Йосопова Бәҙәр Әхмәт ҡыҙы

(Бәҙәр Йосопова битенән йүнәлтелде)

Йосопова Бәҙәр Әхмәт ҡыҙы (21 декабрь 1901 йыл30 август 1969 йыл) — театр актёры. 1936 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1944), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1940) һәм атҡаҙанған (1935) артисы. Башҡорт театрына нигеҙ һалыусыларҙың һәм тәүге актёрҙарының береһе[1]. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.

Бәҙәр Әхмәт ҡыҙы Йосопова
Тыуған ваҡыты:

21 декабрь 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе, Орск ҡалаһы

Вафат ваҡыты:

30 август 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (67 йәш)

Вафат урыны:

Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

актриса

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Театр:

1-се Башҡорт дәүләт драма театры

Наградалары:
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1955 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1944
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1944

Биографияһы

үҙгәртергә

Бәҙәр Әхмәт ҡыҙы Йосопова 1901 йылдың 21 декабрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Орск ҡалаһында тыуған.

1915 йылда Орск уҡытыусылар курсын тамамлай һәм 1918 йылға ҡәҙәр татар мәктәбендә уҡыта.

1919—1929 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының төрлө мәктәптәрендә эшләй һәм Мәғариф халыҡ комиссариаты бүлектәрендә төрлө вазифалар башҡара.

1926—1969 йылдарҙа Башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы. 1946—1949 йылдарҙа Бөтә Рәсәй театр йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһенең яуаплы сәркәтибе, ә 1952—1961 йылдарҙа ошо ойошманың рәйесе була[1].

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1916 йылда «Йәмғиәти хәйриә» идаралығы ҡарамағындағы «Йәштәр союзы» (рус. «Союз молодёжи») эргәһендәге һәүәҫкәр театр сәхнәһендә «Юғалған ҡатын» (рус. «Потерянная женщина») драматик этюдында Люси псевдонимы менән тәүге тапҡыр сығыш яһай. 1918 йылда Орскиҙа Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ауыл байрамы» пьесаһында төп роль булған Мәғрүфкамал ролен башҡара[2]. Ғәлиәбаныу («Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи) ролен тәүге башҡарыусы. Барлығы 120‑нән ашыу төрлө пландағы ролдәрҙә уйнай. Шулай уҡ ҡобайырҙар, башҡорт халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре менән концерттарҙа һәм спектаклдәрҙә сығыш яһай. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фронтҡа концерттар менән сыға[1].

төп ролдәре
  • Ғәлиәбаныу («Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи);
  • Мәғрүфкамал («Ауыл байрамы», М. Фәйзи);
  • Әминә («Салауат», В. Мортазин-Иманский);
  • Елизавета («Ҡарағол», Д. Юлтый);
  • Таңһылыу («Ашҡаҙар», М. А. Буранғолов);
  • Анна Андреевна («Ревизор», Н. В. Гоголь);
  • Кручинина («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» — «Без вины виноватые», А. Н. Островский);
  • Огудалова («Бирнәһеҙ ҡыҙ» — «Бесприданница», А. Н. Островский);
  • Эмилия («Отелло», У. Шекспир);
  • Любовь Яровая («Любовь Яровая», К. А. Тренёв);
  • леди Мильфорд («Мәкер һәм мөхәббәт» — «Коварство и любовь», Фридрих Шиллер);
  • Лушка («Күтәрелгән сиҙәм» — «Поднятая целина», М. А. Шолохов);
  • Үлмәҫбикә («Һаҡмар», С. М. Мифтахов);
  • Кубра («Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл», Б. Бикбай);
  • Елена Кошевая («Йәш гвардия» — «Молодая гвардия», А. А. Фадеев);
  • Масрура («Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафури);
  • Сәрби («Башмаҡтар», Х. К. Ибраһимов);
  • Шәмсинур («Ул ҡайтты», Ә. Ҡ. Атнабаев) һ. б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1940)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1944)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1935)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1955)
  • «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1944)
  • 2002 йылда Өфөләге Актёрҙар йортона Бәҙәр Йосопова исеме бирелгән[3].
  • Өфөлә Бәҙәр Йосопова йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы тарафынан Бәҙәр Йосопова исемендәге премия булдырылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Мәкәрим Мәһәҙиев Театр тураhында. Мәҡәләләр йыйынтығы. — Өфө, 1962.
  • Яҡуп Ҡолмой. Бәҙәр Йосопова. — Өфө, 1984.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1]  (рус.) «Китап» нәшриәте, 1999, 167-168 с. ISBN 5-295-02294-3. Дом, где жила Юсупова Б. А. Ленина улица, 72

Һылтанмалар

үҙгәртергә