Ҡарлыман (Ҡырмыҫҡалы районы)

Ҡарлыман (рус. Карламан) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 633 кеше[1]. Почта индексы — 453011, ОКАТО коды — 80235835005.

Ауыл
Ҡарлыман
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡырмыҫҡалы районы

Координаталар

54°18′52″ с. ш. 56°07′53″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 235 835 005

ОКТМО коды

80 635 435 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡарлыман (Рәсәй)
Ҡарлыман
Ҡарлыман
Ҡарлыман (Ҡырмыҫҡалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡарлыман


Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) барышында өҫтөнлөк иткән милләт — башҡорттар (95 %)[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 542
1920 йыл 26 август 694
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 612
1959 йыл 15 ғинуар 571
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 541
2002 йыл 9 октябрь 628
2010 йыл 14 октябрь 633 317 316 50,1 49,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Ҡырмыҫҡалы): 6 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡырмыҫҡалы): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡарлыман станция): 18 км

XVIII быуат аҙағында шул уҡ исемдәге йылға буйында урынлашҡан Үрге һәм Түбәнге Ҡарлыман ауылдары билдәле була. Уларҙың беренсеһе XIX быуат башында Ҡарлыманбаш, икенсеһе — Ҡарлыман тип атала. 1795 йылда Ҡарлыманда 33 йорт һәм 150 кеше йәшәгән. Һуңғы һандар ауылға нигеҙ һалыныуын ревизия алдынан булыуын күрһәтә. 1850 йылда ауылда 47 йортта 388 кеше йәшәй. Уның артабанғы үҫешен 1920 йылдағы мәғлүмәттәр иҫбатлай: Ҡарлыманда 694 кеше һәм 143 йорт булған.

Ҡарлыман ауылынан 1812 йылдағы һуғышта ҡатнашыусылар араһында Дауыт һәм Мәхмүт Ҡолғаниндар, Ҡотлотүзә Аваҡаев, Хәбибулла ла Илбулдин, Юныс Сәғитов, Байсура Юлсурин була.

1839 йылда 274 ҡарлыман кешеһенең 500 аты, 600 һыйыр, 100 һарығы, 60 кәзәһе була. Умартасыларҙың 90 умартаһы булған. Ауылда ике һыу тирмәне эшләгән. Төп хужалыҡ тармаҡтарынан тыш, ауыл халҡы ылаусылыҡ менән шөғөлләнгән — мәғдән һәм тоҙ ташыған, ауылдың бер өлөшө һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән[3]

Урамдары

үҙгәртергә
  • Аҡкүл урамы (рус.  Ак-Куль (улица))
  • М.Ғәҙелшин урамы (рус.  М.Гадельшина (улица))
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная (улица))
  • Яңы урам (рус.  Новая (улица))
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  С.Юлаева (улица))
  • Ш.Биҡҡол урамы (рус.  Ш.Биккула (улица))
  • Шайморатов урамы (рус.  Шаймуратова (улица))
  • Көньяҡ урам (рус.  Южная (улица))[4]

Матбуғатта

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә