Тыва Республикаһы
Тыва Республикаһы (Тыва́, Тува́, тыв. Тыва Республика) — Рәсәй Федерацияһы составындағы Себер федераль округына ҡараған республика. РСФСР составында 1944 йылдың 11 октябрендә ойошторола.
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Тыва Республикаһы
| |||||
| |||||
Баш ҡала |
Ҡыҙыл | ||||
21-се | |||||
- Барлығы |
168 600 км² | ||||
- Барлығы |
▲ 316 968 кеше[1] (2010) 1,88 кеше/км² | ||||
Себер Федераль округы | |||||
Көнсығыш-Себер | |||||
урыҫ теле, тыва теле | |||||
Хөкүмәт башлығы |
Владислав Ховалыг (ваҡытлыса башҡарыусы) | ||||
Бөйөк Хурал закон сығарыу палатаһы рәйесе |
Кан-оол Даваа | ||||
17 | |||||
RU-TY | |||||
KRAT[d] һәм Азия/Красноярск[d][2] |
![]() | |
---|---|
![]() |
Тыва Республикаһы гимны (тыва телендә) |

Себер федераль округына инә, Көнсығыш-Себер иҡтисад районы бер өлөшө булып тора.
РСФСР составына Тыва автономиялы өлкә булараҡ 1944 йылдың 11 октябрендә инә (1961 йылдан — Тыва Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы), һуңынан 1991 йылдың 24 майында республика булараҡ үҙгәртелде.
Дəүлəт телҙере — урыҫ теле, тыва теле. Тожу кожуунында тыва теленең тожу диалекты таралған.
Дәүләт ҡоролошо үҙгәртергә
Тыва Республикаһы Конституцияға ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.
Башҡарма власть үҙгәртергә
Ҡарағыҙ: Тыва Республикаһы Хөкүмәте
Ҡарағыҙ: Тыва Республикаһы Башлығы
Тыва Республикаһы Башлығы — Тыва Республикаһы иң юғары вазифалы кешеһе. Тыва Республикаһы Хөкүмәте етәксеһе.
Тыва Республикаһы Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Тыва Республикаһы Конституцияғы менән билдәләнгән.
Суд власы үҙгәртергә
Тыва Республикаһы суд системаһы составында:
- Тыва Республикаһы юғары суды, Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды
- Тыва Республикаһы арбитраж суды , Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды
Закондар сығарыу власы үҙгәртергә
Ҡарағыҙ: Тыва Республикаһы Юғары Хуралы
Тыва Республикаһы Парламенты — Юғары Хуралы.
Гимн үҙгәртергә
Ҡарағыҙ: Тыва Республикаһы гимны
Ҡарағыҙ: Тыва Республикаһы гимны (1993—2011)
1993 йылдан 2011 йылғаса ғәмәлдә булған гимндын исеме — «Тооруктуг „Долгай“ таңдым» (башҡ. Урман эрбет сәтләүекләр менән тулы (Эрбетле минен тайгам «Долгай»)). Халыҡ йыры. Эшкәртеү авторы — Аяна Самияй ҡыҙы Монгуш.
1993—2011 йылғы гимндың тыва телендә һүҙҙәре |
---|
Тооруктуг долгай таңдым Долганзымза тодар-ла мен |
2011 йылдың 11 Август (Урағай) көнөндә Тыва Республикаһы Дәүләт гимны тураһында закон үҙгәртелде. Яңы гимны исеме — Мен тыва мен (башҡ. Мин тывамын).
География үҙгәртергә
Көньяҡтан һәм көнсығыштан Монголия, төньяҡтан Красноярск крайы, төньяҡ-көнбайыштан Хакас Республикаһы, төньяҡ-көнсығыштан Бүрәт Республикаһы һәм Иркутск өлкәһе, көнбайыштан Алтай Республикаһы менән сиктәш.
Халҡы үҙгәртергә
Халыҡ һаны — 313 940 кеше (2009), халыҡ тығыҙлығы — 1,86 кеше/ км² (2009). Ҡала халҡы 51,22 % (2009) тәшкил итә.
1959—2002 йылдарҙа Тыва Республикаһының милли составы:
Халыҡ | 1959 йыл[3] | 1970 йыл[4] | 1979 йыл[5] | 1989 йыл[6] | 2002 йыл[7] |
---|---|---|---|---|---|
Тыва | 57,0 % | 58,6 % | 60,5 % | 64,3 % | 77,0 % |
Урыҫ | 40,1 % | 38,3 % | 36,2 % | 32,0 % | 20,1 % |
Хакас | 1,0 % | … | … | … | … |
Административ бүленеше үҙгәртергә
Иҫкәрмәләр үҙгәртергә
- ↑ Росстат. Предварительная оценка численности постоянного населения субъектов Российской Федерации
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus_nac_59.php?reg=66
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus_nac_70.php?reg=78
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus_nac_79.php?reg=78
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus_nac_89.php?reg=67
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus_nac_02.php?reg=66