Вильгельм Кинцль

Австрия композиторы

Вильгельм Кинцль (нем. Wilhelm Kienzl; 17 ғинуар 1857(18570117), Вайценкирхен — 19 октябрь 1941, Вена) — Австрия композиторы, дирижёры һәм музыка белгесе.

Вильгельм Кинцль
нем. Wilhelm Kienzl
Рәсем
Заты ир-ат[1][2][3]
Гражданлығы Flag of Hungary (1896-1915; angels; 3-2 aspect ratio).svg Австро-Венгрия
Flag of Germany (1935–1945).svg Өсөнсө рейх
Flag of Austria.svg Беренсе Австрия Республикаһы
Тыуған көнө 17 ғинуар 1857({{padleft:1857|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2][3][…]
Тыуған урыны Австрия, Верхняя Австрия[d], Грискирхен[d], Вайценкирхен[d]
Вафат булған көнө 3 октябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[2][3] (84 йәш)
Вафат булған урыны Өсөнсө рейх, Вена[2]
Ерләнгән урыны Венаның Үҙәк зыяраты[d]
Изображение могилы
Һөнәр төрө композитор, дирижёр, музыка белгесе, пианист, биограф
Уҡыу йорто Вена университеты
Лейпцигская высшая школа музыки и театра[d]
Пражская консерватория[d]
Музыка ҡоралы фортепиано
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Commons-logo.svg Вильгельм Кинцль Викимилектә

В. Кинцль Австрияның көньяҡ-көнсығышында Муре йылғаһы буйында урынлашҡан Грац ҡалаһында тыуып үҫә, ошонда уҡ Иоганн Бува мәктәбендә фортепианола уйнау серҙәренә төшөнә башлай. Ләкин был музыка ҡоралында әллә ни ҙур уңыштарға өлгәшә алмағас, Игнац Уляның ҡала оркестры концертмейстеры Вильгельм Майер етәкселегендә скрипкала уйнарға өйрәнә башлай. Шулай уҡ ул ваҡытта башлыса Мюнхендә эшләгән Мортье-де-Фонтенан фортепиано дәрестәрен ала. Артабан Прага һәм Лейпциг консерваторияларында музыка буйынса белем алыуын дауам итә, Вена университетында музыка белгесе булараҡ диссертация яҡлай. Төрлө ваҡыттарҙа Эдвард Ганслик, Ференц Лист һәм Йозеф Крейчи уның уҡытыусылары була; Йозеф Крейчи ярҙамында Кинцль Вагнер музыкаһы менән яҡындан таныша: Крейчи уҡытыусыһын Байройтҡа «Нибелунгтар ҡулсалары» премьераһына үҙе менән алып бара. Ғөмүмән опера жанрын Вагнерса аңлау Кинцлдең ижадына бик ныҡ йоғонто яһай.

Венала Кинцль йортона эленгән Мемориаль таҡта
Вена үҙәк зыяратында Вильгельма Кинцль ҡәбере

Кинцль, нигеҙҙә, операларға музыка яҙыусы композитор, уға «Евангелист» операһы иң ҙур билдәлелек килтерә лә инде (нем. Der Evangelimann; 1895). Уның башҡа опералары: «Urvasi» (1886), «der Narr Heilmar» (1892), «Дон Кихот» (1898), «Der Kuhreigen» (1911). Кинцль, Гуго Вольф менән бер рәттән, Шуберт заманынан алып йырҙар яҙыусы иң популяр композитор булараҡ та таныла. Улар араһында — «Малайҙың тылсымлы мөгөҙө»[5] (мәҫәлән, «An Boten einen») йырҙар йыйынтығы. Кинцлдең бәләкәй вокал әҫәрҙәре араһында Автрияның тәүге гимны ла (1929 йылға тиклем) бар.

Кинцлдең музыка белгесе булараҡ хеҙмәттәренән Вагнерҙың биографияһы буйынса ғилми эше (1904), «Музыкаль декламация» китабы (нем. «Die musikalische Declamation») һәм бик күп мәҡәләләре айырым бер урын алып тора, .

ХәтерҮҙгәртергә

  • Кинцлдең фотоһүрәте Австрияның 2007 йылғы почта маркаһына төшөрөлгән.
  • Венала композитор йәшәгән йорт стенаһына мемориаль таҡта ҡуйылған.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә