Бәтке

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Туймазы районындағы ауыл
(Бәтке (Туймазы районы) битенән йүнәлтелде)

Бәтке (рус. Бятки) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 146 кеше[2]. Кәкребаш ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452771, ОКАТО коды — 80251825005.

Ауыл
Бятки
башҡ. Бәтке
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

[[Башҡортостан]]

Муниципаль район

[[Туймазы районы|Туймазы]]

Ауыл Ссоветы

[[Кәкребаш ауыл Советы (Туймазы районы)|Кәкребаш]]

Координаталар

54°46′59″ с. ш. 53°37′58″ в. д.HGЯO

Халҡы

146[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452771

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 825 005

ОКТМО коды

80 651 425 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Бятки (Рәсәй)
Бятки
Бятки
Бәтке (Башҡортостан Республикаһы)
Бятки

Ауылдың исеме Бәтке йылғаһының исеменән алынған[3].

1752 йылдың 22 июнендә һәм 1753 йылда төҙөлгән керҙәшлек килешеүҙәре нигеҙендә Бәтке йылғаһы буйындағы шул уҡ исемле ауылға аҫаба-башҡорттар типтәрҙәрҙе һәм хеҙмәтле татарҙарҙы индергәндәр. Яһаҡлы татарҙар Муса һәм Таңатар Дусаевтар, Ҡазан өйәҙе йөҙ башы Тойҡа Ғабдуллин, Ыҡ йылғаһы ҡушылдығы Стәрле йылғаһы буйындағы Стәрлетамаҡ ауылынан яһаҡлы татар Мөхәмәтсәлим Ишмәтов улдары һәм ҡустылары менән, Ҡатай ауылынан Әҙеһәм Ибрашев мулла «Бәтке ауылында йорттар төҙөргә һәм ерҙе файҙаланырға» рөхсәт ала, бының өсөн башҡорттар уларҙың һәр береһенән 2-шәр һум аҡса ала. Ә уларҙың йыллыҡ түләүе ихатанан 10 тингә тиң була. 1753 йылда аҫабалар уларға йылына 5 һум түләү шарты менән Ҡара айыу Урман исемле «урманды» бирә.

1870 йылда 217 башҡорт һәм 25 хеҙмәтле татар; 1920 йылда 501 типтәр йәшәй тип күрһәтелгән. Был һуңғы ике халыҡ иҫәбен алыуҙа халыҡтың этник составы тураһындағы мәғлүмәттәр актуаль хәлде боҙа. Беренсе осраҡта типтәрҙәр башҡорттар составына инә, икенсеһендә — киреһенсә: башҡорттар типтәрҙәр араһында. Башҡорттар араһында аҫабаларҙан тыш керҙәштәр ҙә була. Гүзәир Кулчанов (1772—1823) улдары Хөсәйен, Кулыиарип (Ҡулығәрип (?)) һәм ейәне Шәрәфетдин менән һәм Исламғол Үтәғолов, 1772 йылғы, балалары Әбделлатиф, Әбделмәзит, Әбделяппар менән шуларҙың тәүгеһенә ҡарай. 1917 йылда аҫаба-башҡорттар типтәрҙәр араһында булып сыҡҡан.

Пугачев ихтилалында 8 яһаҡлы татар ҡатнаша.

1843 йылда 13 башҡорт кеше башына 8 бот иген сәсә[4].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 122
2010 йыл 14 октябрь 146 70 76 47,9 52,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек татарҙар (70 %), башҡорттар (26 %) йәшәй[5].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Географик урыны

үҙгәртергә

Алыҫлығы:[6]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 23 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Кәкребаш): 11 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 23 км/

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[7]:

  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 266. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 261. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. «Налог Белешмәһе» системаһында Бәтке ауылы

Һылтанмалар

үҙгәртергә