Уильям Кларк Гейбл (ингл. William Clark Gable; 1 февраль 1901 йыл — 16 ноябрь 1960 йыл) — Америка Ҡушма Штаттары актёры, «Голливуд короле» исемен йөрөтөүсе. «Оскар» премияһы лауреаты (1935)[1]..

Кларк Гейбл
Clark Gable
1940-сы йылдарҙа студияла төшкән фото
1940-сы йылдарҙа студияла төшкән фото
Исеме

Уильям Кларк Гейбл

Тыуған көнө

1 февраль 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Кадис, Огайо, АҠШ

Вафат көнө

16 ноябрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (59 йәш)

Вафат урыны

Лос-Анджелес, Калифорния, АҠШ

Гражданлығы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре

актёр

Карьераһы

1924—1960

Наградалары

«Оскар» (1935)

Крест лётных заслуг
Крест лётных заслуг
Air Миҙал
Air Миҙал
IMDb

ID 0000022

clarkgable.com

 Кларк Гейбл Викимилектә

Биография

үҙгәртергә

Кларк Гейбл Огайо штатында, Кадиста 1901 йылдың 1 февралендә тыуған. Ул нефть скажинаһында быраусы булып эшләгән Уильям Генри Гейбл менән ҡатыны Аделинаның (ҡыҙ сағында — Гершельман) берҙән-бер балалары була. Ата—бабалары сығышы менән Германиянан. Әсәһе Клара эпилепсия менән сирләй, улы тыуғас, ете айҙан һуң мәрхүмә була, шуға күрә малайҙы атаһы менән үгәй әсәһе Дженни Данлап үҫтерә.

Актёр биш тапҡыр өйләнә:

  • Джозефина Диллон, Гейблдан 14 йәшкә өлкән (1924—1930);
  • Мария Лэнгэм, Гейблдан 17 йәшкә оло (1931—1939);
  • Кэрол Ломбард (1939—1942);
  • Сильвия Эшли (1949—1952);
  • Кей Уильямс (1955—1960).

«Тынғыһыҙ» атамалы фильм төшөрөү майҙансығында Гейблдың йөрәк өйәнәге була. Ун бер көндән, 1960 йылдың 16 ноябрендә вафат була.

Ҡыҙыҡлы хаҡиҡәттәр

үҙгәртергә
  • Кларк автомобилдәр коллекцияһы йыя, шуға Кэрол Ломбард бәләкәй йөрәктәр менән биҙәлгән «Форд» бүләк итә.
  • Беренсе ҡатыны ҡыланышынан ташлатҡансы, Гейбл йыш ҡына атаһының исеме менән үҙен таныта.
  • Кэрол Ломбард үлгәндән һуң, Кларк Гейбл, хөкүмәт менән әрме ҡаршы тороуға ҡарамаҫтан, В—17 самолётында атыусы булып урынлаша, Германияға һауанан һөжүм итеүҙәрҙә ҡатнаша. Ул биш хәрби осошта ҡатнаша, шул иҫәптән, береһе — Германияға. Осоштарҙың береһендә, самолёт боҙолғас, MGM студияһы етәксеһе актёрҙың һәләк булыуынан хәүефләнеп, Гейблды фронттан ҡайтарыу яғын хәстәрләй. 1943 йылдың ноябрендә ул АҠШ —ҡа ҡайтып, кинолағы эшен дауам итә.
  • Актриса Грета Гарбоны йәне һөймәй, уға «ҡупып» тип өндәшә һәм һәләтһеҙ тип ғәйепләй.
  • Ул масон, Калифорния «Беверли Хиллс» No. 528 үҙәгендә тора[2].
  • «Оскар» тапшырыу церемонияһында әйткән иң ҡыҫҡа телмәре ике һүҙҙән тора: «Thank you». 1935 йылда «Иң яҡшы ирҙәр роле» номинацияһында премия «Бер мәлде төндә булған хәл» фильмына бирелгәс, сәхнәгә сығып статуэтканы ала ла: «Һеҙгә рәхмәт…!» — тип, кире урынына бара.

Фильмография

үҙгәртергә
Год Башҡортса атамаһы Название на языке оригинала Роль
1961 Тынғыһыҙ The Misfits Гай Ленгленд
1960 Был Неаполда башланды It Started in Naples Майкл Гамильтон
1959 Әммә миңә түгел But Not for Me Рассел Уорд
1958 Уҡытыусының яратҡаны Teacher’s Pet Джеймс Гэннон
Әкрен барырға, төпкә барырға Run Silent Run Deep Ричардсон

Фәрештәләр шайкаһы Band of Angels Хэмиш Бонд
1956 Король һәм дүрт королева The King and Four Queens Дэн Кихоу
1955 Текә егеттәр The Tall Men Полковник Бен Эллисон
Далан һалдаттары Soldier of Fortune Хэнк Ли
1953 Могамбо Mogambo Виктор Марсвелл
Мине ысҡындырма Never Let Me Go Филип Сазерленд
1952 Яңғыҙ йондоҙ Lone Star Деверо Бёрк
1951 Киң Миссури аша Across the Wide Missouri Флинт Митчелл
1950 Ханыма яғымлы булыу өсөн To Please a Lady Майк Брэннан
Ҡаланың асҡысы Key to the City Стив Фиск
1949 Эре иҫәп Any Number Can Play Чарли Энди Кинг
1948 Дөйөм ҡараш Command Decision Бриг. ген. К. С. Деннис
Ҡайтыу Homecoming полковник Улисс Делби Джонсон
1947 Рекламасылар The Hucksters Виктор Элби Норман
1945 Мажара Adventure Гарри Паттерсон
1942 Мин һине табырмын Somewhere I’ll Find You Джонатан Дэвис
1941 Оя Honky Tonk Кэнди Джонсон
Улар Бомбейҙә осорашты They Met in Bombay Джеральд Мелдрик
1940 Иптәш Икс Comrade X Маккинли Б. Томпсон
Шау—шыулы ҡала Boom Town Биг Джон Макмастерс
Сәйер йөк Strange Cargo Андре Верне
1939 Ел артынан Gone with the Wind Ретт Батлер
Алйот шатлығы Idiot’s Delight Гарри Ван
1938 Үтә хәүефле Too Hot to Handle Кристофер Хантер
Лётчик—испытатель Test Pilot Джим Лейн
1937 Саратога Saratoga Дюк Брэдли
Парнелл Parnell Чарльз Стюарт Парнелл
1936 Ашыҡ мөхәббәт Love on the Run Майкл Энтони
Кейн һәм Мәйбл Cain and Mabel Ларри Кейн
Сан—Франциско San Francisco Блэки Нортон
Ҡатын секретаршаға ҡаршы Wife vs. Secretary Вэн Стэнхоуп
1935 Баунтиҙә фетнә Mutiny on the Bounty лейтенант Флетчер Кристиан
Ата—бабаларҙың ораны The Call of the Wild Джек Торнтон
Ҡытай диңгеҙҙәре China Seas капитан Алан Гаскелл
Эштән һуң After Office Hours Джеймс Бранч
1934 Башҡаларҙы онотоп Forsaking All Others Джеффри Уильямс
Бығауҙар Chained Майкл Брэдли
Манхэттен мелодрамаһы Manhattan Melodrama Эдвард 'Блэки' Галлахер
Аҡ кейемле ир Men in White доктор Джордж Фергюсон
Төндә булған бер хәл It Happened One Night Питер Уорен
1933 Бейеүсе леди Dancing Lady Патч Галлахер
Төнғө осош Night Flight Джулс
Иреңде ҡәҙерлә Hold Your Man Эдди Холл
Аҡ һеңле The White Sister Джованни Севери
1932 Ғәжәп интерлюдия Strange Interlude доктор Нед Даррел
Ыҙалы ир No Man of Her Own Джерри 'Бейб' Стюарт
Ҡыҙыл туҙан Red Dust Деннис Карсон
Цирктағы Полли Polly of the Circus Джон Хартли
1931 Сумыусы шайтандар Hell Divers Стив Нельсон
Аҡылдан шашҡан ҡатын Possessed Марк Уитни
Сюзан Ленокс Susan Lenox Родни Спенсер
Ҡанлы спорт Sporting Blood Уоррен Риддел
Төнғө ҡараусы Night Nurse Ник
Ирекле йән A Free Soul Эйс Уилфонг
Ғонаһлы көләкәс Laughing Sinners Карл Лумис
Йәшерен ярымһаҡ The Secret Six Карл Лакнер
Бармаҡ остары The Finger Points Луис Бланко
Бейегеҙ ахмаҡтар, бейегеҙ Dance, Fools, Dance Джейк Лава
Иң ябай ысул The Easiest Way Ник Фелики
Буялған үҙән The Painted Desert Рэнс Бретт
1925 Төньяҡ йондоҙ North Star Арчи Вест
1924 Тыйылған ожмах Forbidden Paradise Солдат царской охраны
Аҡ кеше White Man ярат леди Андреа

Наградалары һәм номинациялары

үҙгәртергә

Наградалары

үҙгәртергә
  • 1935 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ирҙәр роле, «Бер мәлде төндә булған хәл» фильмына

Номинациялар

үҙгәртергә
  • 1936 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы роль, «Бауинти фетнәһе» фильмы
  • 1940 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы роль, «Ел артынан» фильмы өсөн
  • 1959 — «Алтын глобус» премияһы — «Уҡытыусының яратҡаны» фильмындағы иң яҡшы ир-ат роле өсөн
  • 1960 — «Алтын глобус» премияһы — «Әммә миңә түгел» фильмындағы иң яҡшы ир-ат роле өсөн

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Joanne L. Yeck Gable, Clark // International Dictionary of Films and Filmmakers. — St. James Press, 2001. — Vol. 3. — P. 462.
  2. Royal Arch Mason Magazine, Spring, 1981, p. 271

Һылтанмалар

үҙгәртергә