Бейеү

(Бейеүҙәр битенән йүнәлтелде)

Бейеү — ритмик, мәғәнәле,  бер бөтөн төҙөлөшлө, көйгә ҡушылған тән хәрәкәте . Бейеү — иң боронғо сәнғәттәрҙең береһе: ул ҡайғы-шатлыҡтарҙы хәрәкәт ярҙамында башҡаларға еткереү теләге менән бәйле. Тәүтормош кешеһенең күп ваҡиғалары бейеү ярҙамында күрһәтелә: тыуыу, үлеү, һуғыш, яңы башлыҡты һайлау, ауырыуҙы йүнәлтеү. Бейеү менән алланан ямғыр, ҡояш нуры, уңыш, яҡлау һорағандар, ғәфү үтенгәндәр. Бейеү хәрәкәте (па - фр. pas — «аҙым») кешенең тәбиғәтенән: атлап, йүгереп, һикереп, ырғып, әйләнеп, тайып йөрөүҙән барлыҡҡа килгән. Бейеүҙә иң мөһиме ритм — төп хәрәкәттәрҙең тиҙ йәки сағыштырмаса яй ҡабатланыуы һәм үҙгәреүе; кәүҙәләнеше — хәрәкәттәрҙең композицияға төҙөлөүе; үҫеше — хәрәкәттәр киңлеген һәм көсөргәнешлеген төрлөләндереү; техника — хәрәкәттәрҙе башҡарыу оҫталығы. Күп бейеүҙәрҙә ҡул хәрәкәттәре бик мөһим. Бейеүҙең төрлө кәүҙәләндереү саралары бар:

  • гармоник хәрәкәттәр һәм һындар,
  • пластика һәм ым,
  • үҫеш,
  • дәрт һәм хәрәкәттәр ритмы,
  • киң һыҙатланыш, композиция.
  • кейем һәм реквизит.
Бал бейеүе

Кешелектең оҙон тарихы эсендә бейеү үҙгәреп, мәҙәниәт үҫешен сағылдыра. Бейеүҙең төрҙәре, стилдәре, формалары күп. Һәр бер халыҡтың үҙ бейеү йолалары килеп сыға. Халыҡ бейеүе нигеҙендә сәхнә бейеүе барлыҡҡа килә.Профессиональ театр сәнғәтендә бейеү ҙур үҫеш алып, фәнни яҡтан нигеҙләнә.

Бейеү үҙеңде күрһәтеү, ижтимағи аралашыу ысулы, диндә ҡулланыш таба, спорт, күрһәтмә сәнғәт төрө. 

Бейеү (халыҡ һәм заманса төрө) Дельфий уйындарының номинацияһына инә.

Бейеү ярҙамында көйҙө һиҙә һәм күрә алабыҙ.

Үҫеш тарихы

үҙгәртергә
 
Кадриль 1805

Бейеү боронғо заманда, кешене биләп алған хистәрен күрһәткәндә, барлыҡҡа килгән. Уртаҡ бейеү башҡарыусыларҙың һәм тамашасыларҙың кисерелгән тойғоларын арттыра. Һәр халыҡтың бейеүгә бәйле үҙ йолалары барлыҡҡа килә. Халыҡ бейеүендә үҙе өсөн (тормоштағы) һәм тамашасылар өсөн (сәхнәлә) бейегән төрҙәр барлыҡҡа килә. Тормоштағы бейеүҙәр араһында ваҡыт үтеү менән ҡала һәм крәҫтиән төрҙәре айырыла. Ҡала бейеүҙәренән батша һарайы, бал, салонда башҡарылғандары була . Был бейеүҙәр Европа балеты нигеҙендә[1].

Европа бейеү мәҙәниәтенә Боронғо һәм антик доньяның мәҙәниәте ҙур йоғонто яһай: ассирий, боронғо Мысыр, Боронғо Греция  дин байрамдары. Хәрби, атлетик бейеүҙәр Боронғо Греция театр тамашаһының мотлаҡ өлөшөн алған. Пантомима бейеүселәр б.э.т. 4—2 быуаттарҙа эллинизм ваҡытында барлыҡҡа килгән. Эллинизм бейеүе б.э.т. 2-1 быуаттарҙа үҫешен Боронғо Римдә дауам итә һәм юғары кимәлгә б.э. 2—5 быуаттар пантомимаһында етә. Пантомима — «сәхнә сәнғәте төрө, бында художестволы образды тыуҙырыу ысулы булып кеше тәненең һығылмалылығы, ым, мимика»[2] булып тора. Урта быуаттарҙаЕвропала бейеүҙең театрға яҡынайыуын күреп була, жонглёрҙар, шпильмандар (илгиҙәр артистар), мәҙәксе кешеләр (скоморох) барлыҡҡа килә. 15—16 быуаттарҙа бейегә бағышлап, китаптар сыға башлай, 17 быуатта балет килеп сыға. Был ваҡытта 1661 йылда барлыҡҡа килгән Француз короле бейеү академияһы бейеү системаһын уйлап сығара, хәҙерге ваҡытта ул классик бейеү тип атала.

Австрия өлкәһе Ландлдә барлыҡҡа килгән парлы әйләнмәле ландлер бейеүе ваҡыт үтеү менән вальс бейеүенә әйләнә. 18 - 19 быуаттар арауығында Венаны яулап алып, вальс күп илдәр буйлап тарала. 19 быуаттың икенсе яртыһында сәхнә бейеүендә бейеү лейтмотивы килеп сыға. Лейтмотив — музыка әҫәрҙәрендә бер нисә тапҡыр ҡабатланған һәм әҫәрҙең темаһын тәшкил иткән төп көй. Солистарҙың һәм кордебалеттың берҙәмлеге бик мөһим. Ошо ваҡытта пуанты (башҡарыусыға бармаҡтарында торорға, йөрөргә һәм әйләнергә форсат биргән аяҡ кейеме) килеп сыға, шуға күрә бейеүҙең яңы төрҙәре өҫтөндә эшләргә мөмкинлек була. 19 быуат аҙағында «модерн» — ирекле, пластик йәки ритмопластик бейеү килеп сыға. 19 — 20 быуат башында бейеү өсөн махсус майҙансыҡтар һәм биналар асыла (шантан кафелары, бейеү барҙары, залдар, баҡса майҙандары).

Бейеү йүнәлештәре һәм стилдәре

үҙгәртергә

Заманса бейеү

үҙгәртергә

Ирекле бейеү

үҙгәртергә

Ирекле бейеү (шулай уҡ пластик, ритмопластик) — 20 быуатта тыуған бейеүҙең тормош менән ҡушылыуы. Ирекле бейеүҙән модерн һәм джаз-модерн, контемпорари, буто бейеүҙәре килеп сыға. Уны ижад итеүселәр бейеүҙең юғары сәнғәт төрөнә әйләнеүен теләй, донъяға башҡаса ҡарай. Улар өсөн бейеү үҙенсәлекле фәлсәфә. Тәбиғилеккә әйҙәп, кешенең заман талаптарынан азат ителеүенә өндәйҙәр.

Модерн бейеүе

үҙгәртергә

Модерн бейеүе — заман сит ил хореографияһының бер төрө, 19 быуат аҙағында — 20 быуат башында АҠШ һәм Германияла тыуа. Башҡарыусылар сәхнә хореографияһының ғәҙәти балет формаларын инҡар итә. Яңы хореография төҙөргә ниәтләнәләр, әммә аҙағынаса еткерә алмайҙар.

Буто (яп. 舞踏, буто:, «ҡараңғылыҡ бейеүе») — заманса Япония бейеү йүнәлеше.

Клуб бейеүе:

үҙгәртергә

-Electro -House -Trance -Тектоник (ингл. Tecktonik) 21 быуаттағы яңы бейеү йүнәлеше, үҙенә jumpstyle, хип-хоп, локинг, поппинг, техно һ.б. бейеүҙәрен ала.

 
Ауылда байрам. Билдәһеҙ рәссам, XVIII быуат

Классик бейеүҙәр

үҙгәртергә
 
Балет

Балет (франц. ballet, итал. ballo — бейейем) — көй менән театрлаштырылған тамаша, башҡарыусылар ым, хәрәкәт, бейеү ярҙамында холоҡтарын, уйҙарын күрһәтә. 

Балет романтик, классик, заманса була.

Бал бейеүе

үҙгәртергә

Бал бейеүе — бейеү кисәһендә (балда) парлы йәки күберәк ҡатнашыусылар башҡарыуында күңел асыу төрө. Тәүҙә тәпәш бейеүҙәр — шәм тотоп, баш эйеү, реверанс менән басседанс, бейеүселәр йырлап, флейта, тамбурин һ.б. инструменттар ҡушылып уйнауы менән айырыла. Бал бейеүенең барлыҡҡа килеп, үҫеше, ҡағиҙәләрен уйлап сығарыу 14 быуатта Италияла үтә, унан Францияға барып инә, унд 16—17 быуаттарҙа бал бейеүҙәре төп үҫеш ала. 17 быуатта был бейеү төрө Европала таралып, төрлө халыҡтың милли үҙенсәлектәрен үҙенә ала. Иң билдәлеһе менуэт була. Париждағы  бейеү академияһы бал бейеүҙәренең стиле һәм ғәҙәттәрен билдәләй, импровизация, ҡағиҙәләрҙе боҙоу тыйыла. Бал бейеүҙәрен уҡытыу өсөн махсус уҡытыусылар, мәктәптәр барлыҡҡа килә.1715 йылда Парижда беренсе түләүле бал үтә. Яңы, иреклерәк бейеүҙәр тарала: паспье, мюзет, ригодон, контрданс, экоссез, лендлер. Ижтимағи тормоштоң үҙгәреүе 19 быуатта күмәк, ритмик, тәбиғи лансье, лендлер, галоп, канкан, полька, мазурка, полонез кеүек бейеүҙәрҙең таралыуына булышлыҡ итә. 19 быуаттың уратһынан гавот һәм менуэтты вальс баҫып ала, уның үҫешенә ҙур өлөштө Вена композиторҙары И. Штраус-ата, И. Ланнер, И. Штраус-ул. 19 быуат аҙағында— 20 быуат башында Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала вальс-бостон, ту-степ, уан-степ, блюз, фокстрот, квик-степ, чарл-стон һ.б. бейеүҙәр барлыҡҡа килә, улар бал бейеүенә ҙур йоғонто яһай. Бал бейеүҙәре парлы ғына түгел, күп кеше ҡатнашлығында түңәрәккә тороп йәки бер буйҙа бейеү мөмкинлеге тыуа (летка-енка, сиртаки һ.б.). 50—60 йылдарҙа күпләп бейеү тарала, хәрәкәттәрҙә сикләү юғала, контактһыҙ бейеү йышая[3].

Хастл (ингл. hustle «этешеү») — парлы бейеү, импровизацияла һәм «йөрөтөүҙә», 1980-се йылдарҙа таралған диско стилендәге диско-фокс, диско-свинг һәм хастл көйҙәрендә нигеҙләнгән.

Тарихи бейеү

үҙгәртергә

Халыҡ бейеүе

үҙгәртергә

Фольклор бейеүе — тәбиғи хистәрҙе, кәйефте, белдереү, тәүбашлап кешенең үҙе өсөн башҡарыла, һуңынан — тамашасы өсөн. Тәү бейеүҙәр тәбиғәттән алған тәьҫораттарҙы белдереү өсөн булған.  Бейеү хәрәкәттәре йәнлек, ҡоштарҙың хәрәкәтенән, һуңынан —  эш хәрәкәттәрен күрһәткән (әйлән-бәйлән йөрөү). Күп бейеүҙәрҙе башҡарғанда, бейеүселәр ҡулдарында халыҡ, көнкүреш инструменттарын, һуғыш ҡоралын тота.

Спорт бал бейеүе

үҙгәртергә

«Бал бейеүҙәре» аҫтында хәҙерге ваҡытта «спорт бейеүҙәрен», «бейеү спортын» аңлайҙар. Бөтә спорт бал бейеүҙәре ир һәм ҡатын-ҡыҙ ҡатнашлығында парлы була.

Бейеү донъяһында спорт бейеүе буйынса ярыштар 2 программаға бүленә: Европа (Standart, Modern йәки Ballroom), Латин Америка (Latin) бейеүҙәре, ҡайһы саҡта уларҙы ун бейеү тип атайҙар. Ун бейеү эсенә: 

-Европа программаһынана: аҡрын вальс, Вена вальсы, аҡрын фокстрот, танго һәм квик степ (тиҙ фокстрот); 
-Латин Америка программаһынан: самба, ча-ча-ча, пасодобль, румба, джайв инә.

Эстрада бейеүҙәре

үҙгәртергә

Эстрада бейеүе — «сәхнә бейеүе төрө, бәләкәй бейең тамашаһы (бейеү миниатюраһы), ғәҙәттә күңел асыу ниәте менән башҡарыла»[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Танец Музыкальная энциклопедия. Под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор. 1973—1982
  2. Пантомима — статья из Большой советской энциклопедии  (3-е издание)
  3. Бальный танец — статья из Большой советской энциклопедии  (3-е издание)
  4. Эстрадный танец' — статья из Большой советской энциклопедии (3-е издание)

Һылтанмалар

үҙгәртергә