Ботай (рус. Бутаево) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 100 кеше[1]. Почта индексы — 453552, ОКАТО коды — 80211816002.

Ауыл
Ботай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Белорет районы

Координаталар

53°49′47″ с. ш. 57°17′17″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 211 816 002

ОКТМО коды

80 611 416 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ботай (Рәсәй)
Ботай
Ботай
Ботай (Башҡортостан Республикаһы)
Ботай

Еҙем-ҡатайҙар үҙгәртергә

Ауылда Еҙем-ҡатай ырыуы башҡорттары йәшәй. 2012 йылда улар үҙҙәренең йыйынын үткәргән. 2018 йылда был ауылда дөйөм VII Ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны үткәрелә [2]

 
Ботай ауылы эргәһендә Еҙем йылғаһы. Туристар был йылғаны бик үҙ итә
 
Кейеҙ баҫыу йолаһы.Ботай ауылы ағинәйҙәре,килендәре

Төпкөлдә көн итһәләр ҙә, ауылда йәштәр ҡалмай барһа ла, бында йола тотоп, татыу йәшәйҙәр. Байрамдарҙа ҡатнашалар, төрлө халыҡ кәсептәрен күрһәтәләр. Ауыл ағинәйҙәре, килендәре кейеҙ баҫыу серҙәренә йәштәрҙе өйрәтәләр. Ауылда ҡорт тоталар, баҡса үҫтерәләр.

Ауылда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә 2016 йылда һәйкәл асылған. Уны ауыл халҡы үҙ аҡсаһына төҙөткән [3].

Халыҡ иҫәбе үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2009[4]2010[5]
117124100

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда йәшәгән халыҡтың күп өлөшө — башҡорттар (98%)[6].

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 104 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Улу-Елга): 55 км

Ботай ауылы Белорет районының төпкөл ауылдарының береһе. Уның аша саф һыулы, балыҡҡа бай Еҙем йылғаһы аға.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)

Видео үҙгәртергә

  • YouTube сайтында Видео Зигаза.Тукан.Бутаево.
  • YouTube сайтында Видео На народные деньги в Бутаево открыт памятник

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә