Буҙат (Стәрлебаш районы)

Буҙат (рус. Бузат) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 722 кеше[1]. Почта индексы — 453193, ОКАТО коды — 80248815001.

Ауыл
Буҙат
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Стәрлебаш районы

Координаталар

53°18′20″ с. ш. 54°41′38″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 248 815 001

ОКТМО коды

80 648 415 101

ГКГН номеры

0524136

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Буҙат (Рәсәй)
Буҙат
Буҙат
Буҙат (Стәрлебаш районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Буҙат

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 722 344 378 47,6 52,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

Ауыл тарихы үҙгәртергә

Ауылға 1793 йылда нигеҙ һалына. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә- Буҙатта- тәүге төпләнеүселәр булып, төрлө улустарҙың ауылдарынан күсеп килеүселәр һанала. 1795 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, 187 кеше иҫәпкә алынған, 1865 йылда 86 йортта — 511 кеше.ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сабата үреү менән шөғөлләнгән. Мәсет, училище, 11 ҡул тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, тирмән, тимерлек, бакалея һәм мануфактура кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән.Ауыл Буҙат йылғаһы (Тәтер йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.
Халҡы: 1906 й. — 1238 кеше; 1920—1514; 1939—1280; 1959—1213; 1989—957; 2002—784; 2010—722 кеше.
Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, музей бар.[2].

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә