Үрге Австрия

төньяҡ Австрияның федераль ерҙәре


Үрге Австрия (нем. Oberösterreich) — төньяҡ Австрияның федераль ерҙәре. Линц — административ үҙәге һәм иң ҙур ҡалаһы.

Үрге Австрия
Oberösterreich
Герб
Герб
Флаг
Флаг
Статус

Федеральная земля

Административ үҙәк

Линц

Эре ҡалалары

Линц

Глава правительства

Йозеф Пюрингер

Халҡы (2019)

1 482 095 (3 урын)

Тығыҙлығы

116 кеше/км²

Милли состав

австрийцы

Конфессиональ состав

католики

Майҙаны

11 980 км² (4 урын)

Үрге Австрия на карте

Код ISO 3166-2

AT-4

Рәсми сайты

Австрияның иң төньяғында урынлашҡан, уны Дунай йылғаһы көнбайыштан көнсығышҡа ике өлөшкә бүлә. Ул Чехия һәм Германия, шулай уҡ Австрия ерҙәре булған Түбәнге Австрия, Зальцбург һәм Штирия менән сиктәш. Оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа табан 145 км тәшкил итә, ә көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай — 165 км. Үрге Австрия илдең бөтә майҙанының 14,3 % биләй, Австрияның башҡа ерҙәре араһында күләме буйынса дүртенсе : 11 980 км2 (Австрияның бөтә майҙаны 83 871 км2 тәшкил итә). Түбәнге Австрия Штирия һәм Тироль ерҙәренән генә ҡалыша.

Географияһы

үҙгәртергә

Территорияһының күп өлөшөн тауҙар һәм убалар биләй. Төньяҡта һәм төньяҡ-көнсығышындағы убалы тәпәш таулыҡ (400—900 м) Мюльфиртель, ул көньяҡтан кристаллик Чехия массивын әйләндереп алған. Был массив менән Көнсығыш Альптар араһында Инфиртель тигеҙлеге һыҙаты урынлашҡан. Дунайҙан көньяҡтараҡ төньяҡ Альп 300—800 метрға күтәрелгән тау итәге башлана, бер нисә бәләкәй Кремстан, Штайр һәм Эннс йылғалары менән бүлгеләнгән. Үрге Австрияның иң көньяҡ өлөшө — Көнсығыш Альптар тауының иң бейек түбәһе Дахштайн (2995. м.). Бында Альп тауҙарының иң көнсығыш боҙлоҡтары ята.. Төп һыу артериялары: Дунай йылғаһы (111 км), Траун (132 км), Эннс (90 км), Инна (68 км) һәм Штайр (67 км). Альп тауҙарының төньяҡ итәгенән Аттерзкий (45,9 км2), Траунзей (24,5 км2), Мондзе (14,2 км²) һәм Халлштаттерзкий (8,4 км²) күлдәре урынлашҡан. Һыу майҙаны бөтә территорияның 2,11 % йәки 252 км2 биләй.

Климаты уртаса континенталь. Уртаса йыллыҡ температура 7-9 °С. 2000 м ашыу бейеклектә булған тауҙарҙа — −1 °С. Йыллыҡ яуым-төшөм нормаһы 750 мм алып мм 800 мм тиклем, Альп тауҙары итәгендә 1000, ә 1500 м ашыу бейеклектә яҡынса 2000 мм. Таулы райондарҙа ҡар 7-8 ай самаһы ята.

Хәҙерге Үрге Австрия территорияһында кешенең йәшәй башлауы палеолит дәүерендә башлана. Рим империяһы ваҡытында өлкә Дунайҙан көньяҡҡа табан Норик провинцияһыныҡы булған. Халҡының күпселек өлөшөн кельттар тәшкил итә. VI быуаттан көнбайыш райондарында герман ҡәбиләләре баварҙар йәшәй башлай. VI—VII быуаттарҙа төбәктең көнсығыш өлөшөндә аварҙар, көньяҡ-көнсығышта — славяндар йәшәй. 788 йылда Инн һәм Эннс йылғалары араһындағы ерҙәр Бөйөк Карл франк дәүләте составына ингән.

Административ бүленеше

үҙгәртергә
 
Үрге австрия административ картаһы

Ер территорияһы 4 эре районға бүленә: Хаусрукфиртель, Иннфиртель, Мюльфиртель һәм Траунфиртель. Үрге австрия өс штатутарштадт (Линц, Вельста һәм Штайр) һәм 15 өлкәнән тора :

Исеме Автомобиль коды Майҙан,



км2
Халыҡ,



кеше (2013)
Административ үҙәге
Линц L 95,99 191 501 Линц
Вельста WE 45,88 882 58 Вельста
Штайр SR 26,54 140 38 Штайр
Браунау-ам-Инн BR 1040,38 333 98 Браунау-ам-Инн
Эфердинг EF 259,46 786 31 Эфердинг
Фрайштадт FR 993,86 148 65 Фрайштадт
Гмундный GM 1432,62 320 99 Гмундный
Грискирхен GR 578,99 759 62 Грискирхен
Кирхдорф-ә-де-Кремстан KI 1239,79 518 55 Кирхдорф-ә-де-Кремстан
Линц-Ланды LL 460,25 140 169 Линц
Перг PE 613,18 963 65 Перг
Рид-ул-Иннкрайс RI 585,01 617 58 Рид-ул-Иннкрайс
Рорб RO 827,95 472 56 Рорба-Бергенәм
Шердинг SD 618,49 393 56 Шердинг
Штайр-Ланды SE 971,70 489 58 Штайр
Урфар-Умгебунг UU 649,33 889 81 Линц
Феклабрукка VB 1084,26 876 130 Феклабрукка
Вельста-Ланды WL 457,66 243 68 Вельста

2016 йылдың 1 ғинуар мәғлүмәте буйынса төбәктә 1 453 733 йәшәй.[1] Линц (200 841 кеше йәки Үрге Автрияның бөтә халҡының ≈14 %) — ҙурлығы байынса Австрияның Вена һәм Грац ҡалаларынан өсөнсө ҡалаһы. Бында Автрияның һәр етенсе кешеһе тиерлек йәшәй. Халыҡ тығыҙлығы бер квадрат метрға 121 кеше тура килә.

Үрге Австрияла бөтә Австрия халҡының барлығы ≈16,7 % халҡы тупланған (Автрияла барлығы 8 699 730 кеше йәшәй)[1] .Халыҡ һаны буйынса Үрге Австрия Түбәнге Австриянан (1 653 419 кеше) һәм Венанан (1 840 573 кеше) ҡалыша. Уның эшкә яраҡлы халҡы яҡынса 700 мең кеше тәшкил итә, шуларҙың 61 % тирәһе хеҙмәтләндереү өлкәһендә (сауҙа һәм туризмды индереп), 33 % сәнәғәттә һәм 6 % ауыл хужалығында эшләй. 2007 йылда эшһеҙлек күләме 3,6 % тәшкил итә, уртаса сағыштырғанда бөтә ил буйынса 6,2 % түбән.

Төбәктә йәшәгән халыҡтың 80 % — католиктар.

Үрге Австрияла халыҡ һаны буйынса иң эре ҡалалар (2021 йыл мәғлүмәте буйынса, кеше)
Линц 552 206 Бад-Ишль 117 14
Вельста 662 62 Гмундный 201 13
Штайр 968 37 Феклабрукка 446 12
Леондиңда 943 28 Рид-ул-Иннкрайс 12 211
Траун 829 24 Энс 902 11
Браунау-ам-Инн 444 17 Альтмюнстер 865 9
Ансфельден 423 17 Лакирхен 744 9
Мархтренк 338 14

Дөйөм карта

үҙгәртергә

Легенда карталары:

100 000 артыҡ кеше
100 30 000 000 кешегә тиклем
15 30 000 000 кешегә тиклем
10 15 000 000 кешегә тиклем
5 000 кешегә 10 000-гә тиклем

Иҡтисады

үҙгәртергә

Сәнәғәте

үҙгәртергә
 
Халльштатт һәм Халльштат күле

Үрге Австрия — илдең мөһим сәнәғәт төбәге. Бында 700-ҙән ашыу эре предприятие урынлашҡан, ә сәнәғәт етештереү 23 % тәшкил итә (2001). Төп сәнәғәт үҙәге: Линц, Браунау-ам-Инн, Эннс, Вельс, Траун, Гмунднен һәм Штайр. Төп тармағы: целлюлоза һәм ҡорос ҡойоу сәнәғәте, машиналар эшләү, төҫлө металлургия . Үрге Австрияның иҡтисады бер нисә эре компаниялар һәм күп һандағы ваҡ һәм уртаса предприятиеларҙың сиратлашыуы менән характерлана. Үрге Австрия территорияһында 42 меңдән ашыу компания эшләй. Сәнәғәт тауарҙары етештереүселәр 22 процент тәшкил итә. Иҡтисад өлкәһененең төп тармағы хеҙмәтләндереү өлкәһе булып тора. Яҡынса 44 проценты ерҙең эске тулайым продукты ошо секторҙа формалаша. Сәнәғәт өлөшө 30 % тәшкил итә, алдынғы тармаҡ булып ҡорос ҡойоусы, металл эшкәртеү һәм химия тармағы, шулай уҡ машиналар эшләү. Был Үрге Австрияның бөтә сәнәғәт етештереү продукцияһының 58 % тура килә һәм 60 %-ҡа сәнәғәт иҡтисады секторында тора. Бынан тыш целлюлоза-ҡағыҙ һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармаҡтары ҙур роль уйнай. Линцта Австрияланың иң ҙур караптар төҙөү верфе бар.. Ҙур компанияларҙан һанала: «Фес-Мировых Гер» (прокат һәм ҡорос етештереү), «Сименс ФАЙ» (металлургия сәнәғәте өсөн ҡорамалдар етештереү предприятиеһы), «БМВ Мотор» (двигателдәрен етештерә), «Хабау» (төҙөлөш), «Штайер-Моторс» (дизель двигателдәре етештереү).

Ауыл хужалығы

үҙгәртергә

Ауыл хужалығы менән төбәктә бик аҙ кеше мәшғүл булыуға ҡарамаҫтан, (7,1 %), был тармаҡтың дөйөм етештереүсәнлеге күпкә юғары. Иген культуралары Иннфиртель һәм Энс үҙәндәрендә етештерелә. Бынан тыш, туғайҙар мөһим әһәмиәткә эйә, шуларҙың 60 % таулы һәм убалы урында урынлашҡан. Был райондарҙа бөтә ауыл хужалығы предприятиелары ерҙәрҙең яртыһы урынлашҡан.. 30 меңдән ашыу предприятие теркәлгән, улар яҡынса 570 мең гектар ер эшкәртә. Үрге Австрия илдең ит-һөт продукттарын төп етештереү өлкәһе. Уның өлөшөнә илдең 32 процент һөт, 30 % һыйыр һәм 38 % сусҡа ите етештерелеүе тура килә.. Бында яҡынса илдең 25 % бөтә ит-һөт предприятиелары урынлашҡан.

Үрге Австрияға йыл һайын 7 миллиондан ашыу турист килә. Туризмдың төп үҙәге Зальцкаммергут районында урынлашҡан. Иң популяр курорттары: Санкт-Вольфганг-им-Зальцкаммергут, Шаллербах, Халльштатт. Саңғы, һыу, йәйәүле һәм ат туризмы киң үҫешкән. Был тармаҡтар иҡтисадтың мөһим терәге булып тора. Сит ил туристарҙың ҡуныуы буйынса ер дүртенсе урынды биләй (Австрия, сит ил туристар ҡуныу һаны буйынса Европала алтынсы урынды биләй, ә туризм буйынса йән башына килем — беренсе), шуларҙың 85 % ауыл еренә тура килә. Туристарҙың иғтибарын бигерәк тә йәлеп итә: Зальцкаммергут, үҙенең популяр күлдәре менән; милли паркы «Калькальпен», Заувальд һәм башҡа райондары.Үрге Австралия территорияһында тарихи һәм мәҙәни иҫтәлекле урындар күп.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
 
Гозау Күл.

Монастырҙар һәм аббатлыҡ

үҙгәртергә

Үрге Австрияла бик күп боронғо монастырҙар урынлашҡан:

  • Мондзе — элекке бенедиктинтар ордены монастыры, Үрге Австралияла иң боронғо монастырь (748);
  • Ламбах — бенедиктин ордены аббатлығы (1056);
  • Райхерсберг — августиндар аббатлығы (1084);
  • Энгельсцелль — траппистар ордены монастыры (1293);
  • Вильхеринг — цистерциандар ордены аббатлығы (1146);
  • Изге Флориан монастыры — августиндар аббатлығы (1071);
  • Кремсмюнстер — бенедиктинтар ордены аббатлығы (777).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә