Болгар халыҡ бейеүе
Болгар халыҡ бейеүе (рус. Болгарский народный танец — болгар халҡының бейеү сәнғәте.
Болгар халыҡ бейеүе | |
Барлыҡҡа килгән | Болгарҙар |
---|---|
Болгар халыҡ бейеүе Викимилектә |
Болгар халыҡ бейеүҙәре бай йолаларға эйә. Болгар хореографияларында ғәҙәттә күмәк бейеүҙәр өҫтөнлөк итә. Бейеү төрҙәре төбәккә ҡарап айырыла. Боронғо заман бейеүҙәренең күбеһе ике тауышлы йәки хор йырына башҡарыла. Болгар бейеүҙәре ҡатмарлы ритмометрик биҙәккә эйә. Күптәр өсөн музыкаль-бейеү фразаһы тап килмәй.[1]. Бейеүҙәр иң киң таралған төрҙәрҙең береһе булып тора халыҡ ижады в Болгария. Улар йола, карнавал, календарь-байрам һәм хеҙмәт була[1].
Бейеүҙең иң популяр төрҙәре араһында — хоро ( грек. хорос "бейеү") һәм Рыченица (болг. ръченица) , уларҙы бөтә ил буйлап бейейҙәр. Ҡайһы бер өлкәләрҙә урындағы бейеү төрҙәре таралған. Бигерәк тә Төньяҡ, Шопы, Фракия, Добружа һәм Родопы өлкәләрендә бындай бейеүҙәр күп. Мәҫәлән, Төньяҡ өлкәлә «пайдушко-хоро» бейеүе киң таралған. Болгарияның төньяғына шулай уҡ «дайчово» һәм «дунавско» бейеүҙәре хас. Таулы Шопы районына «трамплин» хәрәкәте менән темпераментлы бейеүҙәр хас. Был өлкә бейеүҙәре араһында: «граовско-хоро» , «граовско-хоро», «тринско-хоро», «четворно», «бистришка-копаница», «самоковско-хоро» һәм башҡалар. Фракия өлкәһендә ҡатмарлы структуралы әйлән-бәйлән бейеүҙәр киң таралған, иң үҙенсәлекле бейеүҙәр: «сэлскота», «седи донка», «камишица», «сливенско-хоро», «додено-хоро», «кокиче» һәм башҡалар. Добружа тигеҙлегендә сборенка», «опас», «сэй баба боб» һәм башҡа бейеүҙәр киң таралған.[2]
Хәҙер болгар халыҡ бейеүҙәре, ҡағиҙә булараҡ, гайда (волынкалар), кавалалар (дудкалар), тамбура (балалайка тибы), тыпананан (барабан) торған халыҡ оркестры оҙатыуында башҡарыла. Бер нисә профессиональ халыҡ бейеү ансамбле бар[2]
Бейеү төрҙәре
үҙгәртергәХоро (болг. хоро) был күмәк бейеү, әйлән-бәйлән төрө. .Уны, енесенә ҡарамаҫтан, һәр кем башҡара ала. Бейеүҙәрҙе башҡарыусылар ҡулға-ҡул тотоноша, билбауға йә ҡулды бер-береһенең яурынына һала. Бейеү өсөн түңәрәк буйлап, һыҙыҡтар, кәкерсәктәр буйлап, бер яҡтан алға һәм артҡа, бер яҡҡа хәрәкәт итеү хас[3]
Пайдушко-хоро Болгарияның Төньяҡ өлкәһендә таралған хоро төрө. Енесенә ҡарамай, теләһә ниндәй ҡатнашыусылар һаны менән башҡарыла ала. Бейеүселәр ҡулдарын тотоп, түңәрәк буйлап, һыҙыҡ йәки йылан (змейкой) менән йөрөй. Музыкаль үлсәме 5/16[3].
Ситно-хоро — Болгарияның Төньяҡ өлкәһендә таралған хоро төрө, тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына башҡара. Бейеүсе ҡыҙҙар ҡулдарын тотоп, бер яҡтан икенсе яҡҡа, алға һәм артҡа йөрөй. Музыкаль үлсәме 2/4[3].
Граовск-хоро — Болгарияның Шопы өлкәһендә таралған күмәк бейеү. Егеттәр ҡыҙҙар менән бергә башҡарыла. Бейеүселәр бер-береһенең билбауҙарын тотоп, башта тура, һуңынан түңәрәк буйлап хәрәкәт итә. Темпераментлы һәм бик күңелле бейеү. Музыкаль үлсәме 2/4[3].
Трынско-хоро — Болгарияның Шопы өлкәһендә таралған ир-егеттәрҙең күмәк бейеүе. Аяҡтарының үҙенсәлекле хәрәкәттәре арҡаһында юғары техник ҡатмарлылыҡҡа эйә. Бейеүселәр бер-береһенең билбауҙарын тотоп, һыҙыҡты һаҡлап, алға, артҡа һәм бер яҡтан икенсе яҡҡа хәрәкәт итә. Музыкаль үлсәме 2/4[3].
Четворно-хоро Болгарияның Шопы өлкәһе өсөн традицион бейеү булып тора. Ҡатын-ҡыҙҙар башҡара, әммә һирәк осраҡта уны ир-егеттәр ҙә бейей ала. Бейеү өсөн киҫкен, өҙөк хәрәкәттәр хас. Музыкаль үлсәме 7/8[3].
Рыченица (болг. ръченица) — был импровизация бейеүе. Уны ике бейеүсе: егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа башҡара. Партнерҙар бер-береһенә ҡулдарын тотмайса ҡаршы тора. Береһе йәки икеһе лә ҡулында яулыҡ тота[3].
Кокиче — Фракия киң таралған күмәк бейеү. Егеттәр ҡыҙҙар менән бергә башҡара. Бейеүселәр билбауҙарынан йәки бер-береһенең ҡулдарынан тотоп, түңәрәк буйлап сылбыр, спираль, һыҙыҡ менән бер яҡтан икенсе яҡҡа, алға һәм артҡа хәрәкәт итә. Музыкаль үлсәме 11/16[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Бистрицкий өләсәйҙәре
- Рус халыҡ бейеүе
- Польша халыҡ бейеүе
- Башҡорот халыҡ бейеүе
- Сиған бейеүе
- Бейеү
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Ткаченко, 1975, с. 9
- ↑ 2,0 2,1 Ткаченко, 1975, с. 11
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Ткаченко, 1975
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ткаченко Т.С. Народные танцы: болгарские, венгерские, немецкие, польские, румынские, сербские и хорватские, чешские и словацкие. — М.: Искусство, 1975. — 351 с.