Бехтерева Наталья Петровна

Наталья Петровна Бехтерева (7 июль 1924 йыл — 22 июнь 2008 йыл) — СССР һәм Рәсәй нейрофизиологы, мейе тикшеренеүсеһе. Биология фәндәре кандидаты, медицина фәндәре докторы, профессор. 19902008 йылдарҙа — Рәсәй фәндәр Академияһының кеше мейеһе институтының ғилми етәксеһе. СССР дәүләт премияһы лауреаты (1985).8-се саҡырылыш СССР Юғары Советы (1970—1974). СССР халыҡ депутаты (1989—1991);В. М. Бехтеревтың ейәнсәре.

Бехтерева Наталья Петровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 июль 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 22 июнь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[3][2] (83 йәш)
Вафат булған урыны Гамбург, Германия
Ерләнгән урыны Комарово ҡасабаһы зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Балалары Святослав Всеволодович Медведев[d][4]
Һөнәр төрө учёный в области наук о мозге, психолог, сәйәсмән, табип, нейрофизиолог, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө нейрофизиология[d]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Академик И. П. Павлов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d] һәм биология фәндәре кандидаты[d]
Уҡыусылар Бундзен, Павел Владимирович[d]
Кемдә уҡыған Школа № 207 (Санкт-Петербург)[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы, СССР Фәндәр академияһы[d][4], Австрийская академия наук[d] һәм Академия медицинских наук СССР[d][4]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Бехтерева Наталья Петровна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Наталья Петровна Бехтерева — 1924 йылдың 7 июлендә Ленинградта инженер-конструктор Петр Владимирович Бехтерев (18886-1938) ғаиләһендә тыуған. «Халыҡ дошманы» ҡыҙы булараҡ, энеһе менән балалар йортонда тәрбиәләнә, Бөйөк Ватан һуғышында блокадалы Ленинградта йәшәй. 1947 йылда Академик И. П. Павлов исемендәге Беренсе Санкт-Петербург дәүләт медицина университетын һәм СССР медицина фәндәре академияһының физиология институтында аспирантура тамамлай. 1950-1954.йылдарҙа СССР Медицина фәндәре академияһының эксперименталь медицина институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1954—1962 йылдарҙа А. П. Поленов исемендәге Нейрохирургия институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, лаборатория етәксеһе һәм директор урынбаҫары вазифаһын биләй. 1962 йылдан — СССР медицина фәндәре академияһының эксперименталь медицина институтында кеше нейрофизиологияһы бүлеге мөдире, һуңынан фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары, директор вазифаһын башҡарыусы, 1970 — 1990 йылдарҙа — директор. 1975 йылда СССР Фәндәр академияһы академигы (һуңынан Рәсәй медицина фәндәре академияһы), 1981 йылда — СССР Фәндәр академияһы академигы.1990 йылдан — СССР ФА-ның «Мозг» үҙәгенең ғилми етәксеһе, 1992 йылдан — РФА-ның баш мейеһе институтының, нейрофизиология, ижад һәм аңдың ғилми төркөмө етәксеһе.1974-1980 йылдарҙа Халыҡ-ара физиология фәндәр союзының вице-президенты ;1982-1994 йылдарҙа психофизиология буйынса халыҡ-ара ойошманың вице-президенты. «Физиология человека» (1975—1987) һәм «International Journal of Psychophysiology» (1984—1994) академик журналдарҙың баш мөхәррире булып эшләй. 1970—1974 йылдарҙа СССР Юғары Советы депутаты,.1989-1991 йылдарҙа СССР-ҙың халыҡ депутаты. Наталья Петровна Бехтерев 2008 йылдың 22 июнендә Гамбургта, оҙаҡ ауырығандан һуң вафат була. Санкт-Петербург ҡалаһы эргәһендәге Коморово зыяратында ерләнгән.

Төп фәнни ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Хеҙмәттәре баш мейеһе эшмәкәрлегенең принциптарын тикшереү һәм психик ауырыуҙарҙың физиологик . нигеҙҙәре үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. Бехтерева кешенең мейе эшмәкәрлеген ҡаты һәм һығылмалы звеноларҙан сығарыу менән идара итеүе тураһындағы теория тәғлимәт.ен асыҡланған[5]. Уның тарафынан нейрондарҙың телмәр мәғәнәһенә яуап биреү үҙенсәлеген һәм фекерләү эшмәкәрлеген тәьмин итеүеҙә ҡатнашыуын асыҡлаған.[6]. Уның етәкселеге аҫтында неврология һәм нейрохирургия яңы тармағы булдырылған — яңы технологиялар менән эшкәртелгән стереотаксис неврология 1968 йылда Бехтерова тарафынан беренсе тапҡыр эш биремен үтәгән саҡта мейенең хатаға реакция феномены тасуирланған. Был феноменға «детектор хата»[7] исеме бирелә. ә ул һуңыраҡ хата (error-negativity related)[8] менән билдәле була.

400-гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 18 монография авторы.

Ғалимдар һәм табиптар әҙерләгән фәнни мәктәптәр булдырған[9].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • РФА Институт мозга человека Бетерова исемен йөрөтә (2009)
  • Бәләкәй планета (6074) Бехтерева

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
    • Биопотенциалы больших полушарий головного мозга при супратенториальных опухолях. Медгиз, 1960. 188 с.; 2-е издание — New York, 1962.
    • Болезнь Рейно (клиника, нейропатофизиологические механизмы). Медгиз, 1965. 189 с. (совместно с Зонтовым В. В., Бондарчук А. В.)
    • Физиология и патофизиология глубоких структур мозга человека. М.-Л., Медицина, 1967. 259 с.; 2-е издание — Der Verlag «Volk und Gesundheit», Berlin, DDR, 1969. (совместно с Бондарчук А. Н., Смирновым В. М., Трохачевым А. И.)
    • Нейрофизиологические аспекты психической деятельности человека. М.-Л., Медицина, 1971. 120 с.
    • Нейрофизиологические аспекты психической деятельности человека. 2-е издание, переработанное и дополненное, Л., Медицина, 1974. 151 с. Переведено на англ.язык и издано Oxford Univ. Press (USA), 1978.
    • Мозговые коды психической деятельности. Л., Наука, 1977. 166 с. (совместно с Бундзеном П. В., Гоголицыным Ю. Л.)
    • Устойчивое патологическое состояние при болезнях мозга. Л., Медицина, 1978. 240 с. (совместно с Камбаровой Д. К., Поздеевым В. К.)
    • Здоровый и больной мозг человека. Л., Наука, 1980. 208 с.; переведена на исп.язык: El cerebro humano sano y enfermo. Buenos Aires-Barcelona-Mexico, Editorial Paidos, 1984. 235 p.
    • Нейрофизиологические механизмы мышления. Л., Наука, 1985. 272 с. (совместно с Гоголицыным Ю. Л., Кропотовым Ю. Д., Медведевым С. В.)
    • Здоровый и больной мозг человека. 2-е издание, переработанное и дополненное. Л., Наука, 1988. 262 с.
    • Per aspera… Л., Наука, 1990. 145 с.
    • Электрическая стимуляция мозга и нервов у человека (отв. редактор Н. П. Бехтерева). Л., Наука, 1990. 263 с.
    • О мозге человека. СПб, изд. НотаБене, 1994, 248 с.
    • О мозге человека. XX век и его последняя декада в науке о мозге человека. (On the Human Brain. XX century and its last decade in Human Brain Science). СПб, 1997, изд. Нотабене. 67 с.
    • Магия мозга и лабиринты жизни. — СПб: Нотабене, 1999. — 299 с.
    • «Мозг человека — сверхвозможности и запреты». Журнал «Наука и жизнь» № 7, 2001 год.
    • Магия Творчества и психофизиология. Факты, соображения, гипотезы, (The Magic of Creativity and Psychophysiology. Considerations, thoughts, hypotheses), СПб, 2006. 79 c.
    • Магия мозга и лабиринты жизни. 2-е изд., переработанное и дополненное. Act ; Сова, М.- СПб.: 2007. 349 с.
    • Лечебная электрическая стимуляция мозга и нервов человека. Под общей редакцией академика Н. П. Бехтеревой. Act ; Сова, М.- СПб.: 2008. — 464 c.
    • The Usefulness of Psychophysiology in Intellectual Life. Honorary Lecture. 14th World Congress of Psychophysiology. The Olympics the Brain. September 8-13, 2008, St.Petersburg, Russia. 24 p. (последняя лекция).
    • The usefulness of psychophysiology in the maintenance of cognitive life // International Journal of Psychophysiology, 73(2), 2009, 83-87 (abstract)
    • Живой Мозг Человека, и как его исследуют (лекция)
    • Лабиринты мозга // Аргументы и Факты от 9 2016 йыл 16 сентябрь архивланған., 15 2016 йыл 16 сентябрь архивланған., 22 января 2003 года 2016 йыл 16 сентябрь архивланған. (№№ 1-2, 3, 4)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Бехтерева Наталья Петровна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 2,0 2,1 Педагоги и психологи мира (урыҫ) — 2012.
  3. http://www.russia-ic.com/news/show/6579/
  4. 4,0 4,1 4,2 Медведев С. В., Кропотов Ю. Д. История одной мечты: Институт мозга человека им. Н.П. Бехтеревой РАН (посвящается столетию со дня рождения академика Н.П. Бехтеревой), The Story of a Dream: N.P. Bekhtereva Institute of Human Brain of the Russian Academy of Sciences (Dedicated to the centenary of the birth of Academician N.P. Bekhtereva) (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2023. — Т. 15, вып. 3. — С. 101—120. — ISSN 2076-8176; 2500-1221doi:10.24412/2076-8176-2023-3-101-120
  5. Бехтерева Н. П. Нейрофизиологические аспекты психической деятельности человека. 2-е изд., перераб. и дополн. Л., Медицина, 1974. 151 с.
  6. Зарегистрировано в Государственном реестре открытий СССР 10 марта 1988 г. за № 347
  7. N.P. Bechtereva, V.B. Gretchin Physiological Foundations of Mental Activity. — С. 329–352. — DOI:10.1016/s0074-7742(08)60392-x
  8. M. Falkenstein, J. Hohnsbein, J. Hoormann, L. Blanke Effects of crossmodal divided attention on late ERP components. II. Error processing in choice reaction tasks // Electroencephalography and Clinical Neurophysiology. — June 1991. — В. 6. — Т. 78. — С. 447–455. — ISSN 0013-4694.
  9. Президиум Российской академии наук с глубоким прискорбием извещает, что 22 июня 2008 года на 84-м году ушла из жизни академик Наталья Петровна Бехтерева. — 23.06.2008.
  10. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 11 февраля 1961 года «О награждении орденами и медалями СССР медицинских работников»
  11. Постановление ЦК КПСС, Совмина СССР от 31 октября 1985 года № 1029 «О присуждении Государственных премий СССР 1985 года в области науки и техники»
  12. Указ Президента Российской Федерации от 14 июля 2004 года № 899 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ III степени Бехтеревой Н. П.» Дата обращения: 26 май 2018. Архивировано 27 май 2018 года. 2018 йыл 27 май архивланған.
  13. Указ Президента Российской Федерации от 4 июня 1999 года № 701 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников Российской академии наук». Дата обращения: 14 август 2016.
  14. Указ Президента Российской Федерации от 11 апреля 1994 года № 687 «О награждении орденом Дружбы народов Бехтеревой Н. П.»
  15. Постановление Законодательного Собрания Санкт-Петербурга от 21 мая 2008 года № 302 «О присвоении звания „Почетный гражданин Санкт-Петербурга“ в 2008 году»
    • Наталья Бехтерева — какой мы её знали: [сборник эссе, очерков] / под общ. ред. С. В. Медведева. — М.: АСТ; СПб.: Сова, 2009. — 256 с.: ил.; 16 с. ил. ISBN 978-5-17-060803-4;
    • Санкт-Петербург. 300 + 300 биографий. Биографический словарь / St. Petersburg. 300 + 300 biographies. Biographic Glossary // Сост. Г. Гопиенко. — На рус. и англ. яз. — М.: Маркграф, 2004. — 320 с. — Тир. 5000 экз. — ISBN 5-85952-032-8. — С. 32.

Һылтанмалар

үҙгәртергә