Буранбай — башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы үҙгәртергә

Буранбай — ҡушма исем, ике үҙ аллы һүҙҙән яһалған (буран һәм бай), буранда тыуған мәғәнәһендә[1]. Баланың тыуыу шарттары, ул тыуған көндөң, айҙың, йылдың атамаһы, көндөң торошо — барыһы ла исем һайлауға йоғонто яһай алған[2]. Башҡорт халҡында ир балаларға йыш ҡушылған исемдәрҙең береһе.

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Буранбай Сыуашбаев — хәрби эшмәкәр. 1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Буранбай Исҡужин (15 ғинуар 1952 йыл — 14 апрель 2007 йыл) — башҡорт шағиры, прозаик һәм драматург. 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Буранбай сәсән — (ысын исеме Ҡотошов/Ҡотдосов Буранбай Һөйөндөк улы; Һөйөндөков Буранбай Ҡотдос улы) (1781 йыл1868 йыл) — йырсы, ҡурайсы һәм сәсән.

Фамилиялар үҙгәртергә

Буранбаева Сара Абдулхай ҡыҙы 24 июнь 1967 йыл) — башҡорт театр актёры. 2007 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009). Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында тыуған.

Буранбаев Вара Бәшәр улы (28 июнь 1924 йыл — апрель 2015 йыл) — партия һәм дәүләт эшмәкәре. Яҙыусы-тыуған яҡты өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны. Сәғит Мифтахов (1990), Батыр Вәлид (2000) исемендәге премиялар лауреаты. Баймаҡ ҡалаһының һәм Баймаҡ районының Почётлы гражданы (1998).

Ауылдар үҙгәртергә

Буранбай — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районындағы ауыл

Халыҡ ижадында үҙгәртергә

Буранбай (йыр) — башҡорт халҡының киң билдәле тарихи йырҙарының береһе. Тәүге тапҡыр 1894 йылда уның һүҙҙәрен рус этнографы, фольклорисы С. Г. Рыбаков Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Эткол ауылында (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы) йәшәүсе Толомғужа Ғөбәйҙуллиндан яҙып ала һәм «Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән» китабында баҫтыра

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Һылтанмалар үҙгәртергә