Биктимер (Ырымбур өлкәһе)
Биктимер (рус. Биктимирово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы ауыл.
Ауыл | |
Биктимер | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Конфессиональ составы | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
56 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урынлашыуы
үҙгәртергәҺаҡмар йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәБиктимер ауылы Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ улусы составында була. Ауылға башҡорттарҙың сәнкем ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәре нигеҙ һала. Риүәйәт буйынса ауылға Нөгөш буйынан Һаҡмар үҙәненә күсеп килгән Биктимер, Аҡкилде һәм Ҡолбәк нигеҙ һала. Икенсе риүәйәт буйынса Биктимер һәм Ҡабан ауылдарын нигеҙләгән Биктимер һәм Ҡабан ағалы-ҡустылар булғандар. Биктимер ауылы кешеләре тарафынан Һунарсы (Үрге Сәнкем) һәм Сәнкем-Биктимер (Түбәнге Сәнкем) ауылдары нигеҙләнгән. Сәнкем-Биктимер ауылы халҡы үҙ сиратында Яңы Ғафар (Яңауыл) һәм Солтанбай (Уртауыл) ауылдарына нигеҙ һала[2]. Документтарҙа тәүге тапҡыр 1776 йылда телгә алына[3].
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Ҡыпсаҡ кантоны Бөрйән-Ҡыпсаҡ улусы составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә.
Аҙаҡ Урта Волга крайы (1928 йылдың 14 майынан — край составындағы Ырымбур округы) составына бирелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына күсә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе[4] Һарыҡташ районы составында була.
Халҡы
үҙгәртергә1795 | 1834 | 1866 | 1900 |
---|---|---|---|
226 | 360 | 377 | 346 |
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[1] |
258 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 42 % тәшкил итә[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 45, 47. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 3,0 3,1 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
- ↑ 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
- ↑ Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Вахитов Г. И. Село Биктимирово. — Уфа: Информреклама, 2004. — 216 с.