Вәлиев Рәфғәт Әхтәм улы
Вәлиев Рәфғәт Әхтәм улы (18 февраль 1911 йыл — 10 июль 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби эшмәкәр, инженер-механик, ғалим-баллистик. Генерал-майор-инженер (1962). Техник фәндәр кандидаты (1962). Ленин премияһы лауреаты (1965).
Вәлиев Рәфғәт Әхтәм улы | |||||||||
Тыуған ваҡыты | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы, Златоуст өйәҙе, Тырнаҡлы волосы[1] Йыланлы ауылы | ||||||||
Үлгән ваҡыты | |||||||||
Вафат урыны | |||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||||||
Ғәскәр төрө |
артиллерия | ||||||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1941—1976 | ||||||||
Хәрби звание | генерал-майор-инженер | ||||||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Биографияһы
үҙгәртергәРәфғәт Әхтәм улы Вәлиев 1911 йылдың 18 февралендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Тырнаҡлы волосының[1] Йыланлы ауылында сәүҙәгәр Вәли Кәримов ғаиләһендә тыуған. Бала сағы Әй йылғаһының ҡаршы ярында, әсәһенең тыуған ауылы Лаҡлыла[2] үтә.
1936 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетын, 1951 йылда Ф. Э. Дзержинский исемендәге Артиллерия академияһын тамамлаған (Мәскәү).
1936 йылдан алып Монгол Халыҡ Республикаһында (Улан‑Батор) СССР илселегендә эшләй, 1939 йылдан Артиллерия академияһында уҡыта.
1939 йылдан алып Совет Армияһында. 1951 йылдан башлап зенит‑ракета комплекстары полигонының инженер-һынаусыһы, 1956 йылдан — СССР Оборона министрлығы ғилми тикшеренеү институты, СССР Ҡораллы Көстәре Генераль Штабы, 1973—1986 йылдарҙа Радио төҙөү ғилми тикшеренеү институты (бөтәһе лә — Мәскәү) хеҙмәткәре. Һауа һөжүменән һаҡланыу стратегик системаһын, Ерҙең яһалма юлдаштарын, баллистик ракеталар уйлап табыусыларҙың береһе.
1976 йылдан алып отставкала. Ленин премияһы лауреаты (1965). Ҡыҙыл Байраҡ (1944), Александр Невский (1945), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1956) ордендары менән бүләкләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин премияһы лауреаты (1965)
- Александр Невский ордены (27.04.1945)[3]
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (23.08.1944)[4]
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[5]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (19.04.1943)[6]
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (05.01.1943; 30.12.1956[7]
- Миҙалдар
- Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһы һәм Һатҡы районының почётлы гражданы (1982)[8]
- Белоруссияның Витебск өлкәһе Городок ҡалаһының почётлы гражданы[8]
- Йыланлы ауылының хөрмәтле аҡһаҡалы[9]
- Лаҡлы ауылының хөрмәтле аҡһаҡалы[9]
Хәтер
үҙгәртергә- Тыуған ауылындағы бер урам генерал исемен йөрөтә.
- Йыланлыла Рәфғәт Вәлиевҡа бюст ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы.
- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ 8,0 8,1 Почетные граждане Саткинского района. Валиев Рафгат Ахтямович. Администрация Саткинского района. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2021)
- ↑ 9,0 9,1 Почетные граждане Саткинского района. Валиев Рафгат Ахтямович. Администрация Саткинского района. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2021)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бурангулов А. Г., Бурангулов Я. А., Габбасова З. С. Потомки Салавата. — Уфа: Китап, 2004. — 192 с. (рус.)
- Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
- http://omet-rb.ru/d-nya/167-generaly1/2943-general-v-liev(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Вәлиев Рәфғәт Әхтәм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2021)
- Энциклопедия Урала — Валиев Рафгат Ахтямович 2020 йыл 27 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2021)