Вивьен Ли, леди Оливье (ингл. Vivien Leigh; тыумыштан Вивиан Мэри Хартли (ингл. Vivian Mary Hartley); 5 ноябрь 1913 йыл7 июль 1967 йыл) — инглиз актрисаһы, Америка гүзәлдәре ролдәрен башҡарған өсөн ике «Оскар» премияһы алыусы: «Ел менән алып кителгәндәр»ҙә Скарлетт О’Хара (1939) һәм "«Теләк» трамвайы"нда Бланш Дюбуа (1951). Талантлы актриса йыш ҡына ире Лоренс Оливье менән бергә эшләй, ул ҡатыны ҡатнашҡан бер нисә фильмдың режиссёры була. Утыҙ йыллыҡ эшмәкәрлеге дәүерендә Ноэл Коуард һәм Бернард Шоу комедияларынан башлап классик Шекспир героинялары: Офелия, Клеопатра, Джульетта һәм леди Макбет ролдәренә тиклем башҡара.

Вивьен Ли
ингл. Vivien Leigh
Кларк Гейбл менән «Ел менән алып кителгәндәр»ҙә (1939)
Кларк Гейбл менән «Ел менән алып кителгәндәр»ҙә (1939)
Исеме

Вивиан Мэри Хартли

Тыуған көнө

5 ноябрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапта күрһәтелмәгән төрҙөр, Британ Һиндостаны

Вафат көнө

7 июль 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (53 йәш)

Вафат урыны

{{D<E|Лондон}}, Бөйөк Британия

Һөнәре

актриса

Наградалары

«Оскар» (1940,1952) «BAFTA» (1953) «Тони» (1963)

IMDb

ID 0000046

 Вивьен Ли Викимилектә

Ҡайһы берҙә Лиға ғәҙәттән тыш матурлығы арҡаһында уны етди актриса итеп күрмәйҙәрҙер кеүек тойола, ләкин ролдәр алыуға күберәк уның насар һаулығы ҡамасаулай. Оҙаҡ йылдар маниакаль депрессия аҫтында булған Вивьен Ли бергә эшләү өсөн ауыр холоҡло тигән дан ала, шунлыҡтан карьераһында төшөнкөлөк осорҙары байтаҡ була. Артабан йыш ҡабатланған туберкулёз өйәнәктәре актрисаның сәләмәтлеген бөтөнләй ҡаҡшата. Был диагноз уға ҡырҡынсы йылдар уртаһына ҡуйыла. Вивьен менән Оливье 1960 йылда айырылыша, унан һуң Ли кинола бик һирәк төшә, туберкулёздан вафат булғанына тиклем театрҙа эшләй.

Хәҙерге заман кино белгестәре һәм тарихсылары уны тарихтағы бөйөк актрисаларҙың береһе тип атай. Лиҙың "«Теләк» трамвайы"ндағы эше актёрҙарҙың бөтөнләй башҡа кәүҙәләнеш алыу һәләте йәһәтенән бөтә замандар эсендәге иң ентекле эш тип ҡарала[1][2].

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы һәм актёрлыҡ карьераһы

үҙгәртергә

Вивиан Мэри Хартли Һиндостандың Дарджилинг тигән ҡалаһында донъяға килә. Атаһы Эрнест Хартли, милләте буйынса инглиз, һинд кавалерияһы офицеры була. Әсәһе, Гертруда Робинсон Яки, ирланд һәм француз сығышлы була. Ата-әсәһе Лондондың Кенсиңтон районында 1912 йылда никахлаша. 1917 йылда Эрнест Хартлиҙы Бангалорға күсерәләр, Гертруда менән Вивиан Утакамундта ҡала. Вивиан Хартли беренсе тапҡыр сәхнәгә өс йәшендә сыға, ул «Кескәй Бо Пип» тигән шиғыр менән әсәһенең үҙешмәкәр театр төркөмөндә сығыш яһай. Гертруда Хартли ҡыҙында әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләргә тырыша, уны Ганс Христиан Андерсен, Льюис Кэрролл, Редьярд Киплинг әҫәрҙәре, грек мифологияһы хикәйәләре менән таныштыра. Ғаиләләге берҙән-бер бала Вивиан Хартли 1920 йылда Англиялағы Изге Йөрәк монастырына оҙатыла. Буласаҡ актриса Морин О’Салливан монастырҙа Вивиандың иң яҡын әхирәтенә әүерелә. Вивиан уға «бөйөк актриса» булыу хыялы тураһында һөйләй[3][4].

Вивиан Хартли 1931 йылда Англияға ата-әсәһе янына ҡайта һәм белем алыуын Европала дауам итә. Атаһы уға Лондондағы Король Драма сәнғәте академияһына инергә булышлыҡ итә.[5]

1932 йылда үҙенән 13 йәшкә өлкән адвокат Герберт Ли Холманға кейәүгә сыға. 1933 йылдың 12 октябрендә ҡыҙы тыуа, уға Сюзанна тип исем ҡушалар. Тиҙҙән «Эштәр яҡшырыуға бара» тигән кинокартинала кескәй генә роль башҡара, был уның кинолағы дебюты була. Вивиан Джон Гиддонды агенты итеп ала, Джон уны «Вивиан Холман» тигән исемдең актриса өсөн килешле булмауына ышандыра. Вивиан, ул тәҡдим иткән «Айприл Морн» тигән псевдонимдан баш тартып, «Вивьен Ли» тигән исемде ала.

Лоренс Оливье менән осрашыу

үҙгәртергә

Лоренс Оливье Вивьенды «Изгелеклелек битлеге» тигән фильмда күрә. «Англия өҫтөндәге ялҡын» фильмында улар ғашиҡтарҙы уйнай, шунан һуң Ли менән Оливье дуҫлыҡтары мөхәббәткә әйләнгәнен аңлай.

 
Вивьен менән Лоренс Оливье

Ошо ваҡытта Ли Маргарет Митчеллдың «Ел менән алып кителгәндәр» китабын уҡый һәм Америкалағы агентына фильм продюсеры Дэвид Селзникҡа үҙен Скарлет роленә тәҡдим итергә ҡуша.

Халыҡ-ара уңышы

үҙгәртергә

Оливьеның кино карьераһы йылдам үҫә, ләкин Британияла ул бик уңышлы актёр булһа ла, АҠШ-та уны насар беләләр. «Йәшенле артылыш» фильмында Хитклифф роленә ризалашып, ул Голливудҡа китә, Вивьен Лондонда ҡала. Картина продюсеры Сэмюэл Голдвин һәм режиссёр Уильям Уайлер уға икенсе пландағы Изабелла ролен тәҡдим итһә лә, ул, тик төп ролдә генә уйнаясағын әйтеп, баш тарта. Ләкин Кэти роле был мәлгә Мерл Оберонға бирелеп өлгөргән була[6].

 
Вивьен Ли «Ел менән алып кителгәндәр»ҙә (1939)

Был ваҡытта Голливудта «Ел менән алып кителгәндәр»ҙә Скарлетт роленә актриса эҙләү эше бик әүҙем бара. Лиҙың Америкалағы агенты уның кандидатураһын тәҡдим итә. Дэвид Селзник Вивьен Ли төшкән «Англия өҫтөндәге ялҡын» һәм «Янкиҙар Оксфордта» тигән фильмдарҙы ҡарай, һәм Вивьен ролгә етди дәғүәселәр иҫәбенә индерелә. Вивьен «Йәшенле артылыш» фильмында төшөр өсөн Голливудҡа киткән ире Оливьеға яҡыныраҡ булыу һылтауы менән Лос-Анджелесҡа килә. Майрон Селзник (Дэвидтың туғаны) Вивьен Лиҙы күргәс, уның Дэвид ҡуйған талаптарға тулыһынса тап килгәнен аңлай. Майрон Вивьен менән Оливьены Дэвидҡа алып килә. Ул киноһынау үткәрә һәм ҡатынына былай тип яҙа: «Скарлетт әлегә асылып бөтмәгән, иҫ киткес ылыҡтырғыс булып күренә. Ҡаты сер итеп кенә һиңә әйтәм: дәғүәселәр даирәһе тарайып, унда Полетт Годдар, Джин Артур, Джоан Беннетт һәм Вивьен Ли ғына ҡалды». Режиссёр Джордж Кьюкор Вивьендың «тотоп тыйғыһыҙ йүгәнһеҙлеген» билдәләй, тиҙҙән ролгә ул раҫлана[7].

Кино төшөрөү барышы Вивьен өсөн ҡатмарлы булып сыға. Кьюкор эштән ебәрелә, уның урынына Виктор Флеминг алына. Флеминг менән Вивьен йыш талаша. Ул һәм Оливия де Хэвилленд (Мелани Гамильтон) йәшерен генә Кьюкор менән осрашып тора, ролдәре буйынса унан кәңәштәр һорайҙар. Вивьен Кларк Гейбл (Ретт Батлер) һәм уның ҡатыны Кэрол Ломбард, шулай уҡ де Хэвилленд менән дуҫлаша, әммә Лесли Говард (Эшли Уилкс) менән йыш телгә килешә. Уға шулай уҡ аҙнаһына 7 көн, йыш ҡына хатта төнгә тиклем эшләү оҡшамай, етмәһә, эше буйынса Нью-Йоркҡа киткән Оливьены һағына. Ли Холманға: «Минең Голливудты енем һөймәй… Мин быға бер ҡасан да өйрәнә алмаясаҡмын — кинола төшөүҙе күрә алмайым», тип яҙа[8].

«Ел менән алып кителгәндәр» ун «Оскар» ала, улар араһында иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн Вивьен Лиға бирелгәне лә була.

Туй һәм уртаҡ проекттар

үҙгәртергә

1940 йылдың февралендә Джилл Эсмонд — Оливье менән, ә Холман Вивьен Ли менән айырылышыуға ризалыҡ бирә. Артабан ғүмер буйы улар араһында дуҫлыҡ бәйләнештәре һаҡлана. Эсмонд менән Оливьеның улы әсәһендә, ә Вивьендың ҡыҙы Сюзанна атаһында ҡала. 30 августа Оливье менән Вивьен Калифорния штатында Санта-Барбарала өйләнешә. Никах тантанаһында тик шаһиттар Кэтрин Хепбёрн менән Гарсон Канин ғына ҡатнаша.

 
Вивьен һәм Лоуренс Оливье (1948)

Ли менән Оливье «Леди Гамильтон» (1941) фильмында бергә уйнайҙар, Лоуренс — Горацио Нельсон, ә Вивьен Эмма Гамильтон ролен башҡара. Был роль Лиҙың Голливуд йондоҙо статусын раҫлай, фильм тәнҡитселәр менән тамашасыларға ла бик оҡшай, актрисаның үҙенең дә иң яратҡан картинаһы була. Фильм АҠШ һәм Бөйөк Британияла ғына түгел, СССР-ҙа ла ҙур уңыш менән бара. Был киноны Уинстон Черчилль ойошторған ябыҡ күрһәтеүҙә Франклин Д. Рузвельт та ҡатнаша. Оливье менән Лиҙы Черчилль бик ярата. Уларҙы һәр ваҡыт мәжлестәргә саҡыра, Вивьенды үрнәк итеп ҡуя.

Вивьен менән Лоренс Бродвей өсөн "Ромео һәм Джульетта"ны ҡуя. Нью-Йорк гәзиттәре Ли менән Оливье араһында тоҡанған хистәр тураһында яҙа, уларҙы әхләҡһеҙлектә ғәйепләй, сөнки һуғыш тамамланғас, улар Англияға ҡайтып китмәгән. Тәнҡитселәр постановканы түбән баһалай. Оливье менән Вивьен йыйған аҡсаларының күп өлөшөн ошо постановкаға һалғанлыҡтан уның уңышһыҙлығы улар өсөн һәләкәткә әйләнә[9].

Икәүләп Англияға ҡайтып төшәләр. 1943 йылда Лиҙың Төньяҡ Африка буйлап турнеһы була, ул йүткереп, биҙгәк тота башлағансы сығыш яһай. 1944 йылда уға һул үпкәһендә туберкулёз тип диагноз ҡуялар. Бер нисә ай дауаханала ятҡандан һуң Вивьен үҙен һауыҡҡан итеп тоя. Яҙ көнө «Цезарь һәм Клеопатра» (1945) тигән фильмда төшә, был ваҡытта Вивьендың ауырға ҡалған булыуы асыҡлана. Ләкин ауыры төшә. Ул тәрән депрессияға бата, уның иң ныҡ көсәйгән мәлендә Ли ирен һүҙ менән дә битәрләй, ҡул күтәреүҙән дә тыйыла алмай, үкһеп, иҙәнгә йығылғансы ошо хәле дауам итә. Оливьеға был билдәләр таныш була — бер нисә көн гиперактивлыҡ, артабан эмоциональ өҙлөгөү, унан һуң Вивьен бер ни ҙә хәтерләмәй, әммә ныҡ уңайһыҙлана һәм үкенә[10]. Хәле ярайһы уҡ яҡшырғас, 1946 йылда Лондонда Торнтон Уалдерҙың «The Skin of Our Teeth» постановкаһында уйнай. Был осорҙа ул ҡатнашҡан фильмдар — «Цезарь менән Клеопатра» һәм «Анна Каренина» — ҙур уңыш яулай алмай.

1947 йылда Оливье рыцарлыҡҡа бағышлау үтә, Вивьен уны оҙатып Букингем һарайына церемонияға бара. Ул леди Оливье булып китә, һәм был титулды айырылышҡас та һаҡлап ҡала. 1948 йылға Оливье Олд-Вик театрының Директорҙар советына индерелә һәм Ли менән Австралия, Яңы Зеландия турнеларына сыға. Был сәфәрҙә театр өсөн аҡса йыйыу маҡсаты ҡуйыла. Алты ай буйы Оливье «Ричард III» һәм Ли менән бергә «The School for Scandal» и «The Skin of Our Teeth» спектаклдәрендә уйнай. Турне ҙур уңыш менән үтә, тик Ли бер килке йоҡоһоҙлоҡтан яфаланып ала. Вивьен ауырығанда уның ролдәрен дублёр актриса башҡара. Вивьен ҙур яуаплылыҡ талап иткән эшмәкәрлекте тейешенсә башҡарып сыға. Оливье уның «матбуғатты таң ҡалдырғанын» билдәләй. Һуңғараҡ труппа ағзалары улар араһында янъялдар ҡупҡылағанын, Вивьендың сәхнәгә сығыуҙан баш тартҡанын һәм Оливьеның уның яңағына сабып ебәргәнен хәтерләй. Турне аҙағына икеһе лә ауырыуға әйләнә һәм арый. Оливье журналистарға: «Һеҙ, моғайын, үҙегеҙҙең һыуынып барған ике мәйет менән һөйләшеүегеҙҙе абайламайһығыҙҙыр»[11].

Ли Вест-Эндта Теннесси Уильямстың «„Теләк“ трамвайы» постановкаһында Бланш Дюбуа роленә раҫлана. Оливье режиссёр итеп ҡуйыла. Пьесала көсләү, гомосексуализм, тәртипһеҙ енси бәйләнештәр ишаралары шәйләнә, уның тирәһендә ҡыҙыу бәхәстәр бара. Лиҙың уйынына күп тәнҡит эләгә. Ваҡытлы матбуғатта әйтелгәндәргә ҡарағанда, бындай хистәрҙе сәхнәнән күрһәтеү өсөн британ актёрҙары үтә тәрбиәле, шунлыҡтан был роль Вивьенға килешмәй. Оливье һәм Лиҙы был рецензиялар бошондора. Әммә тамашасы ҡыҙыҡһыныуы постановканың үтемле булыуын тәьмин итә.

«Трамвай» 326 тапҡыр күрһәтелә, бынан һуң Вивьенды уның киноверсияһын төшөрөүгә саҡыралар. Картинала Марлон Брандо ла ҡатнаша. Әммә Вивьенға режиссёр Элиа Казан менән эшләү ҡатмарлы була, сөнки ул Лиҙы актриса булараҡ түбән баһалай. Шулай ҙа эш дауам итә. Фильмға ҡарата бик яҡшы фекерҙәр әйтелә, Ли «Иң яҡшы актриса» номинацияһында икенсе «Оскар»ҙы һәм иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн «BAFTA» премияһын ала[12]. Теннеси Уильямс әйтеүенсә, Вивьендың уйынында ул теләгәндең барыһы ла, ул хыялланғандан күпкә күберәге лә була. Бер нисә йылдан биполяр тайпылыштан яфаланған Вивьен Ли уны нәҡ Бланш Дюбуа роле аҡылдан яҙҙырғанлығы тураһында әйтә.[13]

Һуңғы йылдары

үҙгәртергә

1967 йылдың майында Лиҙа туберкулёз яңынан көсәйә. 7 июлдә сираттағы өйәнәге ваҡытында ул вафат була. Голдерс-Грин крематорийында яндырыла, көлө өйө эргәһендә[14] Блэкбойз ауылында[15] Көнсығыш Сассекс графлығында һибеп таратыла.

Избранная фильмография

үҙгәртергә
  1. 1935 — Деревенский сквайр / The Village Squire
  2. 1935 — Взгляни и засмейся / Look up and Laugh
  3. 1935 — Дела идут на лад / Things are Looking up
  4. 1936 — Пламя над Англией / Fire Over England — Синтия
  5. 1937 — Мрачное путешествие / Dark Journey
  6. 1937 — Буря в стакане воды / Storm in a Teacup
  7. 1938 — Янки в Оксфорде / A Yank at Oxford — Эльза Крэдок
  8. 1938 — Двадцать один день / 21 Days — Ванда
  9. 1938 — Тротуары Лондона / Sidewalks of London — Либби
  10. 1939 — Унесённые ветром / Gone With The Wind — Скарлетт О’Хара
  11. 1940 — Мост Ватерлоо / Waterloo Bridge — Майра Лестер
  12. 1941 — Леди Гамильтон / That Hamilton Woman — Эмма Гамильтон
  13. 1945 — Цезарь и Клеопатра — Клеопатра
  14. 1948 — Анна Каренина / Anna Karenina — Анна Каренина
  15. 1951 — Трамвай «Желание» / A Streetcar Named Desire — Бланш Дюбуа
  16. 1955 — Глубокое синее море / The Deep Blue Sea
  17. 1961 — Римская весна миссис Стоун / The Roman Spring of Mrs. Stone — Карэн Стоун
  18. 1965 — Корабль дураков / Ship of Fools — Мэри Тредвел

Бүләктәре һәм номинациялары

үҙгәртергә

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • 1940 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Ел менән алып кителгәндәр» фильмы
  • 1952 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «„Теләк“ трамвайы» фильмы
  • 1953 — BAFTA премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «„Теләк“ трамвайы» фильмы
  • 1963 — «Тони» премияһы — мюзиклда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Иптәш» мюзиклы

Номинациялары:

үҙгәртергә
  • 1952 — «Алтын глобус» премияһы — драмала иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «„Теләк“ трамвайы» фильмы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Саша Стоун. The Best Oscar Performances of All Time (ингл.). Awards Daily (10 июль 2013). Дата обращения: 2013-8-24.(инг.). Awards Daily (10 июля 2013). 24 август 2013 тикшерелгән.
  2. Джордж Уэйлс. The 200 Greatest Movie Performances Of All Time (ингл.). Total Film (23 июнь 2013). Дата обращения: 2013-8-24.(инг.). Total Film (23 июня 2013). 24 август 2013 тикшерелгән.
  3. Maureen O’Sullivan — No average Jane, by David Fury, Artist’s Press, Minnesota, USA, 2006, ISBN 0-924556-06-4
  4. Edwards, Anne.
  5. Edwards, pp 25-30
  6. Berg, A. Scott.
  7. Haver, Ronald.
  8. Taylor, John Russell.
  9. Edwards, p 127
  10. Holden, pp 221—222
  11. Holden, pp 295
  12. Coleman, pp 227—231
  13. Holden, p 312
  14. Tickerage Mill: A private view — Vivien Leigh and Laurence Olivier
  15. Blackboys Sussex — (Charcoal and Soot) — an English Village UK 2015 йыл 26 апрель архивланған.
  • Утилов В. А. Вивьен Ли. — М.: Искусство, 1963. — 160, [32] с. Утилов Владимир Александрович. Вивьен Ли. — М.: Искусство, 1963. — 160, [32] с. — (Мастера зарубежного киноискусства).
  • Edwards, Anne. Vivien Leigh, A Biography, Coronet Books, 1978 edition. ISBN 0-340-23024-X
  • John Russell Taylor. Vivien Leigh, Elm Tree Books, 1984. ISBN 0-241-11333-4
  • Vickers, Hugo. Vivien Leigh Little, Brown and Company, 1988 edition.
  • Walker, Alexander. Vivien, The Life of Vivien Leigh, Grove Press, 1987. ISBN 0-8021-3259-6
  • Berg, A. Scott. Goldwyn. London: Sphere Books, 1989. ISBN 0-7474-0593-X.
  • Briggs, Asa, ed. A Dictionary of Twentieth Century World Biography. London: Book Club Associates, 1992. ISBN 978-0-19-211679-6.
  • Coleman, Terry. Olivier, The Authorised Biography. London: Bloomsbury Publishing, 2005. ISBN 0-7475-8306-4.
  • Fury, David. Maureen O’Sullivan: No average Jane. Minneapolis, Minnesota: Artist’s Press, 2006, ISBN 0-924556-06-4.
  • Haver, Ronald. David O. Selznick’s Hollywood. New York: Bonanza Books, 1980. ISBN 0-517-47665-7.
  • Hartnoll, Phyllis, The Concise Companion to the Theatre. Peachtree City, Georgia, USA: Omega Books, 1972. ISBN 1-85007-044-X.
  • Holden, Anthony. Olivier. London: Sphere Books Limited, 1989. ISBN 0-7221-4857-7.
  • Kael, Pauline. 5001 Nights At The Movies. Minneapolis, Minnesota: Zenith Books, 1982. ISBN 0-09-933550-6.
  • Maltin, Leonard. 1998 Movie and Video Guide. New York: Signet Books, 1997. ISBN 978-0-452-25993-5.
  • McGilligan, Patrick. Alfred Hitchcock, A Life in Darkness and Light. Chichester, West Sussex, UK: Wiley Press, 2003. ISBN 0-470-86973-9.
  • More, Kenneth. More or Less. London: Hodder & Staughton, 1978. ISBN 0-240-22603-X.
  • Olivier, Laurence. Confessions Of an Actor. New York: Simon & Schuster, 1982. ISBN 0-14-006888-0.
  • Selznick, David O. Rudy Behlmer, editor. Memo from David O. Selznick. New York: Modern Library, 2000. ISBN 0-375-75531-4.
  • Shipman, David, Movie Talk. New York: St Martin’s Press, 1988. ISBN 0-312-03403-2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә