Капитолий (Капитолий убаһы; лат. Capitolium, Capitolinus mons, итал. il Campidoglio, Monte Capitolino) — Боронғо Рим барлыҡҡа килгән ете убаның береһе. Капитолийҙа ҡорам торған, уны ла Капитолий тип йөрөткәндәр, унда сенат ултырыштары һәм халыҡ йыйылыштары үткән[1].

Капитолий
Базилика Санта-Мария-ин-Арачели на вершине Капитолийского холма
Базилика Санта-Мария-ин-Арачели на вершине Капитолийского холма
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге46 м
Урынлашыуы
41°53′36″ с. ш. 12°28′58″ в. д.HGЯO
Страна
Тораҡ пунктРим 
Италия Рим
Красная точка
Капитолий
 Капитолий Викимилектә
Капитолий һарайы һәм музейҙары (архитекторы Микеланджело Буонарроти)

Географик урыны

үҙгәртергә

Рим убаларының, иң бәләкәйҙәренең береһе, Тибр йылғаһының көньяҡ яры янында, Палатинский убаһынан төньяҡ-көнбайыштағы үҙәндә, диңгеҙ кимәленән 46 м тиклем бейеклектә урынлашҡан форум өҫтөндә күтәрелгән.

Антиклығы

үҙгәртергә

Капитолий Сервий Туллий осорондағы Рим ҡалаһының нығытылған бер ҡәлғәһе булған, тип фараз итергә мөмкин. Бөтә ҡалҡыулыҡты уратып алған һәм ике айырым нығытманы — Аrх, йәки цитадель, һәм Капитолий — уратып алған стенала эҙе бик аҙ тойомлана. Б. э. т. 174 йылда лава түшәлгән һәм ҡайһы бер урындарҙа аркалар менән биҙәлгән төп юлдан (Clivus Cap.) тыш, йәйәүлеләр өсөн тағы бер нисә юл тау түбәһенә алып барған. Уларҙың береһе (Centum gradus), баҫҡыслыһы, билдәле Тарпей ҡаяһы урынлашҡан ҡалҡыулыҡтың көньяҡ-көнсығышына илткән. Шулай уҡ Килешеү һәм боронғо дәүләт төрмәһе Карцер ғибәҙәтханаһының баҫҡыстары ла цитаделгә алып килгән; Карцер янында был юлдан Гемониев террасаһы (Scalae Gemoniae), унда императорҙар заманында язалап үлтерелгән кешеләрҙең кәүҙәләре ташланған, айырылып киткән. Цитаделдә авгурҙар ауспициялар менән шөғөлләнгән урын — авгуракул урынлашҡан; бында инавгурация (XIII, 41) ваҡытында таш ултырыш өҫтөндә авгур ултырған. Авгуракулдан аҫтараҡ, фаразланыуынса, Марий төҙөгән Намыҫ һәм Ғәййәрлек (Honos et Virtus) ғибәҙәтханаһы булған. Бында тарихи осорҙа бер ҡасан да гарнизон тормаған. Риүәйәт буйынса, цитаделдең Камиллдың Аврунктар менән һуғыш ваҡытында биргән нәҙере буйынса төҙөлгән Кәңәшсе Юнона (Juno Moneta) ҡорамы торған урында хәҙер Арачелиҙағы Санта Мария сиркәүе тора. Ғибәҙәтхана эргәһендә, моғайын, — хәүефһеҙлек өсөндөр — тәңкә ихатаһы (монетный двор) булған.

Убаның көньяғындағы иң юғары нөктәне Капитолийҙағы Юпитер ғибәҙәтханаһы (aedes Jovis optimi maximi), йәки, һүҙҙең тар мәғәнәһендә, Капитолий, римлыларҙың иң бөйөк ғибәҙәтханаһы биләй. Ғибәҙәтханаға Тарквиний батшалар нигеҙ һалған тип фаразлана, әммә уның тамамланыуы республиканың 1-се йылына тура килә. Уның алдында — өс рәт дорик ордерлы колонна, ян-яҡтан — берәр рәт колонна теҙелгән. Параллель стеналар уны Юпитерға, Минерваға һәм Юноноға арналған өс бүлеккә (cellae) бүлә. Юпитер (үҙәк) целлаһында ҡайһы берҙә сенат ултырыштары үткән. Ғибәҙәтхананың тыш яғында һәм эсендә бәхетле һуғыш ғәнимәттәре һәм бағышлауҙар бик күп йыйылған була, хатта б. э. т. 179 йылда уны таҙартырға тура килгән. 2-се пун һуғышы тамамланғандан һуң, ҡорамдың түбәһенә алтын ялатылған һәм иҙәненә мозаика түшәлгән. 83 йылда ғибәҙәтхана янғында юҡҡа сыға: хатта уның ер аҫтында һаҡланған Сивиллиндың китаптары ла юҡҡа сыға, әммә Рим батшаларының һәм Марк Юний Бруттың статуялары, шулай уҡ ҡорам ҡаҙнаһы ҡотҡарыла. Сулла ғибәҙәтхананы тергеҙеүҙе элекке план буйынса, әммә шундай күркәмлек менән, башлай, ул 69-сы йылда тамамлана. 80 йылда ғибәҙәтхана ҡабаттан яна һәм Домициан тарафынан яңынан тергеҙелә.

V быуат башынан алып ғибәҙәтхананы яйлап талау, артабан яйлап юҡ итеү башланған; хатта уның нигеҙе лә һаҡланмаған, сөнки уның аҫтындағы таш сығарыу урындары емерелә башлаған, һәм Кафареллиҙар (it|Caffarelli (famiglia) XVI быуатта үҙҙәренең һарайы өсөн файҙаланырға теләгәндә, ул хараба рәүешендә ҡалған булған. Ғибәҙәтхана ихатаһында капитолий коллегияһы (йәғни Капитолийҙа йәшәгән кешеләр корпорацияһы) борон үҙ уйындарын ойошторған; бында өлкән Тиберий Гракхтың һәләкәтенә килтергән халыҡ йыйылыштары ла булған. Бында аллаларҙың һәм атаҡлы кешеләрҙең күп һанлы һындары булған. Октавиан Август хакимлыҡ иткән осорҙа шул тиклем күп йыйылған, хатта ҡайһы берҙәрен Марс яланына күсерергә тура килгән.

 
Капитолий антик замандарҙа

Бөтөнөһөнән дә бейегерәк Юпитер ғибәҙәтханаһы итәгендә әллә күпме бәләкәй ҡорамдар, шул иҫәптән Юпитер-һаҡлаусы ғибәҙәтханаһы барлыҡҡа килгән. Капитолий ҡалҡыулығында Римдың башҡа дәүләттәр менән төҙөгән дәүләт килешеүҙәре теркәлгән бронза таҡталар һаҡланған булған. Светоний әйтеүенсә, 69 йылда төҙөлгән ғибәҙәтханала сыҡҡан янғында 3000 ошондай таҡта һәләк булған.

Уба билендә, Капитолий ҡалҡыулығы менән цитадель араһында, Ромул, хикәйәт буйынса, һыйыныу урыны ҡорған. Бында «йәш Юпитер» йәки боронғо Латин илаһы Вейовистың ғибәҙәтханаһы торған. Кәлғә һәм ғибәҙәтхана әһәмиәтендә булыуына ҡарамаҫтан, Капиолий убаһында шәхси йорттар төҙөлә башланған. Манлийҙар патриций нәҫеле хыянат иткәндән һуң, патрицийҙарҙың береһе лә Капитолий ҡалҡыулығында йәшәмәйәсәк, тигән ҡарарға киленгән. Төньяҡтың күп өлөшөндә һәм көньяҡ-көнсығышта, Тарпей ҡаяһында ғына ҡаралтылар булмаған. Билдең Рим форумына ҡараған битен, емереклектәре әлеге көнгә тиклем һаҡланып ҡалған, ҙур бина (tabularium) биләгән; ул дәүләт архивы булып хеҙмәт итергә тейеш булған.

Капитолий итәгендә бөгөнгө Piazza Aracoeli эргәһендә Инсула Арачели күп фатирлы йорт харабалары һаҡланған. Тацит та был бинаның Капитолийҙың төньяҡ осонда урынлашҡвнын иҫкә алған, уның әйтеүенсә, ул да ҡалҡыулыҡ бейеклегенә тиң булған, шулай итеп, бейеклеккә 30 метр бейеклеккә еткән[2][3].

Урта быуаттар

үҙгәртергә

Урта быуаттарҙа Капитолий убаһында бер генә монументаль бина — төньяҡ түбәһендәге Арачелиҙағы Санта-Мария (Изге Мария) сиркәүе була. 1143 йылда Рим сенаты тергеҙелгәндән һуң, Капитолий убаһыы ҡаланың идеаль административ үҙәге әһәмиәтенә эйә була. 1477 йылға тиклем уның майҙаны төп баҙар булып хеҙмәт иткән; табуларий харабалары өҫтөндә ҡәлғәгә оҡшаған сенаторҙар һарайы төҙөлгән.

Яңы ваҡыт

үҙгәртергә
 
Этьен Дюперак. Капитолий. 1568. Офорт

1536—1538 йылдарҙа Микеланджело Кампидолионы (Капитолий майҙанын) биҙәү планын әҙерләй. Һәм ул, бер аҙ тайпылыштар менән, киләһе 100 йылда башҡарылған һәм Капитолий убаһына уның әлеге күренешен биргән. Микеланджело Сенаторҙар һарайының алғы яғын (фасад) үҙгәртеү өҫтөндә эшләй башлай. Капитолийға күтәрелеү Марс яланы ҡаршыһында башлана һәм Пий IV (1559—1565) осоронда төҙөлгән һәм өҫкө өлөшө ғәйәт ҙур мәрмәр Диоскурҙар һыны менән биҙәлгән киң киртләс (терраса) буйлап бара.

Майҙан уртаһын күсерелеп килтерелгән Марк Аврелийҙың атлы статуяһы биләй (Микеланджелоның тәүге проектына ҡаршы булһа ла), һул яғында бик шәп Палаццо Нуово капитолий музейы (1644—1655 йылдарҙа Джироламо Райнальди төҙөгән) менән сикләнгән; уң яғында Томмазо ди Кавальери (Tommaso dei Cavalieri) (1564—1568 йылдар) төҙөгән һирәк осраған әйберҙәр һаҡланған һарай — «Консерваторҙар палаццоһы» урынлашҡан. Инеү урынына ҡаршы 1579 йылда Өлкән Мартино Лонги төҙөгән һәм 1592 йылда Райнальди тамамлап ҡуйған ике киртләсле һәм бейек манаралы сенаторҙар һарайы ҡалҡып тора. Һарайҙың төп залы Рим ҡала советы ултырыштарын үткәреү өсөн хеҙмәт итә.

Әлеге ваҡытта Капитолийҙың иң төньяҡ түбәһен король Виктор Эммануил (Витториано) һәйкәле биләй, уның нигеҙе 1885 йылда һалынған[4].

Боронғо Капитолий

үҙгәртергә

Шулай уҡ, Римдә иҫке Капитолий (Capitolium vetus) ҙа булған, риүәйәт буйынса — Квиринал ҡалҡыулығындағы сабиндарҙың боронғо ғибәҙәтханаһы булған; бынан ул Капитолий убаһына күсерелгән, әүәлерәк — риүәйәт буйынса — уны Сатурний йәки Тарпей убаһы тип атағандар. Квириналдағы изге урындың Капитолий атамаһы һуңғараҡ та һаҡланып ҡалған; Митридат һуғышы осорондағы кесе азия общиналарының икешәр дана тупланған бағышлауҙары Римдә: береһе — яңы Капитолийҙа, икенсеһе — иҫке Капитолийҙа торған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Септимонциум