менән бэквокал башҡарыусыһы булып гастролгә китә[5][6].

Татар телендә башҡарған «Тыуған яҡ» хиты буйынса киң билдәле, был йыр Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәй буйынса, шул уҡ ваҡытта халыҡ-ара билдәлелек ала бара[7]. Йырҙың күп өлөшөндә тик Вәсиләнең тауышы һәм һуҡма музыка ҡоралдары яңғырай, был уның йырын, татар эстрадаһының һәр ваҡыт тиерлек баян тауышы яңғыраған төп[8]йырҙарынан айырып тора. Был йыр «Гәлсәр һандуғас»[9] эстрада йыры фестиваленең «Интернациональ йыр» номинацияһында иң яҡшы тип таныла, шулай уҡ 2008 йылда йыл һайын үткәрелгән «Татар йыры» халыҡ-ара татар йыры фестивалендә «10-йыллыҡтың иң яҡшы хиты» номинацияһында лауреат була[10]. Башҡорт телдәрендә халыҡ һәм эстрада йырҙарын профессиональ башҡарыусыларҙың «Башҡорт йыры» («Башкирская песня»)[11][12] телевизион конкурсында ҡатнаша.

Башҡа билдәле йырҙары — «Әйтелмәгән мөхәббәтем»[13] (2002, «Невысказанная любовь», шул иҫәптән Айҙар Ғәлимов менән дуэтта йырлаған башҡорт телендәге вариантын да индереп), «Яңғыҙ миләш», «Атайым», «Алмағас сәскәһе», «Шахтер йыры». Йырсы йыл һайын «Һәр яҙ» тип аталған гастроль туры үткәрә[14].

2016 йылдың 26 ғинуарында Өфөлә, икенсе балаһы (ҡыҙы) тыуғандан һуң өҙлөгөү арҡаһында вафат була[15]. Өфө ҡалаһында Көньяҡ зыяратта «Дан аллеяһында» ерләнгән[16].

Альбомдары

үҙгәртергә
  • Тыуған яҡ (2002)
    • Алданма
    • Елдәр
    • Йырламағыҙ әле шул йырҙы
    • Ҡыҙ бала
    • Көҙгө сәскәләр
    • Һөйөү сере
    • Тыуған яҡ
    • Умырзая
    • Шахтер йыры
    • Әйтелмәгән мөхәббәтем




  • Мөхәббәт ҡылдары (2008)
    • Бәхетебеҙ бикле ятмаһын
    • Гармун
    • Аҡҡош зары
    • Алмағас сәскәһе
    • Нескә күңел
    • Һуңлаған яҙмышым
    • Ҡайындарым
    • Атайыма
    • Мөхәббәт ҡылдары
    • Керәшен татар җыры
    • Урамда ҡар көрәйем
    • Һайра, бәхет ҡошо
    • Тыуған яҡ елдәре
    • Нескә күңел (remix)

Видеография

үҙгәртергә
  • Мөхәббәт ҡылдары — шул уҡ исемдәге DVD альбом концерты видеояҙмаһы (2008)[17][18].
  • 2022 йылдың 26 ғинуарында Өфөләге «Йәштәр һарайы»нда Вәсилә Фәттәхова иҫтәлегенә «6 йыл һинһеҙ...» тип исемләнгән концерт ойошторолдо[19].
  • 2021 йылдың 26 авгусында Өфөләге «Йәштәр һарайы»нда Вәсилә Фәттәхова иҫтәлегенә «Биш йыл һинһеҙ» тип исемләнгән концерт буласаҡ. Унда Башҡортостан һәм Татарстандың популяр эстрада артистарының ҡатнашыуы көтөлә[20].
  • 2019 йылдың аҙағында арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән йырсы Вәсилә Фәттәхова тураһында китап донъя күрҙе. Декабрь-ғинуар айҙарында республикала яңы китаптың исем туйҙары уҙҙы. Баҫманың авторы – яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, кино ветераны, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәнис Хәзимов[21].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Студия «Мастер»: Вәсилә Фәттахова — «Туган як»
  2. Указ Главы Республики Башкортостан от 20 августа 2015 года № УГ-192 «О присвоении почетных званий Республики Башкортостан»
  3. Удостоверение заслуженного артиста Татарстана вручено 5 декабря 2015 года в Казани: Вәсилә Фәттахова Татарстанның атказанган артисты булды
  4. После многолетнего перерыва Василя Фаттахова выпустила новый альбом — Барс-Медиа(недоступная ссылка)
  5. Интервью газете « 2011 йыл 16 октябрь архивланған.АиФ»
  6. [1]
  7. Урал Рашитов: «Туган як» была написана на спор! — ProUfu, ru, 18.11.2009 (архивная копия на archive.org)
  8. Урал Рашитов: «Туган як» была написана на спор! — ProUfu, ru, 18.11.2009 (архивная копия на archive.org)
  9. «Вечерняя Уфа» № 219 (10842) 13.11.2007
  10. История фестиваля «Татар җыры-2008»
  11. Башкорт йыры. «Хит-парад-2015». Башкирское спутниковое телевидение. Дата обращения: 1 февраль 2016.
  12. В Уфе завершился гала-концерт «Башкорт йыры». Башкирское спутниковое телевидение (2 март 2015). Дата обращения: 1 февраль 2016.
  13. Айдар Галимов — Татарские песни в формате mp3, wma — Музыка — Татароведение — МТСС
  14. Не стало исполнительницы хита «Туган як» Васили Фаттаховой
  15. Аралбаева Л. В Уфе скончалась популярная певица, исполнительница хита «Туган як» («Родина») Василя Фаттахова. Башинформ (27 ғинуар 2016). Дата обращения: 27 ғинуар 2016.
  16. Серёгина О., Аралбаева Л. Башкортостан в последний раз аплодировал своей любимице — певице Василе Фаттаховой. Башинформ (28 ғинуар 2016). Дата обращения: 30 ғинуар 2016.
  17. Новости
  18. Айдар Галимов: «Судьба песни „Туган як“ — это судьба Васили Фаттаховой» — Интернет-газета «Реальное Время» 2016 йыл 4 февраль архивланған.
  19. https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-01-26/6-let-bez-lyubimoy-pevitsy-v-bashkortostane-prohodyat-kontserty-pamyati-vasili-fattahovoy-2668399
  20. В Уфе пройдет концерт памяти Васили Фаттаховой «Пять лет без тебя». ИА «Башинформ», 9 июня 2021 года
  21. Өфөлә арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән йырсы Вәсилә Фәттәхова тураһында китап донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2020 йыл, 28 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2020)

Һылтанмалар

үҙгәртергә