Вулкан (мифология)

Вулкан (лат. Vulcanus йәки лат. Volcanus[1]) боронғо Рим мифологияһында — емергес һәм таҙартыу уты илаһы. Тәүҙә ул күк уттары, атап әйткәндә, йәшен өсөн дә яуап биргән, шулай уҡ Ҡояш менән тиңләштерелгән. Һуңғараҡ был вазифа Юпитерға һәм Солға күсә. Ут ҡулланыусы һөнәрҙәр үҫешеү менән, Вулкан тимерселәр һәм ҡойоусылар ҡурсалаусыһы була һәм шуның менән бәйле, боронғо грек мифологияһындағы уға тиңләштерелгән персонаж Гефестҡа оҡшай башлай.

Вулкан
лат. Vulcanus
Рәсем
Зат ир-ат
Атаһы Юпитер (мифология)
Әсәһе Юнона
Хәләл ефете Венера
Балалары Цекул[d]
Алла ... ҡарай древнеримская религия[d] һәм римская мифология[d]
 Вулкан Викимилектә
Вулкан-Гефест, Помпейҙағы антик фреска

Рим форумында Вулканға бағышланған миһрап — Вулканал булған. Рим батшалығы осоронда был урында йыйылыштар үткән. Ут илаһы Ғибәҙәтханаһы ҡаланан ситкә сығарыла.

Этимологияһы үҙгәртергә

Исеменең килеп сығышы билдәһеҙ. Боронғо Рим ғалим-энциклопедисы Марк Теренций Варрон ул йәшенгә (лат. fulgur) ҡағылышлы латин һүҙҙәре менән бәйле тип раҫлай, ул, үҙ сиратында, ут (лат. ignis) менән бәйле[2]. Ошо уҡ версияны Британия филологы У. У. Скит та хуплай[3].

1842 йылда итальян филологы һәм археологы Джампьетро Секки[it] «Вулкан» һүҙе миной цивилизацияһының тәбиғәт һәм ер аҫты донъяһы илаһы Велханос исеменән килеп сығыуы тураһында фараз яһай[4]. Жерар Капдевиль фекеренсә, Криттан Велхан этруск Велхансының прообразына әүерелә, ул үҙ сиратында, Рим Вулканына әйләнә[5].

Функциялары үҙгәртергә

Ут аллаһы Вулкан тураһындағы күҙаллау — боронғо Рим мифологияһында иң боронғоларҙың береһе. Антиклыҡты өйрәнеүселәр хатта уны юғары илаһ Юпитерҙың культы менән сағыштырғанда ла боронғораҡ тип иҫәпләйҙәр. Ут бер үк ваҡытта шәфҡәтле лә, емереүсе лә була алған. Ут эргәһендәге кеше йылына, шулай уҡ ризыҡ әҙерләй алған. Италияла йәшәгән боронғо ҡәбиләләр фекере буйынса, илаһтың ризаһыҙлығы осрағында ут контроль аҫтынан сыҡҡан һәм юлдағы бар нәмәне юҡ иткән[6].

Италиктарҙың дини инаныуҙарының башланғыс этаптарында Вулкан ерҙәге ут өсөн генә түгел, күктәге ут өсөн дә яуап бирә. Йәшендәр уның ҡарамағында булған, ә ул үҙе Ҡояшҡа тиңләштерелгән. Һуңынан был функциялар Ҡояш аллаһы Солға һәм Юпитерға күсә[7].

Утты файҙаланыуҙы күҙ уңында тотҡан һөнәрҙәр үҫеше менән Вулкан иретеүселәрҙең, ҡойоусыларҙың һәм тимерселәрҙең ҡурсалаусыһы була, лат. Mulciber — «иретеүсе» эпитеты ала[7][8]. Һөҙөмтәлә ул боронғо грек мифологияһындағы персонажға — үҙенә тиңләштрелгән Гефестҡа оҡшай башлай[7].

III быуатта, Рим империяһындағы киң көрсөк фонында, тормош шарттарының үҙгәреүе һәм киң таралған көнсығыш культы йоғонтоһо һөҙөмтәһендә,.римлеләрҙең дини инаныуҙары үҙгәрә[9]. Вулканға тылсымлы функцияларҙы ҡайтарып ҡалдыра башлайҙар; уға яҙмыш ҡушҡанды ун йылға кисектереп тороу һәләте бирелә. Бында аллаларҙың тәбиғи булмаған эштәр ҡылыу ғына түгел, ваҡытты үҙгәртеү һәләте тураһындағы инаныуҙар сағыла[10]. Мавр Сервия Гонорат комментарийҙарына ярашлы, Вулкан кеше ырыуының башлығы булып таныла башлай. Ҡояш культы таралыу фонында ут һәм «уның менән бәйле юғары илаһи башланғыс булараҡ, донъя элементтары араһында беренсе урынды биләгән Вулкан айырыуса ҙур хөрмәт ҡаҙана»[11].

Культы үҙгәртергә

Хөрмәтләү үҙгәртергә

Риүәйәт буйынса, Вулкан культы Римгә сабиндар һәм уларҙың бөйөк батшаһы Тит Таций тарафынан, Ромул ҡала төҙөгәндән һуң күп тә үтмәй, үҙе тере саҡта килтерелә[12]. Ут илаһы Вулканды ҡойоусылар айырыуса хөрмәт иткәндәр, улар уны пенаттар (үҙ ғаиләһен һәм усағын һаҡлаусы һәм яҡлаусы илаһтар) менән берләштергәндәр[12].

Вулкан хөрмәтенә трофей ҡоралын яндырыу тәжрибәһе булған[13].

Ҡорбан салыу, ут аллаһы хөрмәтенә үткәрелгән байрамдарҙың дөрөҫ үтәлеүен күҙәтеү өсөн дәүләт кимәлендә ун ике бәләкәй фламиндарҙың береһе яуаплы була [14].

Миһраб һәм ғибәҙәтханалар үҙгәртергә

 
XX быуаттың беренсе яртыһында Рим форумының схема картаһында Вулканалдың урынлашыу урыны өҫкө уң мөйөштә күрһәтелгән

Рим форумында Капитолий убаһы итәгендә Вулканға бағышланған миһраб һәм кипарислы терраса, Вулканал урынлашҡан. Риүәйәттәр Буйынса, улар Ромул осоронда уҡ төҙөлгән. Вулканал, боронғо римляндар аңлауынса, ҡаланың иң изге урындарының береһе булған[15][16]. Рим батшалығының башланғыс осоронда ул Рим хакимдары йыйылыштар үткәргән урын булып хеҙмәт иткән[17][18].

Риүәйәт буйынса Ромул төҙөгән Вулкан ғибәҙәтханаһы померийҙан ситкә Марс яланына сығарылған[19]. Плутарх килтергән версияларҙың береһендә, римлеләр ут аллаһын уның хөрмәтенә ҡорам менән хөрмәт итһәләр ҙә, ғибәҙәтхананы символик рәүештә ҡала диуарҙарынан ситкә алып сығалар, сөнки ҡала йыш ҡына янғындан зыян күрә, тиелә[20][21].

Римдән башҡа Вулканға ғибәҙәтханалар һәм изге урындарҙы Рим империяһының башҡа ҡалаларында ла төҙөгәндәр[22].

Байрамдар үҙгәртергә

Вулкан фестивале, Вулканалия, йыл һайын 23 август көнө, йәйге эҫе көндәр арҡаһында келәттәр һәм ашлыҡтар яныу хәүефе иң ҙур булғанда билдәләнә. Фестиваль ваҡытында илаһты ололау өсөн яғылған усаҡтарға, ҡорбан итеп һәм кеше ғүмере өсөн йолом итеп, тере балыҡ йәки бәләкәй йәнлектәрҙе ташлағандар[16][23], был Вулкан культының кеше ҡорбандары менән беренсел бәйләнеше булыуын раҫлай, тип фараз ителә[24].

Вулканалияларҙан тыш, уға тубилустрийҙар (тубилустрии[en]) — тынлы инструменттар менән бәйле байрам бағышлағандар, тынлы инструменттар башҡа металл предметтар кеүек үк, Вулкан ҡурсалауында булған сәнғәт менән бәйле. Шулай уҡ Тибр балыҡсылары үҙҙәренең байрамында, 7 июнь көнө, уға ҡорбан килтергәндәр[24].

Мифтары үҙгәртергә

 
Майя һәм Вулкан. XVI быуаттың икенсе яртыһындағы Бартоломеус Спрангер картинаһы

Вулкан тураһындағы ҡараштар уның культы йәшәгән меңәр йылдар дауамында һиҙелерлек үҙгәрә. Әгәр ҙә тәүҙә ул төп илаһтарҙың береһе булһа, ваҡыт үтеү менән уның роле һиҙелерлек кәмей. Индигитаменттарҙа (индигитаментах[en]) — боронғо Рим һәм боронғо грек дини инаныуҙары ҡушылғанға тиклем яҙылған һәм антик яҙыусылар цитаталары буйынса билдәле Рим понтификтарының изге китаптарында — емешле ер алиһәһе Майя Вулкандың ҡатыны булған[25][16].

Рим дине эллинлашҡан һайын, грек мифологияһы рим мифологияһы менән тиңләштерелә, ә Рим өсөн традицион илаһтарға грек прототиптары ярашлы була башлағас, Вулкан Гефест һыҙаттарына эйә була. Боронғо грек Зевс һәм Гераның аналогтары Юпитер һәм Юнона уның «ата-әсәһе», шулай уҡ Афродитаның прототибы булып киткән Венера уның ҡатыны булып китә[26][27].

Вулкандың балалары үҙгәртергә

Пренестегә нигеҙ һалыусы легендар Цекул антик сығанаҡтарҙа Вулкандың улы булып сығыш яһай. Усаҡта донъяға килгән бала үҙ исемен латин телендәге лат. caeculto лат. caeculto («күреү һәләте насар») һүҙенән ала, сөнки төтөн баланың күҙҙәренә зыян килтерә. Цекула үҫеп еткәс, күрше ҡәбиләләрҙе үҙе янына йыйып, уның етәкселегендә яңы урынға күсергә өгөтләй башлай. Вулкан, уның илаһи сығышын раҫлау өсөн, йыйылған кешеләрҙе ут ҡулсаһы менән уратып ала[28].

Вулкандың тағы бер улы итеп ҡайһы бер антик сығанаҡтар Римдың алтынсы батшаһы Сервий Туллийҙы күрһәтә. Риүәйәт буйынса, уның әсәһе Окрисия Луций Тарквиний Приски батшаның ҡатыны Танаквилгә ҡоллоҡҡа эләгә. Илаһ миһрабына шарап һалыу йолаһын үтәгәндә Вулкан матур ҡол ҡыҙға ғашиҡ була һәм Окрисияны яулап ала. Ошо бәйләнештән буласаҡ Рим батшаһы Сервий Туллий тыуа[29].

Вулкан оҫтаханалары үҙгәртергә

 
Вулкан тимерлеге. Теодор ван Тюльден картинаһы. 1649 йыл

Боронғо римлеләрҙең ышаныуҙарына ярашлы, ут илаһы Вулкандың оҫтаханалары тауҙар аҫтындағы ер аҫтында тәрәндә урынлаша. Унда айырыуса көсөргәнешле эшләгәндә, төтөн һәм ут тышҡа сыға алған. Бындай тауҙарҙы вулкандар тип атайҙар. Был һүҙ башҡа телдәргә лә күскән һәм бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған[30].

Вергилийҙың «Энеида»һында Вулькано утрауындағы оҫтахананың тасуирламаһы бар, унда Вулкан циклоптар ярҙамы менән ҡатыны Венераның һорауы буйынса Энейға хәрби кейемдәр сүкеп яһай.

Вулкан сәнғәттә үҙгәртергә

XVXVIII быуаттарҙа Европа һынлы сәнғәтендә Гефест тураһындағы боронғо грек мифтарынан билдәле бер күренештәрҙе һүрәтләгән сюжеттар бик популяр була; шул уҡ ваҡытта ул Вулкан тип атала. «Венера Вулкан тимерлегендә» (Джулио Романо, Франческо Пармиджанино, Джорджо Вазари, Якопо Пальма Младший, Питер Рубенс, Антонис ван Дейк, Антуан Куапель, Франсуа Буше һәм башҡаларҙың картиналары), «Вулкан тимерлеге» (Франческо Приматиччо, Пьетро да Кортон, Франческо Бассано, Тициана, Диего Веласкес, Лука Джордано, Джованни Баттиста Тьеполо һәм башҡаларҙың картиналары), «Вулкан эләктергән Марс һәм Венера» (Тинторетто, Xубрехт Гольциус, Рембрандт, Лука Джордано, Франсуа Буше һәм башҡаларҙың картиналары), «Фетида Вулкан янында» (Рубенс, Мартен ван Хемскерк картиналары) һәм башҡалар.

Вулкан скульптураһы Американың Алабама штатындағы Бирмингем ҡалаһында ҡуйылған.

Вулкан тәңкәләрҙә үҙгәртергә

 
Вулкан илле итальян лираһында. 1995 йыл

Вулкан, тимерсе илаһы булараҡ, аҡса һуғыу ҡурсалаусыһы була, әммә уның һүрәте тәңкәләргә бик һирәк урынлаштырыла. Тәүге тапҡыр ул додранста — беҙҙең эраға тиклем II быуаттағы 34 асс [31], шулай уҡ беҙҙең эраға тиклем 102 йылғы денарийҙа күренә[31]. Император дәүерендә Вулкан беҙҙең эраның 68-69 йылдарындағы граждандар һуғышы осоро тәңкәләрндә осрай[32].

Римдә һуғылған тәңкәләрҙә Вулкан яңынан 1700 йылдан һуң барлыҡҡа килә. 1954—1995 йылдарҙағы акмониталдан 50 лир реверсында эшләп ултырыусы Вулканды урынлаштыралар[33].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Вулкан / Е. М. Штаерман // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987. — Т. 1 : А—К. — С. 253.
  2. Варрон. Lingua Latina. V, 10: «Ignis a gnascendo, quod huic nascitur et omne quod nascitur ignis succendit; ideo calet ut qui denascitur cum amittit ac frigescit. Ab ignis iam maiore vi ac violentia Volcanus dictus. Ab eo quod ignis propter splendor»
  3. Skeat W. W. Volcano // An Etymological Dictionary of the English Language. — Oxford: Clarendon Press, 1888. — P. 689—690.
  4. Cook A. B. Zeus. A Study in ancient Religion. — Cambridge: University Press, 1925. — Vol. II. — P. 947.
  5. Sergent B. G. Capdeville. Volcanvs. Recherches comparatistes sur les origines du culte de Vulcain [compte-rendu] // Revue de l'histoire des religions[fr]. — 1999. — Vol. 216. — № 4. — P. 475—481. Архивировано из первоисточника 22 июнь 2019.
  6. Циркин, 2000, с. 140—141
  7. 7,0 7,1 7,2 Циркин, 2000, с. 141
  8. Любкер, 2005
  9. Штаерман, 1987, с. 275
  10. Штаерман, 1987, с. 267
  11. Штаерман, 1987, с. 296
  12. 12,0 12,1 Циркин, 2000
  13. Штаерман, 1987, с. 43
  14. Циркин, 2000, с. 426
  15. Lovell Isabel. The Story of the Forum itself // Stories in Stone from the Roman Forum. — New York: The Macmillan Company, 1902. — P. 17.
  16. 16,0 16,1 16,2 Штаерман, 1987
  17. Дионисий Галикарнасский. Римские древности. Книга II. 50
  18. Dyer T. H[en]. Vulcanal // A History of the City of Rome: Its Structures and Monuments. From its Foundation to the end of the Middle Ages. — London: Longmans, Green & Сo., 1865. — P. 31—32.
  19. Volcanos, aedes // A New Topographical Dictionary of Ancient Rome / Ed. Richardson L. Jr[en]. — Baltimore • London: The Johns Hopkins University Press[en], 1992. — ISBN 0-8018-4300-6.
  20. Плутарх. Римские вопросы. 47
  21. Вулкан // Легенды и сказания Древней Греции и Древнего Рима / Сост. А. А. Нейхардт. — М.: Правда (издательство), 1990. — С. 510. — 576 с. — ISBN 5-253-00083-6.
  22. Штаерман, 1987, с. 200
  23. W. Warde Fowler[en]. The Roman Festivals of the Period of the Republic: An Introduction to the Study of the Religion of the Romans. — London: Macmillan & Co., 1899. — С. 123—124, 209—211. — ISBN 0-548-15022-2.
  24. 24,0 24,1 Владимир Сергеевич Соловьёв. Вулкан, божество // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  25. Lipka M. Chapter one. Constituent concepts // Roman Gods: A Conceptual Approach. — Leiden • Boston: Brill, 2009. — P. 71. — (Religions in the Graeco-Roman world). — ISBN 978-90-04-17503-7.
  26. Обнорский В. §12. Эллинизация римской религии в эпоху роста римского государства // Энциклопедия классической греко-римской мифологии. — Ногинск: Остеон-Групп, 2015. — 1480 с. — ISBN 978-5-85689-024-1.
  27. Луций Анней Сенека. Примечания // Трагедии / Изд. подг. С. А. Ошеров, Е. Г. Рабинович. — М.: Наука, 1983. — С. 382—383.
  28. Вергилий. Энеида. Книга VII. 679—680
  29. Циркин, 2000, с. 260
  30. Циркин, 2000, с. 500
  31. 31,0 31,1 Мэттингли, 2005
  32. RIC I (second edition) Civil Wars 79. OCRE (Online Coins of the Roman Empire). Дата обращения: 14 октябрь 2018. Архивировано 16 декабрь 2018 года.
  33. Fabio Gigante. Gigante 2004. Monete italiane dal '700 ad oggi. — Edizione: 12°. — Varese: Gigante, 2003. — P. 629—631. — 788 p. — ISBN 8890038942.


Әҙәбиәт үҙгәртергә