Вәлиев Баҡый Вәли улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия лейтенанты, разведка взводы командиры, шайморатовсы

Вәлиев Баҡый Вәли улы (28 декабрь, 1916 йыл — 2007 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 58-се гвардия кавалерия полкы разведка взводы командиры. Гвардия лейтенанты. 1943 йылдың февралендәге дошман тылына рейдтан дивизия байрағын алып сыҡҡан[сығанаҡ 143  көн күрһәтелмәгән]. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943), I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры.

Вәлиев Баҡый Вәли улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 28 декабрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Баймаҡ районы,Үрге Таулыҡай ауылы
Вафат булған көнө 2007
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Сибай
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание лейтенант[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

БиографияһыҮҙгәртергә

Баҡый Вәлиев 1916 йылдың 28 декабрендә Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылында донъяға килгән. 1937 йылдың 10 ноябрендә Баймаҡ (Йылайыр тигән яҙыу ҙа осрай) РВК тарафынан армияға алына. 1937 йылдан 1944 йылдың 11 апреленә тиклем Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт итә[1]. Совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнаша.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Т. Т. Күсимов етәкселек иткән 275-се кавалерия полкы (58-се гвардия кавалерия полкы) разведка взводы командиры.

1943 йылдың 10 — 23 февралендә дошман тылына, Дебальцево станцияһы янына яһаған рейдтан сыҡҡанда уға дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов дивизия байрағын ҡамауҙан алып сығырға бойора[сығанаҡ 143  көн күрһәтелмәгән]. Баҡый Вәлиев был бойроҡто теүәл үтәй һәм дивизия байрағы дошман ҡулына эләкмәй, дивизия хәрби берәмек булараҡ һаҡланып ҡала.

1944 йылдың 11 апрелендәге Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләү тураһында бойороҡта Овадное өсөн барған алышта ПТР-ҙан дошмандың танкыларға ҡаршы пушкаларына үҙе атып, эштән сығарҙы, бер нисә дошман һалдатын юҡ итте тиелә.

Баҡый Вәлиев дивизияла ҡурайсы булараҡ та билдәле була. Көслө дошман уты аҫтында Днепрҙы сыҡҡанда ул ҡурайын юғалта. Полк командиры Таһир Күсимов быға ныҡ ҡайғыра һәм уға яңынан ҡурай яһарға ҡуша. Бәреп төшөрөлгөн дошман самолетының еҙ көпшәһенән Баҡый Вәлиев яңы ҡурай яһап ала. Ауыр алыштарҙан һуң Дон буйында ялға туҡтағас, Ғайфулла Сарбаев ҡурай тарта, ә Баҡый Вәлиев үҙе сығарған йырҙы йырлай[2][3].

1944 йылдың 31 авгусында ул яралы булыу сәбәпле демобилизациялана. Һуғыштан һуң Сибай ҡалаһында йәшәй.

2007 йылда Сибай ҡалаһында вафат булған.

НаградаларыҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә