Әбдиев Әхмәтйән Әбделғәлләм улы

табип, медицина докторы (1862)

Әбдиев Әхмәтйән Әбделғәлләм улы — табип. Башҡорттарҙан тәүге медицина докторы (1862)[1][2].

Әбдиев Әхмәтйән Әбделғәлләм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө табип
Уҡыу йорто Ҡаҙан Император университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Әбдиев Әхмәтйән Әбделғәлләм улының биографияһы буйынса мәғлүмәттәр аҙ.

Ҡазан ҡалаһының 1-се гимназияһында белем ала. 1856 йылда Ҡазан Император университетының медицина факультетын тамамлай[3].

1856 йылдан Башҡорт ғәскәрендә штаттан тыш табип булып эшләй[4].

Хәрби министрлыҡтың Медицина департаментының рөхсәте буйынса, 1858 йылда ква­лификацияһын күтәреү өсөн Санкт-Петербург ҡалаһына Император медицина-хирургия академияһына уҡырға инә. Имтихандар биреп, диссертация яҡлағандан һуң, 1862 йылда медицина докторы дәрәжәһен ала[3].

1862 йылда Ырымбур ҡалаһына участка табибы булып эшләргә саҡыртыла. Силәбе өйәҙенең (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Мәтәл ауылында, һуңы­раҡ Бөрө өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы) Әсән ауылында табип булып эшләй[3].

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Асфандияров А. З. Башкирия после вхождения в состав России (первая половина XVI - вторая половина ХIХ в.). — Уфа: Китап, 2006. — С. 379.
  2. Круковский М. А. Южный Урал. Путевые очерки. — М.: Изд-во К. И. Тихомирова, 1909. — 314 с. — С.283.
  3. 3,0 3,1 3,2 Абдиев Ахметьян Абдугаллямович // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  4. Әбдиев Әхмәтйән Әбделғәлләм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  • Әсфәндиәров Ә. Олатайҙарҙың бар тарихы... — Өфө, 1996.
  • Асфандияров А. З. Кантонное управление в Баш­кирии (1798—1865 гг.). — Уфа, 2005.