Велисов Григорий Никитович
Григорий Никитович Велисов (Велесов, 1906 йыл — 16 февраль 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкының орудиеһы командиры. Гвардия старшинаһы, Советтар Союзы Геройы (1945). ВКП(б) ағзаһы.
Велисов Григорий Никитович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1906 |
Тыуған урыны | Сопинина[d], Шадринск өйәҙе, Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 15 февраль 1945 |
Вафат булған урыны | Радачево[d], район Пириц[d], Штеттин[d], провинция Померания[d], Свободное государство Пруссия[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | старшина[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы орудиеһы командиры, (1-се Белорус армияһы, 7-се гвардия кавалерия корпусы) 1945 йылдың 16 февралендә Польшала Райхенбах ауылы янындағы алышта айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә: был алышта ул шәхсән үҙе 4 дошман танкын һәм 2 бронетраспортерын ҡыйрата. Задание үтәгәндә Г. Н. Велисов һәләк була .
Биографияһы
үҙгәртергәИртә йылдары
үҙгәртергәГригорий Никитович Велисов 1906 йылда Пермь губернаһы Мехон улусының Сопинин ауылында (хәҙер — Ҡурған өлкәһе Шатров районы Спицын ауыл Советы) урыҫ крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән. Шунда уҡ 7-класлы мәктәпте тамамлай[1].
1930 йылда Төркмән ССР-ына күсенә, унда ул Марый өлкәһенең Байрам-Әли ҡалаһында «Заготзерно» склады мөдире булып эшләй (хәҙер Төркмәнстандағы Байрам-Әли этрапы, Марый виләйәте)[2].
1941 йылда уны Байрам райвоенкоматы Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына саҡыра[3]. 1943 йылдың сентябренән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында[1]. Сталинград, Үҙәк һәм 1-се Белорус фронттарындағы алыштарҙа ҡатнаша.
1945 йылдың февраль айына гвардия старшинаһы Григорий Велисов 16-сы гвардия кавалерия дивизияһның 60-сы гвардия кавалерия полкы орудиеһы командиры итеп тәғәйенләнә. Айырыуса Висла-Одер һөжүм операцияһы ваҡытында ҡаһарманлыҡ өлгөләре күрһәтә[1].
Батырлығы
үҙгәртергә1945 йылдың 16 февралендә Польшала Райхенбах тораҡ пункты тирәһендә (хәҙер — Радашево), Арнсвальд ҡалаһынан 8 километр алыҫлыҫта (хәҙер — Хощно ҡалаһы) сигенгән немец ғәскәрҙәрен эҙәрлекләү ваҡытында 60-сы гвардия кавалерия полкының 76-мм орудие батареяһы көтмәгәндә «Бөйөк Германия» бронетанк төркөмө менән осраша, улар бында Помераниянан күсерелгән була. Ошо батарея составында Григорий Никитович Велисов хеҙмәт итә. Тиҙ арала окоптар ҡаҙып, артиллеристар 17 дошман танкыһына ҡаршы тигеҙ булмаған һуғышҡа инәләр. Снаряд ярсыҡтарының береһе Велисов эргәһендә шартлай һәм уны шаңҡыта. Иҫенә килгәс, ул бөтә расчеты һәләк булғанын күрә. Яңғыҙ алышҡан Велисов 4 танкыны һәм 2 бронетранспортерҙы ҡыйрата. Немец һалдаттары расчет позицияларына бәреп ингәс, Велисов улар менән ҡул алышында һәләк була. Алыштар урынында ерләнә[2][1].
Батырлығы өсөн гвардия старшинаһы Григорий Никитович Велисов 1945 йылдың 31 майында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була һәм уға «Алтын Йондоҙ» миҙалы һәм Ленин ордены тапшырыла[1].
Наградалары
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы (31 май 1945)[4][5][6]:
- СССР миҙалдары:
Хәтер
үҙгәртергәТышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Памятник[8] |
- Советтар Союзы Геройы Григорий Никитович Велисовҡа тыуған ауылы Сопининда һәйкәл ҡуйылған.
- Г. Н. Велисовтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Комментарийҙар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Каргапольцев С. В. Велисов Григорий Никитович . «Герои страны» сайты.
- ↑ 2,0 2,1 Золотое созвездие Зауралья, 2000
- ↑ Книга памяти 1941—1945, 1996
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Памятник Герою Советского Союза Г. Н. Велесову . Шатровский район. Сопинина: Обелиски нашей памяти. Дата обращения: 23 июль 2017.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Велисов Григорий Никитович // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз.
- Книга памяти 1941—1945: Курганская область / ред. ком.: Н. Н. Ладыгина, А. И. Букреев [и др.]. — Курган: Парус-М, 1996. — Т. 17 (дополнительный). — 345 с. — 1530 экз. — ISBN 5-86047-074-6.
- Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа : Китап, 1999. — 362 с. — 3000 экз.
- Устюжанин Г. П., Усманов В. В., Мозин М. М. Золотое созвездие Зауралья / ред. ком.: С. П. Суханов (пред.), Б. Б. Болотин, В. П. Могутнов и В. А. Осипов. — Курган: ПАРУС-М, 2000. — 479 с. — 1000 экз. — ISBN 5-86047-128-9.
- Коллектив авторов. Золотые Звёзды курганцев / сост.: В. И. Гусев. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1975. — 312 с.
- Ими гордится Туркменистан: Сборник документов и материалов о Героях Сов. Союза — туркменистанцах / Сост.: Т. Атаев, Р. Базарова, П. Ф. Повелицына. Институт истории им. Ш. Батырова АН ТССР. Арх. упр. при Совете Министров ТССР. — Ашхабад: Ылым, 1973. — 195 с.
- Слава башкирских конников / авт. сост.: Ф. Н. Вахитов, Н. И. Камалова. — Уфа: Китап, 2005. — 276 с. — 3000 экз. — ISBN 5-295-03573-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергәКаргапольцев С. В. Велисов Григорий Никитович . «Герои страны» сайты.
- Григорий Никитович Велисов (неопр.). Герои Советского Союза. Официальный сайт Администрация Шатровского района. Дата обращения 12 декабря 2016. Архивировано 20 декабря 2016 года.
- Велисов Григорий Никитович (неопр.). Лица Зауралья. Дата обращения 11 декабря 2016. Архивировано 6 сентября 2016 года.