Афина Акрополе
Афина Акрополе (грек. Ακρόπολη Αθηνών) — Афина ҡалаһындағы, 156 метрлыҡ ҡаялы, һөҙәк башлы (оҙонлоғо — 170, киңлеге 300 метр тирәһе) убанан ғибәрәт акрополь. Был батшаның төп урыны була. Шулай уҡ күп эсендә грек алладары хөрмәтенә доға ҡылына һәм уларға ҡорбан бирелгән ғибәҙәтханалар бар. Бөгөн ул — сәнғәттең боронғо архитектура һәйкәле.
Афина Акрополе | |
бор. грек. Ακρόπολη Αθηνών | |
Культура | Боронғо Греция |
---|---|
Дәүләт | Греция[1] |
Административ-территориаль берәмек | Афина муниципалитеты[d][1] |
Урын | Афина |
Йылына инеүселәр һаны | 1 807 580[2], 2 766 218[2] һәм 3 105 604[3] |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы[4] һәм археологический памятник Греции[d][5] |
Майҙан |
3,04 гектар, 116,71 гектар |
Тасуирлау биттәре |
odysseus.culture.gr/h/3/… odysseus.culture.gr/h/3/… |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (i)[d][6], (ii)[d][6], (iii)[d][6], (iv)[d][6] һәм (vi)[d][6] |
Руководитель раскопок | Panagiotis Kavvadias[d][7] |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from the Acropolis in Athens[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of the Acropolis of Athens[d] |
Афина Акрополе Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәҠаялы армытта 300-гә 130 метр дәүмәлендәге, Афина ситенән күтәрелеп торған тәүге нығытмалар классик дәүер башланғанға тиклем барлыҡҡа килә. Архаика ваҡытында уҡ бында мөһабәт ғибәҙәтханалар, скульптуралар, төрлө табыныу әйберҙәре урынлаша. Шулай уҡ Акрополде легенда буйынса Афинаның беренсе батшаһы һәм Акрополгә нигеҙ һалыусы Кекропс хөрмәтенә «Кекропия» (Cecropia) йәки «Кекропс» (Kekrops) тип атайҙар[8].
Микән дәүерендә (беҙҙең эраға тиклем XV—XIII быуат.) нығытылған батша резиденцияһы булып тора. Беҙҙең эраға тиклем VII—VI быуатта Акрополдә ҙур төҙөлөш алып барыла. Рәхимһеҙ Писистрат (беҙҙең эраға тиклем 560—527 йылдар) батша һарайы урынында Афина алиһәһе Гекатомпедон (оҙонлоғо йөҙ аҙымлыҡ ғибәҙәтхана; фронтон скульптуралары фрагменттары һаҡланып ҡалған, нигеҙе асыҡланған). Беҙҙең эраға тиклем 480 йылда, грек-фарсы һуғышы ваҡытында Акрополь ҡорамдары фарсылар тарафынан емертелә. Афина халҡы Элладанан дошмандарҙы ҡыуып бөткәндән һуң ғибәҙәтхананы тергеҙергә ант бирә.
Беҙҙең эраға тиклем 447 йылда Перикл инициативаһы буйынса Акрополдә яңы төҙөлөш башлана; бөтә етәкселек билдәле скульптор Фидийға йөкмәтелә, күрәһең ул тотош комплекстың, уның архитектура һәм скульптура йөҙөнөң нигеҙенә ятҡан проект авторы булғандыр. Шулай уҡ Акрополь ансамблен булдырыуҙа төҙөүселәр Калликрат, Иктин, Мнесикл, Архилох һәм башҡалар була[9].
V быуатта Парфенон Ғайса бәйғәмбәрҙең әсәһе сиркәүе була, Афина Парфенос һыны Константинополгә килтерелә. Грецияны төрөктәр баҫып алғандан һуң (XV быуат) ҡорам мәсеткә әйләндерелә, уға манара төҙөлә, шунан — арсенал ҡушыла; Эрехтейон төрөк пашаһының һәрәме була, Ника Аптерос ғибәҙәтханаһы һүтелеп, уның блоктарынан бастион диуары һалына. 1687 йылда Венеция карабы атҡан йәҙрә эләккәндән һуң, шартлау Афина ҡорамының бөтә үҙәк өлөшөн тиерлек юҡ итә, венициандарҙың Парфенондың скульптураһын алырға маташыуы һөҙөмтәһендә бер нисә статуя ватыла. XIX быуат башында лорд Элджин метоп рәтен, фриздың тиҫтәләрсә метрын, Парфенон скульптураһы фронтондарын, Эрехтейон портигынан кариатиданы емерә.
1827 йылда Акрополде грек баш күтәреүселәренән обороналаған ваҡытта пушка йәҙрәһенән Эрехтейон ҡорамы зыян күрә. Төрөктәрҙең элек тә быны эшләргә тырышыуына үҙәк урамдарҙың береһенә исеме бирелгән грек саперы Костас Хормовитис юл ҡуймай.
Греция бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән һуң реставрация эштәре барышында (башлыса XIX быуат аҙағында) Акрополдең боронғо йөҙө мөмкин тиклем тергеҙелә: һуңғы бөтөрөлә, уның территорияһындағы һуңғы төҙөлөштәр юҡҡа сығарыла, Ника Аптерос ҡорамы ҡабаттан һалына һ.б. Акрополдең рельефтары һәм скульптуралары Британия музейында (Лондон), Луврҙа (Париж) һәм Акрополь музейында һаҡлана. Асыҡ һауала ҡалған скульптуралар күсермәләр менән алмаштырылған.
Урын планы
үҙгәртергә- Парфенон.
- Гекатомпедон.
- Эрехтейон.
- Афина Промахос статуяһы.
- Пропилеи.
- Ника Аптерос ҡорамы.
- Элевсинион.
- Бравронейон.
- Халькотека.
- Пандросейон.
- Аррефорион.
- Афина алтаре.
- Зевс Полиея ғибәҙәтханаһы.
- Пандион ғибәҙәтханаһы.
- Аттик Герод Одеоны.
- Эвмен стояһы.
- Асклепион.
- Дионис театры.
- Перикл одеоны.
- Дионис теменосы.
- Аглавра ғибәҙәтханаһы.
Галерея
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ 2,0 2,1 http://www.statistics.gr/documents/20181/f9e20032-6a71-49a7-90cf-da9e07e6d31c
- ↑ https://etravelnews.gr/auxisi-se-mouseia-kai-arhaiologikous-horous/
- ↑ https://www.culture.gov.gr/el/parthenonas/SitePages/view.aspx?iID=8
- ↑ греческая Википедия (грек) — 2002.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 http://whc.unesco.org/en/list/404
- ↑ BiblioNet.gr
- ↑ Афинский Акрополь 2012 йыл 23 апрель архивланған., архитектура и ансамбль Афинского Акрополя. [неавторитетный источник?]
- ↑ Бартенев И. А., Батажкова В. Н. Очерки истории архитектурных стилей. — М.: Изобразительное искусство, 1983. — С. 31. — 264 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Хронология Акрополя (недоступная ссылка)
- Шедевр древней архитектуры Афинский Акрополь
- Посещение Акрополя 2019 йыл 3 апрель архивланған.