Фредрика Бремер (швед. Fredrika Bremer; 17 август 1801 йыл — 31 декабрь 1865 йыл) — швед яҙыусыһы, сәйәхәтсе, абруйлы феминистка, уҡытыусы-мәғрифәтсе.

Фредрика Бремер
швед. Fredrika Bremer
Тыуған көнө

17 август 1801({{padleft:1801|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны

Або

Вафат булған көнө

31 декабрь 1865({{padleft:1865|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[3][4][5][…] (64 йәш)

Вафат булған урыны

Эрст һарайы, Стокгольм, Швеция

Гражданлығы

Швеция Швеция

Эшмәкәрлеге

прозаик

 Бремер Фредрика Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Фредрика Бремер 1801 йылдың 17 авгусында Финляндия Герцоглығында шул саҡтағы швед провинцияһының Або ҡалаһында бай сауҙагәр ғаиләһендә тыуа.

 
Сигрид Фридман. Фредрика Бремер һәйкәле. Стокгольм

1804 йылда өс йәшендә ғаиләһе менән Стокгольмдан 20 миль алыҫлыҡтағы атаһы һатып алған имениеға күсә. Фредерика унда 1820 йылға тиклем тиерлек йәшәй. Ул һәм уның һеңлеләре алған тәрбиә бик ҡаты була; ата-әсәһе, бигерәк тә атаһы, ҡаты һәм тупаҫ була һәм балаларының темпераментына ла, һәүәҫлектәренә лә бер ниндәй ҙә иғтибар итмәй. Даими оялыу һәм бер төрлө, насар шарттар теремек Фредрикаға көслө тәьҫир итә: ул үҙендә файҙаһыҙға батып барған ниндәйҙер көстәрҙе тоя, һәм ул ауырый башлай. 1821 йылда бөтә ғаилә Францияның көньяғына юллана. Был ваҡытҡа Фредерика Шиллер әҫәрҙәре менән таныша, улар уға бик көслө тәьҫир итә. Сит илдән ҡайтҡас та уның тормошо әүәлгесә дауам итә, һәм берҙән-бер күңел асыуы булып әҙәби ижад ҡала[6].

Ғаилә баҫымына ҡарамаҫтан, Фредрика бер ҡасан да никахҡа инмәй һәм ғүмерен әҙәбиәткә арнай. 1820—1830 йылдарҙа аноним рәүештә хикәйәләр йыйынтығын баҫтыра; был йыйынтыҡтар өсөн Швед академияһы уны бәләкәй алтын миҙал менән бүләкләй[6]. 1840-сы йылдарҙа Бөйөк Британияла эшселәр хәрәкәтен яҡлап сығыш яһай.

1849 йылдан 1851 йылға тиклем Кубаға һәм АҠШ-ҡа сәйәхәт итә, Рольф Эмерсон, Генри Лонгфелло, Натаниэль Готорн менән осраша. Һуңыраҡ Швейцария, Италия, Фәләстин, Греция буйлап сәйәхәт итә, ошо илдәргә барыуы тураһында юл яҙмалары ҡалдыра.

Фредрика Бремер 1865 йылдың 31 декабрендә Стокгольм янындағы Эрст фамилия һарайында вафат була.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Уның феминистик Герта, или История одной души (1856). романы айырыуса ҙур баһа ала.

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә

Олкоттың үҙ заманында билдәле булған «Маленькие женщины» романында героинялар Фредрика Бремерҙың прозаһын уҡый.

С. Лагерлефтың «Удивительное путешествие Нильса Хольгерссона с дикими гусями по Швеции» повесында автор ғаиләлә кистәрен, шул иҫәптән "фрёкен Бремер"ҙы уҡығандарын хәтерләй.

Швецияла йәшәгән Куба яҙыусыһы Рене Васкес Диас Фредрика Беремерҙың Кубала сәйәхәте тураһында биографик Фредрика в раю романын (1999) яҙа.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә