Белоруссия Конституцияһы

Беларусь Республикаһы Конституцияһы (бел. Канстытуцыя Рэспублікі Беларусь) — Беларусь Республикаһының Төп Законы.

Белоруссия Конституцияһы
бел. Канстытуцыя Рэспублікі Беларусь
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Юрисдикция таралышы Беларусь
 Белоруссия Конституцияһы Викимилектә

Элгәрге Конституциялар

үҙгәртергә

Беларустың иң яңы тарихы осоронда 6 Конституция була: 1918 (ваҡытлы), 1919, 1927, 1937, 1978, 1994 йылғылар.

Белорус Халыҡ Республикаһының 1918 йылғы ваҡытлы Конституцияһы

үҙгәртергә

БХР-ҙың ваҡытлы Конституцияһы БХР Радаһы тарафынан 1918 йылдың 11 октябрендә ҡабул ителә[1]. Белоруссияның дәүләт ҡоролошо нигеҙҙәре Ойоштороу йыйылышында (Учредительный сойм)[2] раҫланырға тейеш була, әммә йыйылыш үткәрелмәй ҡала.

Белоруссия Социалистик Совет Республикаһының 1919 йылғы Конституцияһы

үҙгәртергә

Белоруссия Социалистик Совет Республикаһының (БССР) беренсе Конституцияһы Советтарҙың I Бөтә белорус съезында 1919 йылдың 3 февралендә ҡабул ителә. Конституция БССР-ҙың ойошторолоуын, властың совет формаһын һәм социалистик ҡоролоштоң төп принциптарын юридик йәһәттән нығыта. Уның беренсе өлөшө эшсе һәм иҙелеүсе халыҡ хоҡуҡтарының ленинсы декларацияһынан тора. Икенсе өлөшөнөң өс киҫәгендә ҡала һәм ауыл пролетариаты диктатураһын урынлаштырыу, Республика граждандарының хоҡуҡтары, иректәре һәм бурыстары тураһында һөйләнелә. Унда шулай уҡ дәүләт власы һәм идаралығының юғары органдары системаһы, флаг һәм герб тураһында ла әйтелә. Властың юғары органы тип Советтарҙың Бөтә белорус съезы таныла. Съездар араһында власть БССР Үҙәк Башҡарма Комитетына күсә. Ул Оло һәм Кесе Президиумдар ойоштора. Оло Президиум илдәге эштәргә етәкселек итә, йәғни ул Хөкүмәт вазифаларын башҡара.

БССР Конституцияһында, РСФСР Конституцияһынан айырмалы, урындағы идаралыҡ органдары һәм һайлау хоҡуғы тураһында бер ни ҙә әйтелмәй. Һуңыраҡ БССР Конституцияһы бер нисә тапҡыр үҙгәртелә.

Конституция ғәмәлдә 1918 йылғы Рәсәй Конституцияһына тулыһынса тап килә.

Белорус Социалистик Совет Республикаһының 1927 йыл 11 апрель Конституцияһы (Төп Законы)

үҙгәртергә
 
БССР Конституцияһының тышлығы, 1927 йыл

1927 йылдың 11 апрелендә эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары Советтарының VIII Бөтә белорус съезында ҡабул ителә. Советтарҙың VIII Бөтә белорус съезының рәйесе — Александр Червяков, секретары Дмитрий Чернушевич була[3].

Тиң хоҡуҡлы тип иғлан ителгән дүрт телдә (белорус, идиш, поляк, урыҫ) баҫыла[4].

Белорус Совет Социалистик Республикаһының 1937 йыл 19 февраль Конституцияһы (Төп Законы)

үҙгәртергә

1936 йылдың 5 декабрендә СССР-ҙа яңы дөйөм Союз Конституцияһы ҡабул ителә. 1937 йылдың 19 февралендә Советтарҙың Ғәҙәттән тыш XII съезы БССР Конституцияһын ҡабул итә. Ул 11 киҫәктән һәм 122 статьянан тора[5].

Яңы Конституция тулыһынса СССР-ҙың 1936 йылғы Конституцияһына ярашлы була. СССР закондары республика территорияһында мәжбүри тип иғлан ителә. Конституцияла БССР-ҙың башҡа республикалар менән бергә тиң хоҡуҡтар менән ССР Союзына ирекле берләшеүе тураһында әйтелә, әммә республикаларҙың суверенитеты һиҙелерлек ҡыҫыла. Дәүләт тормошоноң мөһим мәсьәләләре СССР ҡарамағында ҡалдырыла.

Республиканың юғары органы тип БССР Юғары Советы иғлан ителә, ул Президиумды һайлай һәм Хөкүмәтте — БССР Халыҡ комиссарҙары советын ойоштора.

Белорус Совет Социалистик Республикаһының 1978 йылғы Конституцияһы (Төп Законы)

үҙгәртергә

СССР-ҙың 1977 йылғы яңы Конституцияһы ҡабул ителгәс, 1978 йылдың 14 апрелендә БССР-ҙың яңы Конституцияһы ҡабул ителә.

Беларусь Республикаһының 1994 йылғы Конституцияһы

үҙгәртергә
 
Беларусь Конституцияһының тышлығы, 1994 йыл

Беларусь Республикаһының яңы Конституцияһы 1994 йылдың 15 мартында ҡабул ителә.

1994 йылғы Конституцияның беренсе редакцияһына 1993 йылғы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының рәсми проекты(недоступная ссылка) ҙур йоғонто яһай[6]. Мәҫәлән, Беларусь Республикаһының Юғары Советына ҙур вәкәләттәр һалына. Хөкүмәт (Министрҙар Кабинеты) тураһында Конституцияның айырым бүлеге булмай, уның эшмәкәрлеге Президент тураһындағы бүлектең 106—108-се статьялары менән көйләнә. Айырым бүлек Беларустың Конституция Судына бағышлана (125—132-се статьялар).

1994 йыл 15 март Конституцияһының структураһы[7]:

  • I киҫәк. Конституцион ҡоролош нигеҙҙәре
  • II киҫәк. Шәхес, йәмғиәт, дәүләт
  • III киҫәк. Һайлау системаһы. Референдум
    • 1-се бүлек. Һайлау системаһы
    • 2-се бүлек. Референдум (халыҡтың тауыш биреүе)
  • IV киҫәк. Закондар сығарыу, башҡарма һәм суд власы
    • 3-сө бүлек. Беларусь Республикаһының Юғары Советы
    • 4-се бүлек. Беларусь Республикаһының Президенты
    • 5-се бүлек. Суд
  • V киҫәк. Урындағы идаралыҡ һәм үҙидаралыҡ
  • VI киҫәк. Дәүләт контроле һәм күҙәтеүе
    • 6-сы бүлек. Беларусь Республикаһының Конституция Суды
    • 7-се бүлек. Прокуратура
    • 8-се бүлек. Беларусь Республикаһының Контроль палатаһы
  • VII киҫәк. Беларусь Республикаһының финанс-кредит системаһы
  • VIII киҫәк. Беларусь Республикаһының Конституцияһының эш итеүе һәм уны үҙгәртеү тәртибе

1996 йылдың 24 ноябрендә Конституция яңыртыла һәм референдум йомғаҡтарына ярашлы тулыландырыла. Үҙгәрештәрҙең ҙур өлөшө вәкәләттәрҙе башҡарма власть һәм президент файҙаһына бүлеүҙән тора. Бынан тыш, Конституцияла урыҫ һәм белорус телдәренең тиң хоҡуҡлылығы тураһындағы положение нығытыла (урыҫ теле белорус теле менән бергә дәүләт теле ителә). 2004 йылдың 17 октябрендәге референдум бер кешенең президент булып һайланыу хоҡуғын икенән күберәк мөҙҙәт менән сикләү тураһындағы положениены Конституциянан алып ташлай.

Әммә Беларусь политологтарының һәм юристарының байтағы, был референдумдар һөҙөмтәләре дөрөҫ түгел, сөнки уларҙы үткәргәндә күп һанлы хоҡуҡ боҙоу осраҡтарына юл ҡуйылды, тип иҫәпләй[8].

Беларусь Республикаһы Конституцияһының хәҙерге редакцияһы преамбуланан, 9 киҫәктән тора, уларҙа 8 бүлек һәм 146 статья бар.

Ғәмәлдәге Конституцияның структураһы

үҙгәртергә

9 киҫәктән тора.

  • I киҫәк. Конституцион ҡоролош нигеҙҙәре
  • II киҫәк. Шәхес, йәмғиәт, дәүләт
  • III киҫәк. Һайлау системаһы. Референдум
    • 1-се бүлек Һайлау системаһы
    • 2-се бүлек Референдум (халыҡтың тауыш биреүе)
  • IV киҫәк. Президент, парламент, хөкүмәт, суд
    • 3-сө бүлек Беларусь Республикаһының Президенты
    • 4-се бүлек Парламент — Милли йыйылыш
    • 5-се бүлек Беларусь Республикаһы Хөкүмәте — Министрҙар Советы
    • 6-сы бүлек Суд
  • V киҫәк. Урындағы идаралыҡ һәм үҙидаралыҡ
  • VI киҫәк. Прокуратура. Дәүләт контроле комитеты
    • 7-се бүлек Прокуратура
    • 8-се бүлек Дәүләт контроле комитеты
  • VII киҫәк. Беларусь Республикаһының финанс-кредит системаһы
  • VIII киҫәк. Беларусь Республикаһы Конституцияһының эш итеүе һәм уны үҙгәртеү тәртибе
  • IX киҫәк. Йомғаҡлау һәм күсеү положениелары

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Пляхимович И. И. Комментарий к Конституции Республики Беларусь: в 2 т. — Минск: Амалфея, 2015. — Т. 1. — 1224 с.; Т. 2. — 984 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә