Натаниэль Готорн (шулай уҡ Натаниел Хоторн[14], ингл. Nathaniel Hawthorne; 4 июль 1804, Сейлем, Массачусетс — 19 май 1864, Плимут, Нью-Гэмпшир)— америка яҙыусыһы һәм әҙәбиәтсеһе, америка әҙәбиәтенең иң танылған оҫталарының береһе. Хикәйәләр (новеллалар) жанрының барлыҡҡа килеүенә ҙур өлөш индереүсе һәм әҙәбиәтте романтизмға аллегориялар һәм символизмдар элементтарын индереп байытыусы. Джулиан Готорндың атаһы.

Натаниэль Готорн
ингл. Nathaniel Hawthorne
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Nathaniel Hathorne
Псевдоним Monsieur de l’Aubépine
Тыуған көнө 4 июль 1804({{padleft:1804|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[2][1][3][…]
Тыуған урыны Сейлем[d], Массачусетс, Америка Ҡушма Штаттары
Вафат булған көнө 19 май 1864({{padleft:1864|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[2][1][3][…] (59 йәш)
Вафат булған урыны Плимут[d], Графтон[d], Нью-Гэмпшир[d], Америка Ҡушма Штаттары
Ерләнгән урыны Sleepy Hollow Cemetery[d][4]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Nathaniel Hathorne[d][5]
Әсәһе Elizabeth Clarke Hathorne[d][6]
Бер туғандары Elizabeth Hawthorne[d] һәм Maria Louisa Hawthorne[d]
Хәләл ефете Софи Хоторн[d][7]
Балалары Джулиан Готорн[d] һәм Mother Mary Alphonsa[d]
Туған тел инглизсә
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө романист, яҙыусы, дипломат, балалар яҙыусыһы, писатель научной фантастики, новеллист
Биләгән вазифаһы илсе[d][8]
Уҡыу йорто Боудин-колледж[d][9]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Демократическая партия[d][10]
Архивы хранятся в Библиотека редких книг и рукописей Бейнеке[d] һәм Боудин-колледж[d][9]
Сәнғәт йүнәлеше Романтизм
Ойошма ағзаһы Общество Phi Beta Kappa[d]
Жанр готическая литература[d], хикәйә[11] һәм нәҫер
Хеҙмәттәре тупланмаһы Миннеаполис сәнғәт институты[d], Городской музей[d][12] һәм Гетти музейы
Писал для The Atlantic[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Nathaniel Hawthorne[13]
 Натаниэль Готорн Викимилектә
{{{Исеме}}}
Жанр:

рассказ, новелла, роман

Дебют:

роман «Фэншо»

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Биографияһы

үҙгәртергә

Натаниэль Готорн Боудин колледжын тамамлаған (1825). Бала саҡтан уҡ Готорн бик ныҡ алсаҡ булмауын асыҡлай. Ул бигерәк тә йәш сағында ата-бабаларының пуританлығы өсөн намыҫлана, сөнки уларҙың береһе салем сихырсыларына ғәйепләү ҡарары сығарған була. Тәүге әҫәрҙәренән үк уның прозаһында элекке гонаһтар өсөн ғәйеп, шул иҫәптән ата-бабаларҙың гонаһтары өсөн ғәйептәр темаһы ҙур урын биләй.

Беренсе романы уңышһыҙлыҡҡа тарый — «Фэншо» (ингл. Fanshawe, 1828)[15]. Уның тәүге очерктары «Дважды рассказанные истории» ингл. Twice-Told Tales (1837) исеме аҫтында баҫылып сыға; улар тураһында һоҡланыу һүҙҙәрен Г. У. Лонгфелло һәм Э. А. По әйткән. Матди хәленең ҡыҫынҡы булыуы арҡаһында Натаниэль Готорн таможня күҙәтеүсеһе булып эшләргә мәжбүр була ( Бостон һәм Сейлем таможняларында эшләй), Готорн яҙыуын дауам итә һәм 1841 йылда балалар өсөн „Grandfathers Chair“ хикәйәләр йыйынтығын баҫтырып сығара. 1842 йылда «Рассказы старой усадьбы» йыйынтығына тарихи һәм ғәҙәттән тыш сюжеттарға иң яҡшы новеллаларын йыйып яҙған.

 
Сейлемда Готорн һәйкәле, скульптор Бела Пратт

Трансцендентализм менән ҡыҫҡа мауығыу кисереп, 1841 йылда ул Брукфармдағы фурьеристик коммунаһына инә, был коммунаның ағзалары физик хеҙмәтте рухи мәҙәниәт менән берләштерергә тырыша. 1850 йылда беренсе романын, «Алая буква»ны, баҫтырып сығара. Ул яҙыусыға, ҙур табыш килтермәһә лә, Европала киң танылыу таба һәм бестселлерға әйләнә. Киләһе йылда Готорн икенсе романын, «Дом о семи фронтонах»ты, сығара, был романдың үҙәгендә Сейлем ғаиләһенең тарҡалыу тарихы һүрәтләнә. Фурьеризмдан күңеле ҡайтыу тарихын ул «Роман о Блайтдейле» (1852, урыҫ теленә тәржемәһе 1913) романында һөйләй.

Готорн романдарының художестволы формаларының камиллығы һәм уларҙағы әхлаҡи проблематикаларҙының тәрәнлеге йәш әҙәбиәтселәр араһында күп һанлы табыныусыларҙы таба, мәҫәлән: Генри Джеймс, Герман Мелвилл. Уларҙың береһе — Герман Мелвилл — Готорн эргәһендә урынлаша һәм Готорнға «даһиға баш эйеү билдәһе» итеп үҙенең данлыҡлы «Моби Дик» романын бағышлай.

1853 һәм 1857 йылдар араһында Готорн Европала йәшәй, Ливерпулдә америка консулы вазифаһын биләп тора. УлИталияла була, шунда саҡта ингл.The Marble Faun әҫәрен яҙа, Шотландияны урап сыға, Америкаға ҡайтҡас, ҡыҙыу мәлгә, штаттар араһындағы Граждандар һуғышына, эләгә. Уның дуҫы, элекке президент Франклин Пирс хыянатсы тип иғлан ителә, һәм Готорн уға бағышлап яңы китап, ингл.Our old Home, китабын яҙа. Ошо китап арҡаһында яҙыусының популярлығы кәмей. Готорндың һуңғы йылдары физик ғазаптар менән тулы була. Ул тағын да тамамланмай ҡалған ингл.Septimius Felton хикәйәһен һәм ингл.The Dolliver Romance әҫәренән өҙөк яҙа башлай, әммә дүрт яңы романы өҫтөндәге эште тамамлай алмай.

1864 йылда вафат була. «Сонная лощина» (Конкорд) зыяратында ерләнгән.

Готорндың новеллалары

үҙгәртергә
  • «Погребение Роджера Мэлвина» (1832) — был хикәйәләге ваҡиғалар 1725 йылда башланып китә, индеецтар менән алыштан һуң Роджер Мэлвин һәм уның буласаҡ кейәүе Ребен шырлыҡтар аша үтеп, үҙҙәренекенә баралар. Икеһе лә яраланған булғанлыҡтан, ҡасҡындарҙың өлкәне икенсеһен уны урманда ҡалдырырға күндерә, һуңғараҡ теге икенсеһе ҡайтып, ярҙамсы алып килеп, уны йә уны ҡотҡарырға, йә кәүҙәһен ерләргә тейеш була. Был урынды таныу өсөн Ребен йәш имән осона үҙенең яулығын бәйләй. Ауылға ҡайтҡас, Ребен кәләшенә уның атаһын үлемгә ҡалдырғанын танырға баҙнат итмәй һәм был вәғәҙәне иғтибарһыҙ ҡалдыра. Әммә уның күңеле тыныс түгел. Күп йылдар үткәс, Ребен ҡатыны һәм улы менән, иң яҡшы өлөш эҙләп, көнбайышҡа юллана. Һунар ваҡытында Ребен, осраҡлы атып, улын үлтерә. Уның кәүҙәһе өҫтөнә эйелгәндә, өҫкә имән ботағы бөгөлә, шунда Ребен (быға тиклем күп йылдар элек) үҙе бәйләп ҡуйған яулыҡты күрә.
 
Натаниэль Готорн (1846)
  • «Мой родич, майор Молинью» (1831) — Америка революцияһынан алдағы заман тураһындағы тарихи хикәйә. Хикәйәләү майор Молиньюның протекцияһы буйынса хеҙмәткә урынлашыу өсөн Бостонға килгән йәш провинциал туғаны исеменән алып барыла. Революция алдындағы тулҡынланыш үҙәгенә эләгеп, ул тирә-йүндәге хәлдәрҙе оҙаҡ аңлай алмай, бары тик уның эргәһенән кәмһетелгән һәм граждандар язаһына дусар ителгән британлы Молиньюны алып барғандарын күргәс кенә тирә-йүндәге хәлдәрҙе аңлай башлай. Уның Молинью менән бәйле карьера тураһындағы хыялдары юҡҡа сыға.
  • «Молодой Браун» (1835) — ваҡиғалар XVII быуатта пуритан Яңы Англияла бара. Браун исемле йәш сейлем кешеһе, төндә сихырлы ритуал эшләргә саҡырған серле демон менән осрашыу өсөн, ҡатынын урман уртаһында яңғыҙын ҡалдырып китә. Башта йәш кеше шикләнә, ныҡ уйлана, дөрөҫ эшләнемме икән, тип, хәләл ефетенә кире килергә лә уйлай, әммә төнгө шабашҡа ашығып китеп барған ҡала халҡы араһында үҙенең һөйгәнен дә күреп ҡала һәм был уйынан кире ҡайта. Иртәнсәк уянғас, ул хәлдең төшмө, өнмө булғанын аңлай алмай һәм үлгәнсе тирә-йүндәгеләрҙе ҡара эштәрҙә ғәйепләй.
  • «Опыт доктора Хейдеггера» (1837) — мәңгелек йәшлек сығанағын табыусы ҡарт ғалим тураһында аллегорик хикәйә. Уны иптәштәре йәшлек эликсиры эсә — һәм ваҡытлыса элекке йылдарҙағы гонаһлы шуҡлыҡтарына кире ҡайта. Был тәжрибә ҡартты, йәшлектең хаталарын даими ҡабатлағанға ҡарағанда, ҡартлыҡ яҡшыраҡ, тип ышандыра.
  • «Родимое пятно» (1843) китабында йәш ғалим аристократ тураһында бәйән ителә, уны гүзәл ҡатынының яңағындағы миң — тәнендәге берҙән-бер кәмселек ныҡ борсой. Ул ҡатынын косметик операция ярҙамында миңде бөтөрөргә күндерә, әммә, ҡатыны физик камиллыҡҡа эйә булыу менән, йәне ҡатындың кәүҙәһен ташлап китә. Ғалимдың ярҙамсыһы Франкенштейнға оҡшаған фигуралы итеп яҙыусы тарафынан бик оҫта һүрәтләнгән. Финалда хикәйәләүсе иң яҡшыһы — яҡшының дошманы тигән һығымта яһай.
  • «Дочь Раппаччини» (1844) - кейәүе менән ҡушылғас, уны ағыулап үлтерһен өсөн, бала саҡтан ағыу ашатып үҫтерелгән һылыуҡай тураһындағы боронғо тарихты Готорн өр-яңынан эшкәрткән хикәйә. Был хикәйәнен сюжетына Октавио Пас пьеса, опера һәм фильм ижад иткән.

Ижадының тасуирламаһы

үҙгәртергә

Готорндың ижады үҙенә Яңы Англияның - тәүге күскенселәрҙең тарихи үҙәгенең пуритан йолаларын тәрән һеңдергән. Рәсми пуритан идеологияһының һуҡыр фанатизмын кире ҡағып («Кроткий мальчик» новеллаһында), Готорн пуритан этикаһының ҡайһы бер һыҙаттарын идеаллаштыра, унда әхлаҡи тотороҡлолоҡто, таҙалыҡты һәм гармоник йәшәү шарттарын берҙән-бер гарантия итеп күрә («Великий карбункул» новеллаһында).

 
„Tanglewood Tales for Girls and Boys: Being a Second Wonderbook“. 1853

Үҙенең новеллаларында Готорн Американың беренсе пуритан килмешәктәренең үҙенсәлекле тормошон, уларҙың әхлаҡи төшөнсәләренең ҡырыҫлығын һәм тоғролоғон, кеше тәбиғәтенең тәбиғи, айырылғыһыҙ ынтылыштары менән етди әхлаҡи ҡағиҙәләр талаптары араһындағы фажиғәле көрәште һүрәтләй. Готорн хикәйәләрендә бигерәк тә пуританлы илаһилыҡтың, тере йәнле кешеләрҙе йәмәғәт шарттары ҡорбанына әйләндереп, уларҙы тереләй киптереүе һүрәтләнә. Готорн шундай геройҙарын шиғри ореол менән уратып ала, әммә уларҙан тирә-яҡ мөхит ҡараштарына ҡаршы протестанттар яһамай; улар инстинктив рәүештә хәрәкәтләнеп йәшәй һәм шуға күрә үҙ ғәйебен танып, «үкенә» һәм бының менән үҙҙәрен ҡотҡарырға тырыша.

Хикәйәләренең көнкүреш һәм психологик өлөшөнөң реализмын Готорн ҡайһы бер айырым фигураларҙың мистик күркәмлеге менән тоташтыра. Мәҫәлән, әгәр Эстер Прин „Scarlet Letter“ («Алая буква» ла)- тулыһынса тере шәхес булһа, уның законһыҙ ҡыҙы, һомғол һәм ярым ҡырағай ҡыҙ, ул бары тик әсә гонаһының шиғри символы ғына, бөтөнләй материаль (матди) булмаған, үҙ тормошон баҫыуҙар һәм урмандар тормошо менән берләштергән йән эйәһе.

Үткәндәрҙең һәм хәҙерге замандың үҙ-ара бәйләнеше, ысынбарлыҡ һәм фантастиканың бер — береһенә үтеп инеүе, романтик пафос һәм ентекле итеп көнкүреште яҙыу, сатирик гротеск Готорн новеллистикаһының һәм романдарының идея-художество үҙенсәлеген барлыҡҡа килтерә — «Алая буква» (1850, урыҫ теленә тәржемә 1856), «Дом о семи шпилях» («Дом о семи фронтонах»; 1851, урыҫ теленә тәржемә 1852; 1975). Предметтарҙы үҙ исемдәре менән атамайынса ғына Готорндың ул предметтар тураһындағы мәғлүмәтте ҡуҙғата белеүе арҡаһында Готорнды Эдгар По менән cағыштырырға мөмкин, ғөмүмән үҙенең сәнғәт алымдарында Готорн менән Эдгар По күп уртаҡ нәмәгә эйә.

Готорн хикәйәләренә һәм романдарына өҫтәмә тәрәнлекте символизм элементтары бирә: уның трактовкаһында айырым предметтар көндәлек функцияһы менән тап килмәгән мәғәнә ала һәм хикәйәләүҙе яңы яҡтылыҡ менән яҡтырта. Әгәр «Алая буква»ла героиняның күкрәгендә йөрөтөргә мәжбүр булған билдәһе гонаһының күҙгә күренеп торған мисәте булһа, икенсе романда бындай символдар бер нисә, улар араһында иң мөһиме — тирә-яҡ үҫентеләр араһында пинчондар ғаиләһенең туҙған йорто. «Погребение Роджера Мэлвина» әҫәрендә символик йөкләмәне йәш сағында бөгөп ҡуйылған имән ботағы үтәй.

Яҙыусыға донъяны фажиғәле тойоу хас. Готорн ижадында хәҙерге заман цивилизацияһының романтик тәнҡитләү һәм ыңғай әхлаҡи идеалды һәм тулы кешелек шәхесен эҙләү сағыла.

Хәҙерге Рәсәйҙә Готорн китаптары

үҙгәртергә

Готорн ижадын рус әҙәбиәте вәкилдәре: И. С. Тургенев һәм Н. А. Добролюбов. Н. Г. Чернышевский — юғары баһалай. Готорнды Н. Г. Чернышевский, яҙыусының донъяға ҡарашы менән ризалашмаһа ла, «бөйөк талант яҙыусыһы» тип атай. «Современник» журналында (1852 йыл, 9-сы һанлы) Рәсәйҙә Готорндың «Дом о семи шпилях» тигән тәүге новеллаһының урыҫса тәржемәһе баҫылып сыға, уның инеш һүҙендә былай тиелә: «Готорн повестары, ғөмүмән әйткәндә, үҙенсәлеклеге һәм ҡыйыу талантлы булыуы менән айырылып ҡына ҡалмай: улар хәҙерге заман америка әҙәбиәтенең меркантиллектән ҡотолоу өсөн ҙур тырышлығын иҫ киткес итеп иҫбатлай; бары тик матди байлыҡты үҫтереү менән мәшғүл булған йәмғиәт эсендә ныҡлы фекер йөрөтөүселәр һәм шағирҙар барлығын дәлилләй»[16]. «Современник» журналы артабанғы йылдарҙа ла Готорн әҫәрҙәрен баҫтырып сығара.

Һайланма библиографияһы

үҙгәртергә
  • Хикәйәләр йыйынтығы:
    • «Дважды рассказанные рассказы» (Twice - Told Tales, 1837, 1842),
    • «Мхи старой усадьбы» (Mosses from an Old Manse, 1846),
    • «Снегурочка и другие дважды рассказанные рассказы» (The Snow-Image and Other Twice-Told Tales, 1851).
  • Балалар өсөн китаптары:
    • «Дедушкино кресло» (Grandfather ' s Chair, 1841),
    • «Знаменитые старики» (Famous Old People, 1841),
    • «Дерево свободы» (Liberty Tree, 1841),
    • «Биографические рассказы для детей»» Балалар өсөн биографик хикәйәләр " (Biographical Stories for Children, 1842),
    • «Книга чудес для девочек и мальчиков» (A Wonder Book For Girls and Boys, 1851.
    • «Тэнглвудские рассказы» (Tanglewood Tales, 1853).
  • Романдары:
    • «Алая буква» (The Scarlet Letter, 1850, урыҫ. 1856, 1957),
    • «Дом о семи фронтонах» (The House of the Seven Gables, 1851, урыҫ. 1852, 1975),
    • «Блитдейл» (The Blithedale Romance, 1852; урыҫ. 1912; «Счастливый дол», 1982).
    • «Мраморный фавн» (The Marble Fawn, or The Romance of Monte Beni 1860, урыҫ. «Переворот», 1860; "Монте-Бени" урыҫ. 1861 йыл.).
  • «Наша старая родина» (Our Old Home, 1863)- Англия тураһында очерктар.
  • Йыйынтыҡ «Всеобщая история Питера Парли» (Peter Parley ' s Universal History, 1837)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118709305 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Nathaniel Hawthorne // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. https://www.findagrave.com/memorial/459/nathaniel-hawthorne
  5. http://www.hawthorneinsalem.org/Life&Times/Family/Introduction.html
  6. Geni (билдәһеҙ) — 2006.
  7. Nathaniel Hawthorne // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  8. https://uk.usembassy.gov/our-relationship/our-ambassador/rcamb_facts/
  9. 9,0 9,1 https://library.bowdoin.edu/arch/mss/nhg.shtml
  10. https://www.history.com/news/10-things-you-may-not-know-about-nathaniel-hawthorne
  11. NoveList Plus (ингл.)EBSCO Information Services.
  12. Contes du minotaure.
  13. шаблон автора на Викискладе
  14. Ермолович Д. И. Англо-русский словарь персоналий. — М.: Рус. яз., 1993. — 336 с. — С. 156
  15. 13 авторов, возненавидевших собственные книги  (рус.), ИноСМИ.Ru (8 март 2018). 8 март 2018 тикшерелгән.
  16. Иванян Э. А. Энциклопедия российско-американских отношений. XVIII-XX века.. — Москва: Международные отношения, 2001. — 696 с. — ISBN 5-7133-1045-0.
  • Собрание сочинений в 2 томах. М., 1912—13.
  • Новеллы. М. — Л., 1965.
  • Натаниель Готорн. Дом о семи фронтонах. Роман. Новеллы. — Л.: Художественная литература. Ленинградское отделение, 1975. — 504 с.
  • История американской литературы. Т. 1. М. — Л., 1947.
  • Брукс, В. В. Писатель и американская жизнь. Т. 1. М., 1967.
  • Венгерова З. А. Готорн, Натаниель // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Каули, М. Готорн в уединении // Дом со многими окнами. М., 1973.
  • Литературная история Соединённых Штатов Америки. Т. 1. М., 1977.
  • Hawthorne. The critical heritage. L., [1970].
  • Browne N. E. A bibliography of N. Hawthorne. N. Y., 1968.

Һылтанмалар

үҙгәртергә