Башҡортостанда спорт
Башҡортостан Республикаһы спорты Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы [1] ҡарамағында һәм төбәк спорты федерацияһы тарафынан идара ителә.
Тарихы
үҙгәртергәБашҡортостанда профессиональ спорт XIX быуатта үҫешә башлай. Билдәле булыуынса, 1899 йылда Миланда Өфө спортсыһы Сергей Елисеев ауыр атлетика буйынса донъя чемпионы исемен яулай. Октябрь революцияһына тиклем үк Өфөлә теннис, фигуралы шыуыу, футбол, гимнастика һәм башҡа спорт төрҙәре була. 1915 йылдан алып «Сокол» спорт гимнастикаһы йәмғиәте филиалы эшләй.
Башҡортостанда системалы спорт үҫеше совет осоронда башлана. Башҡортостан спорт клубтары, йәмәғәт ойошмалары хәрби-спорт ғөмүми мәжбүри уҡытыу клубтары булараҡ 1920 йылда барлыҡҡа киләләр. Башҡорт АССР-ында 1922 йылдың май айында еңел атлетика ярыштары үтә.
1923 йылда Башҡорт үҙәк башҡарма комитеты янында Физкультура юғары советы булдырыла, шул уҡ йылда Беренсе бөтә башҡорт олимпиадаһы үткәрелә. Олимпиада программаһына еңел атлетика, футбол, баскетбол, теннис, гимнастика, йөҙөү, велосипедта уҙышыу һәм татар-башҡорт милли уйындары индерелә.
1924 йылда Өфөлә Беренсе бөтә башҡорт Спартакиадаһы үтә. 20-се йылдарҙа «Һабантуйҙан спартакиадаға, спортакиаданан ауыл хеҙмәтсәндәрен тулыһынса физик культураға йәлеп итеүгә» лозунгыһы аҫтында үткән Спартакиада республикала күмәк спорт үҫешенә ҙур йоғонто яһай.
1925 йылда Башҡортостан Республикаһында беренсе спорт йәмғиәте булдырылған. 30-сы йылдарҙа Башҡортостанда профсоюз Ирекле спорт берләшмәләре күпләп төҙөлә башлай : «Спартак», «Хеҙмәт», «Локомотив», «Уңыш», «Водник», «Буревестник» һәм башҡалар. Уларҙың төп бурыстары физкультура хәрәкәтенең төп өлөшө һаналған физкультура коллективтарын нығытыуға, йәштәр араһында тәрбиә эшен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Һуғыштан һуң Ирекле спорт берләшмәләре һаны тағы арта, улар үҙгәртеп ҡорола, берләшәләр, шулай ҙа үҙенең төп бурысын — йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу бурысын теүәл үтәйҙәр.
1928 йылда ғинуарында Өфөлә тәүге тапҡыр волейбол һәм өҫтәл теннисы уйындары күрһәтелә.[2]
1928 йылда БАССР йыйылма командаһы РСФСР-ҘЫҢ милли республикалар спартакиадаһында (Ҡазан) тәүге тапҡыр ҡатнашҡан. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа республикала юғары уҡыу йорттары, техникум, уҡыу, профсоюздарының ирекле спорт йәмғиәте, физик культура коллективы, спортклуб һ . б. спартакиадалары үткәрелгән.
60-80 йылдарҙа «Башҡортостан олимпия өмөтө» популяр була. 1956—1991 йылдарҙа СССР халыҡтары спартакиадаһында республика спортсылары даими ҡатнашалар һәм юғары наградалар яулайҙар .
1925 йылда Өфө ҡалаһында «Динамо» спорт — уҡсы йәмғиәте ойошторолған. 30-сы йылдарҙа БАССР-ҙа етештереү принциптары буйынса күпләп Профсоюз ирекле спорт берләшмәләре ойошторола: «Спартак», «Хеҙмәт», «Уңыш», «Локомотив», «Мукомол», «Ялҡын», «Нефтсе» һ. б. Уларға коллективта физкультураны нығытыу, йәштәр араһында уҡыу-тренировка һәм тәрбиә эшен яҡшыртыу бурысы ҡуйыла. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында (1943) «Смена» һәм «Хеҙмәт резервтары» (хәҙерге «Башҡортостан йәшлеге») Ирекле спорт берләшмәләре булдырыла. Һуғыштан һуң Ирекле спорт берләшмәләре һаны арта: «Фән», «Ҡыҙыл байраҡ», «Энергия» һәм башҡалар барлыҡҡа килгән.
1987 йылда Ирекле спорт берләшмәләре һуңғы үҙгәртеп ҡороуҙары үтә: «Спартак», «Буревестник», «Хеҙмәт», «Зенит», «Уңыш» Ирекле спорт берекмәләре Бөтә союз профсоюзы Ирекле спорт берләшмәләре Башҡортостан Республика советына берләштерелә, улар 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы профсоюзының спорт йәмғиәте итеп үҙгәртелә.
Спортсыларҙы һәм физкультурниктарҙы берләштергән, йәмәғәт ойошмалары Башҡортостанда 20-се йылдарҙа хәрби-спорт клубтары булараҡ барлыҡҡа килә. Бөтә Союз Ирекле спорт берләшмәһенең президентлыҡ советы Өфөнөң алдынғы физкультура коллективтарына спортклуб атамаһы бирә: Салауат Юлаев исемендәге, «Батырға», «Ағиҙелгә» (барыһыла 1961 йылдан алып), Гастелло исемендәге (1962), «Өфөлөгә» (1963), Салауаттың «Нефтехимигына» (1967); Өфө техникумдарына: физкультура (1964), индустриаль (1965), иҫәпте механизациялау (1965), автотранспорт (1969); ауыл физкультура коллективтарына: «Баҡалы» Баҡалы районы (1967) һәм «Байрамғол» Учалы районы(1969).
Башҡортостан Президенты указына ярашлы, республикала 2003 йыл «Спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше йылы» тип иғлан ителгән.
2011 йылда республикала Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы Ведомстволы бүләктәр булдыра: «Башҡортостан Республикаһы күренекле спортсмены», «Иң яҡшы тренер», «Иң яҡшы судья» һәм башҡалар.
2014 йылда республикала 2014—2018 йылдарға «Башҡортостан Республикаһында физкультура һәм спортты үҫтереү»[3] дәүләт программаһы ҡабул ителгән. Программаның маҡсаты булып Башҡортостан Республикаһы халҡының физкультура, спорт һәм спорт туризмы менән ҡыҙыҡһыныуын арттырыу; белгестәр әҙерләү; физкультура, спорт һәм спорт туризмы өлкәһенең инфраструктураһын һәм материал-техник базаһын нығытыу. Программа сығымдарының сығанағы һәм күләмдәре йылдарға бүленгән.
Башҡортостан Республикаһында спортты үҫтергән өсөн бүләктәр
үҙгәртергә-
Лучший работник физической культуры и спорта
-
Лучший судья
-
Лучший тренер
-
Почетный работник сферы молодёжной политики РБ
-
Выдающийся спортсмен РБ
-
За развитие спорта РБ
Спорт төрҙәре
үҙгәртергәБашҡортостанда 100-ҙән ашыу спорт төрө үҫешә, 50-нән ашыу төбәк спорт федерацияһы аккредитацияланған[4] 2010 йылда республиканың 170-тән ашыу спорт ҡоролмаһы иҫәпләнә һәм 10 — 833,9 меңдән ашыу кеше спорт менән шөғөлләнә.
Өҫтәл теннисы
үҙгәртергә1928 йылдың 22 ғинуарында Өфө ҡалаһында сауҙа хеҙмәткәре союзы клубында өҫтәл теннисы буйынса беренсе рәсми матчты үткәрелә (Ленин урамы,14, элекке Дворяндар йыйылышы).
Тәүге рәсми Башҡортостан чемпионаты 1958 йылда үткән.
Олимпия спорт төрө булараҡ, өҫтәл теннисы менән Башҡортостан Республикаһы өҫтәл теннисы федерацияһы (ӨТФ) идара итә[5] (Башҡортостан Республикаһының ӨТФ) — дәүләт аккредитацияһына эйә булған йәмәғәт ойошмаһы.[6] Уның маҡсаты — Башҡортостан Республикаһында өҫтәл теннисын үҫтереү, пропагандалау, спорт сараларын ойоштороу һәм үткәреү, шулай уҡ спортсыларҙы — Башҡортостан Республикаһы өҫтәл теннисы буйынса спорт йыйылма команда ағзаларын әҙерләү (N329-ФЗ «Рәсәй Федерацияһында физик культура һәм спорт тураһында»ғы федераль законға ярашлы). Үҙаллы ойошма булараҡ БАССР өҫтәл теннисы федерацияһы, һуңынан БССР өҫтәл теннисы федерацияһы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының өҫтәл теннисы федерацияһы. Башҡортостан Республикаһының өҫтәл теннисы федерацияһы 1989 йылдың 12 октябрендә ойошторола.
Бөгөн республикала 25000-дән ашыу бала өҫтәл теннисы менән шөғөлләнә, йөҙҙән ашыу үткәрелгән республика ярыштары 8000-дән ашыу ҡатнашыусыларҙы солғап ала[7], Башҡортостан Рәсәй чемпионатында 7-се урынды биләй. «Элемтәсе» клубы Республиканы Рәсәй чемпионаты премьер-лигаһында (юғары дивизионда) күрһәтә, ә Европа аренаһында Башҡортостан һәм Рәсәй исеменән сығыш яһай. 2014 йылда Рәсәй өҫтәл теннисы федерацияһы инициативаһы буйынса, Башҡортостан Республикаһы етәкселеге Өфө ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы өҫтәл теннисы үҙәген төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә.
Хоккей
үҙгәртергәРеспубликала беренсе хоккей командаһы 1953 йылда Өфөнөң БЭТО һәм «Электроаппарат» заводтарында бардыҡҡа килә. Өфөлә 1996 йылда шайбалы хоккей буйынса юниорҙар араһында Европа чемпионаты, ә 2007 йылда Рәсәй һәм Канада йәштәр йыйылма командалары араһында суперсерия матчты, шулай уҡ 2013 йылда шайба менән хоккей буйынса йәштәр донъя чемпионаты һ. б. үткәрелә. 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһының шайбалы хоккей буйынса федерацияһы эшләй башлай[8].
Хоккей клубтары:
- «Салават Юлаев» хоккей клубы — Өфө ҡалаһында нигеҙләнгән, Континенталь хоккей лигаһында ҡатнаша, Рәсәй чемпионатының өс тапҡыр бронза призёры (1994/1995, 1995/1996, 1996/1997), Рәсәйҙең ике тапҡыр чемпионы (2007/2008, 2010/2011)һәм Гагарин (2010/2011), 2008/2009, 2011/2012 миҙгелдәрҙе Асыу, Континент(2009/2010)Кубыктарын яулай , 2013/2014 миҙгеленең Рәсәй чемпионаты көмөш призеры.
- «Торос» хоккей клубы— Нефтекамала урынлашҡан. Юғары хоккей лигаһында сығыш яһай. «Салават Юлаевтың» фарм-клубы булып тора. Юғары лига финалы еңеүсеһе — 2009/2010, ЮХЛ 2010/2011 миҙгелен Асыу Кубыгына эйә, «LADA Кубогы» 2011, Юғары лиганың бронза призеры — 2010/2011. 2011/2012, 2012/2013, 2014/2015 миҙгелдәрендә Братина Кубогына өс тапҡыр эйә була, 2013/2014 сезоны чемпионаты еңеүсеһе.
- «Толпар» хоккей клубы — Йәштәр хоккей лигаһы ҡатнашыусыһы. 2009/2010 Йәштәр хоккей лигаһының бронза призеры, 2010/2011 Йәштәр Хоккей Лигаһының бронза призеры. 2014 Йәштәр командалары араһындағы Донъя Кубогының вице-чемпионы.
- «Ағиҙел» хоккей клубы — Өфө ҡалаһында нигеҙләнгән, ҡатын-ҡыҙҙар арһында Рәсәй чемпионаты ҡатнашыусыһы. Рәсәй чемпионатының өс тапҡыр бронза призеры 2012, 2013, 2014).
- «Батыр» хоккей клубы — Нефтекама хоккей клубы. 2011 йылда асылған. Нефтекама «Торосының» фарм-клубы. Башҡортостан йәштәр хоккей лигаһы дивизионында сығыш яһай. Башҡортостан Йәштәр хоккей лигаһының беренсе сезоны беренселегендә бронза яулай.
- «Юрматы», Салават ҡалаларының балалар һәм үҫмерҙәр хоккей клубтары төрлө балалар һәм үҫмерҙәр араһындағы хоккей ярыштарында ҡатнашалар.
- Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Орлан» үҫмер балалр клубы төрлө үҫмер балалар араһындағы хоккей ярыштарында ҡатнашалар.
- «Горняк» хоккей клубы — Учалы ҡалаһының хоккей клубы. 2009, 2010 йй. Башҡортостан Республикаһы чемпионы. 2010 й. Башҡортостан Республикаһының супер кубок эйәһе. 2012/2013 миҙгеленең (дивизион «Урал») Үҫмерҙәр хоккей лигаһы чемпионаты еңеүсеһе. 2013/2014 й. сезондан башлап Башҡортостан Йәштәр хоккей лигаһы дивизионында сығыш яһай.
Көрәш
үҙгәртергәЭлекке ваҡыттан уҡ милли көрәш башҡорттарҙа йыйындарҙа һәм һабантуйҙарҙа традицион ярыш һанала. Көрәш башҡорт фольклорында киң һүрәтләнә («Зөһрә менән Алдар» һәм башҡалар). Тәүге тапҡыр көрәш 1932 йылда Урал —Кузбасс спартакиадаһы программаһына индерелә. 1948 йылдан башлап Республика чемпионаты үткәрелә. Башҡортостанда спорт мәктәбтәрендә көрәш буйынса 70-кә яҡын бүлексә эшләй, унда 2012 йылға 12 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. Республика спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре күп тапҡыр РСФСР, донъя һәм Рәсәй чемпионы, донъя кубогы һәм башҡа халыҡ-ара ярыштар еңеүселәре булып китәләр. 1966 йылдан милли көрәш буйынса Федерация — Башкортостан Республикаһы көрәше[9] эшләй.
Волейбол
үҙгәртергәӨфөлә волейбол буйынса беренсе секциялар 1920 йылдар башында −1930 -йылдар аҙағында барлыҡҡа килә. Башҡортостан баш ҡалаһында Донъя волейбол лигаһы матчты 2011 йылда үткәрелә. Республикала волейбол буйынса 60-тан ашыу бүлек эшләй. Башҡортостан спорт мәктәбтәрендә волейбол менән 12 меңгә яҡын кеше шөғөлләнә. 2001 йылдан бирле Башҡортостан Республикаһының Волейбол буйынса Федерацияһы[10] эшләй.
Волейбол клубтары:
- «Урал» Ирҙәр волейбол клубы (клубының элекке атамаһы — «Башҡортостан нефтсеһе») — волейбол буйынса Рәсәй чемпионатында (Суперлига) ҡатнаша. Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (2013).
- Ҡатын-ҡыҙҙар волейбол клубы «Уфимочка-УГНТУ» (элекке исеме «Прометей-УГНТУ») — ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионатының суперлигаһында ҡатнаша (2013/2014 миҙгел). Юғары лига («А») командалары араһында Рәсәй чемпионы (2012).
- Ирҙәр волейбол клубы «ВРЗ» — Стәрлетамаҡта волейбол буйынса 2-се дивизионда ҡатнаша.
Боҙҙа мотоуҙыш
үҙгәртергә- Баш ҡалабыҙ Өфө Рәсәй трек мотоспортының формаль булмаған баш ҡалаһы булып танылды. 1966 йылдан башлап Боҙҙа мотоуҙыш федерацияһы донъя шәхси чемпионатын үткәрә башлай, Рәсәй спортсылар 94 миҙал яуланы — 34 алтын, 29 көмөш, 31 бронза. Боҙҙа уҙыш буйынса Донъя шәхси чемпионатында алтын миҙалдар һәм миҙалдарҙың дөйөм һаны буйынса Өфө лидер була — яуланған 15 миҙалдың 10-ы алтын[11].
Йыл һайын Өфөлә боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя чемпионаты этабы үткәрелә. Атап әйткәндә, «Төҙөүсе» стадионы 1966 йылдан башлап ун биш Донъя чемпионатын ҡабул итә (Рәсәйҙә теркәлгән рекорд). Төрлө тарихи дәүерҙә «Хеҙмәт», «Динамо», «Төҙөүсе» һәм «Гастелло» стадиондарында ярыштар үткәрелгән. Әлеге ваҡытта «Өфө-Арена» боҙ һарайы төҙөлгән.
Башҡорт мотогонщигы Ғабдрахман Ҡадиров боҙҙа мотоуҙыш буйынса (1966, 1968, 1969, 1971—1973) алты тапҡыр донъя чемпионы, Европа чемпионы (1964) булды. Уңышлы сығыш яһаусы спортсылар: Н. Чернов, Б. Самородов, И. Плеханов, Ф. Шайнуров, Г. Куриленко, Ю. Дудорин, М. Старостин, Р. Сәитгарәев.
Спидвей
үҙгәртергәРеспубликала спидвей буйынса беренсе ярыштар Өфөлә 1959 йылда үтә. Ошо ваҡыттан алып Өфө, Салауат, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында спидвей буйынса Донъя, Рәсәй һәм СССР чемпионаты үткәрелә. Башҡортостанда спидвей мастерҙарының ике мәктәбе бар, улар Рәсәйҙә иң көслөләр иҫәбенә инә. Спидвей - 2011 буйынса Рәсәйҙең команда чемпионатында биш команданан — икәүһе Салауат һәм Октябрьский ҡалаларынан Башҡортостан өсөн сығыш яһай. Тректар шулай уҡ Мәләүез, Учалы һәм Белорет ҡалаларында эшләйҙәр.
Футбол
үҙгәртергәБашҡортостанда футбол 2009 йылда үҫешә башлай. 1912 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында футбол командаһы ойошторола, 1920 йылдың аҙағында — Бәләбәйҙә, Бөрөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында. Өфө йыйылма командаһы 1913 йылда Урал чемпионатының беренсе еңеүсеһе булһа, ә 1923 й. — Волга буйы олимпиадаһының бронза призёры була. 1939 йылда башлап футбол буйынса республика беренселеге үткәрелә башлай. 1997 йылда Башҡортостан Республикаһы футбол федерацияһы эшләй башлай, ә 2000 йыл — Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙар футболы ассоциацияһы.
Республика футбол клубтары
- "Өфө" ФК-ы — футбол клубы, 2010 йылда нигеҙ һалынған. Стадион — "Динамо", һыйҙырышлығы — 4500. Төп стадион "Нефтсе", реконструкцияланған, 2015 йылда асылған. Реконструкциянан һуң һыйҙырышлылығы 16000 тәшкил итә. 2011/2012 миҙгелдә "Урал-Волга" икенсе дивизион зона ярышында 2-се урынға сыға. 2012 йылдан 2014 йылға тиклем команда Милли лигала ҡатнаша. Милли лигаһының 2013/2014 миҙгелендә 4-се урынды яулап, "Томь" командаһы менән уйынға сыға. Ике уйын һөҙөмтәһе буйынса "Өфө" (5:1, 1:3) дөйөм 6:4 иҫәбе менән, үҙ тарихында беренсе тапҡыр, премьер-лигаға сыға.
- Таусылар (Учалы) — Учалы ҡалалаһының футбол клубы. Команда хужаһы - Учалы (ТБК) тау байыҡтырыу комбинаты. 2008 йылдан 2013 йылға тиклем футбол буйынса Милли лиганың икенсе дивизионында сығыш яһай. 2011/2012 миҙгелдә 7 урынды биләй. Клуб 2010/11 Рәсәй кубыгының 1/8 финалына сыға; 14 июлдә 1/16 финалда Мәскәүҙең "Локомотив" клубы тарафынан 1:0 иҫәбе менән еңелә.
- "Нефтсе" — Ишембай ҡалаһының футбол клубы, 1948 йылда нигеҙ һалынған, ул электән үк Башҡортостан чемпионаты ҡатнашыусыһы һәм буның еренсе чемпионы (1948 йыл). 1968 һәм 1976 йылдарҙа Республика кубыгы финалдарында ҡатнаша. Башҡортостан чемпионаттарында бер нисә тапҡыр призер була. Шулай уҡ "Нефтемаш" һәм "Өйөрмә" исемдәре аҫтында сығыш яһай.
- "Содовик" — Стәрлетамаҡтың футбол клубы. 1961 йылда нигеҙ һалынған. "Содовик" клубы "Сода" акционерҙар йәмғиәте компанияһы ҡарамағында. Команда Башҡортостан Чемпионатында сығыш яһап, 1967, 1971 һәм 1991 йылдарҙа еңеүгә өлгәшә. 1994 йылда "Содовик" Өсөнсө лигала сығыш яһаған, ә 1996 йылда унда беренсе урын биләп, Икенсе лигага сығыуға ирешә. 2001 һәм 2002 йылдарҙа "Содовик" үҙ зонаһында һәйбәт һәм уңышлы сығыш яһап, Беренсе Дивизионға сығыу мөмкинселегенә эйә була. Ләкин 2006—2007 миҙгелдә клубты финанслау булмай һәм клуб профессиональ статусын юғалтыу сигенә етә. Әммә шулай ҙа һуңғы ваҡытта бюджет аҡсаһы бүленә һәм клуб миҙгел алдынан үткәрелгән аттестацияны һәйбәт үтә. 2007 йылдағы миҙгелдә команда 21-се урынды биләп, икенсе дивизионға төшә. 2007 йылда тарҡатыла. 2012 йылдың июнендә "Өфө" футбол клубы-ның генераль директоры Шамил Газизов белдереүенсә "Содовик" футбол клубы "Өфө" футбол клубы өсөн йәш һәм арендаланған футболсыларҙы әҙерләү урыны буласаҡ (етәкселектең Премьер-Лигага сығыу пландарында).
Биатлон
үҙгәртергәРеспубликала биатлон ХХ быуаттың 1950 йылдарында үҫешә башлай. Өфөлә биатлон буйынса Олимпия резервы спорт мәктәбе 1987 йылда асыла. 2000 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы биатлонсылар федерацияһы эшләй.
Өфөләге «Биатлон» спорт комплексы биатлон буйынса Рәсәйҙә иң эре ҡоролмаларҙың береһе булып тора. 1986 йылда төҙөлгән, ә 2001 йылда тулыһынса реконструкцияланды. 2009 йылда бында биатлон буйынса Европа Чемпионаты 2009 уҙғарылған ә 2006 һәм 2012 йылдарҙа — йәйге биатлон буйынса Донъя чемпионаты һәм шулай уҡ Рәсәй чемпионаты, Рәсәй кубогы этабы үткәрелә. 2007 йылда спорт комплексына донъя халыҡ-ара ярыштар үткәреүгә Биатлонсылар союзы «А» категорияһы бирә. Шулай уҡ биатлон буйынса ҙур спорт ҡоролмалары Белорет, Ишембай һәм Межгорье ҡалаларында бар.
Велосипед спорты
үҙгәртергәВелосипед спорты республикала 1920 йылдарҙан үҫешә. 1923 йылда I Бөтә башҡорт олимпиадаһы программаһына индерелә, ә 1925 йылда Өфөлә велосипед спорты буйынса беренсе секция асыла. 1926 йылда беренсе велосипедта уҙышы Өфө—Ырымбур—Өфө (800 км)үткәрелгән, 1935 йылда — Өфө—Новосибирск—Өфө (2550 км), 1936 йылда Өфө—Стәрлетамаҡ—Белорет—Мейәс(600 км). Хәҙер республикала велосипед спорты буйынса олимпия резервындағы мәктәп эшләй. 2011 йылда Олимпия әҙерлеге үҙәге «Ағиҙел» һәм спорт мәктәптәрендә 16 бүлек бар, унда 2,5 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. 1995 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының велосипед спорты буйынса Федерацияһы эшләй .
- «Ағиҙел» (Өфө) — РСФСР чемпионы (1991) һәм өс тапҡыр Р чемпионы (1992—1994), Гвианала (1991) үткән халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе, Рәсәй кубогын яулаусы (1993), Донъя кубогының көмөш призеры (1995).
Бобслей
үҙгәртергәРеспубликала бобслей 1980-се йылдарҙа үҫешә башлай. 1982 йылда Мәләүез районы Туманчино ауылында СССР-ҙың беренсе сана-бобслей трассаһы төҙөлә. 1989 йылда Башҡорт АССР-ы йыйылма командаһы бобслей буйынса СССР халыҡтары спартакиадаһы чемпионы була.
Гандбол
үҙгәртергәФедерация1960 йылда республикала гандбол буйынса беренсе секциялар асыла. Башҡортостан № 13 олимпия резервы спорт мәктәбе эшләй, 2012 йылда унда 1 меңдән ашыу кеше шөғөлләнгән ике спорт бүлеге, 6 секция була. 1967 йылдан Башҡортостан Республикаһының гандбол буйынса Федерацияһыэшләй.
- «Алиса» ҡатын-ҡыҙҙар командаһы гандбол буйынса чемпионатта ҡатнашыусы (Юғары лига). Рәсәй чемпионы (2004), Рәсәй чемпионатының ике тапҡыр бронза призеры (2003, 2011).
- «УГНТУ-ВНЗМ» ир-ат командаһы гандбол буйынса чемпионатта ҡатнашыусы (Юғары лига).
- «Химик» ирҙәр командаһы (Стәрлетамаҡ) — РСФСР чемпионатының бронза призеры (1989).
Мини-футбол
үҙгәртергә- "Динамо-Тималь" мини-футбол клубы 2007-2008 һәм 2008-2009 миҙгел Суперлигала сығыш яһай, шунан һуң таратыла.
- Башҡорт дәүләт педагогия университеты мини-футбол клубы 2007-2010 йылдарҙа Юғары лигала, Рәсәй мини-футбол структураһының икенсе дивизионында сығыш яһай.
Фехтование
үҙгәртергәӨфөлә Рәсәй Федерацияһында иң алдынғы фехтование клубы урынлашҡан, унда бик күп Бөтә Рәсәй ярыштары уҙғарыла. Башҡортостанда фехтование ХХ быуаттың 1950 йылдарында үҫешә башлай. 2010 йылдар башына республиканың үҫмер балалар спорт мәктәптәрендә һәм юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәгендә 1200 самаһы кеше фехтование менән шөғөлләнә. 1961 йылдан Башҡортостан Республикаһының фехтование буйынса Федерацияһы эшләй.
Теннис
үҙгәртергәБашҡортостанда теннис үҫеше 1910 йылда Өфө паркында беренсе корттың асылыуы менән бәйле. 1923 йылда теннис I Бөтә башҡорт олимпиадаһы программаһына индерелә. Өфөлә 1977 йылда Теннис һарайы төҙөлгән. 1968 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының теннис буйынса Федерацияһы эшләй. Башҡортостанда Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Туймазы, Октябрьский һәм башҡа ҡалаларҙа спорт клубтарында теннис буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе һәм теннис буйынса секциялар эшләй. Бында 2009 йылға уларҙа 2000-ләп кеше шөғөлләнә.
Самбо
үҙгәртергәСамбо республикала 1960 йылда үҫеш ала. Шул ваҡыттан алып Башҡортостанда Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара турнирҙар үткәрелә. Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Салауат һәм башҡа ҡалаларҙа спорт секциялары асыла. олимпия резервы спорт мәктәбе самбо буйынса Хәҙер самбо буйынса бүлексә ике олимпия резервы спорт мәктәбендә һәм 25-тән ашыу ДЮСШ, республиканың спорт клубтарында эшләй. 2008 йылда унда 6,5 мең самаһы кеше шөғөлләнә. 2002 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының самбо буйынса Федерацияһы эшләй.
Дзюдо
үҙгәртергәРеспубликаның дзюдо 1960-сы йыл аҙағында Салауат, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Өфө, һуңыраҡ Дәүләкән, Мәләүез, Октябрьский, Туймазы һ. б. ҡалаларҙа үҫеш ала. 1973 йылда Салауат ҡалаһында дзюдо буйынса РСФСР чемпионаты үтте. Шул ваҡыттан алып республикала Европа чемпионаты, Рәсәй кубогы, Башҡортостан Президенты призына халыҡ-ара турнир үткәрелә. Республикакала спортмәктәптәрендә һәм клубтарында яҡынса 40 бүлексә эшләй. Унда 2011 йылда 3 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. 1997 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының дзюдо буйынса Федерацияһы эшләй.
Тэквондо
үҙгәртергәРеспубликала тэквондо буйынса беренсе секциялар Өфөлә 1990 йылда асыла. Шул ваҡыттан алып Башҡортостанда был спорт төрө буйынса Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштар үтә. Өфө, Нефтекама, Сибай, Межгорье ҡаларында тэквондо буйынса секциялар эшләй, 2009 йылда уларҙың 500-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. 1990 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының тэквондо буйынса союзы эшләй.
Глобаль тэквондо федерацияһы
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһында бөтә стилле тэквондо федерацияһы (Тхэквон-До федерацияһы, Глобаль тэквондо федерацияһы, АТФ) 1992 йылдың 8 июлендә нигеҙләнә. Уның нигеҙләүсеһе һәм етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Фәһит Йәүҙәт улы Латыпов. Унда 2000-дән артыҡ Бөтә Рәсәй ярыштары чемпиондары һәм еңеүселәре әҙерләнгән, 170 — Халыҡ-ара турнир чемпиондары һәм еңеүселәре. Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһының бөтә стилле тэквондо федерацияһы Башҡортостан Республикаһы территорияһында «тэквондо (ГТФ)» спорт төрөн пропагандалай һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә (номер-код спорт төрө:0470001611Я).
Ушу
үҙгәртергәУшу буйынса беренсе секциялар 1991 йылда ӨДНТУ-да барлыҡҡа килә. 1993 йылдан алып бергә-бер алышҡа сығыу буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты һәм Көнсығыш фестивале йыл һайын үткәрелә. Республикала Баймаҡ, Белорет, Октябрьский, Сибай, Учал, Ҡариҙел ҡалаларында һәм Әлкә ауылында 20-ләп спорт секциялары эшләй, 2009 йылда унда 2 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. Республика спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре күп тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы, донъя кубогы еңеүсеһе булған. Башҡортостан Республикаһының ушу буйынса Федерацияһы 1994 йылдан алып эшләй.
Йөҙөү
үҙгәртергә1923 йылда йөҙөү спорты I Бөтә башҡорт олимпиадаһы программаһына индерелә. 1967 йылда Өфөлә һәм Октябрьскийҙа йөҙөү буйынса беренсе ябыҡ бассейндар эшләй башланы. Республикала йөҙөү буйынса № 18 һәм № 30 спорт (Өфө), «Алмаз» (Салауат) олимпия резервындағы мәктәптәр эшләй һәм Республика спорт мәктәптәрендә 15 бүлексә бар. Уларҙа 2012 йылда яҡынса 6 мең кеше шөғөлләнә. 1992 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының йөҙөү буйынса федерацияһы эшләй.
Янғын һүндереү-ҡулланма спорты
үҙгәртергәБашҡортостандың янғын һүндереү-ҡулланма спорты буйынса спортсылары Рәсәйҙә иң көслөләр һанала. Янғын һүндереү-ҡулланма спорты буйынса донъя чемпионаты 2009 йылда Өфөлә үткәрелә.
Спорт ҡоролмалары
үҙгәртергәСтадион һәм башҡа спорт ҡоролмалары республиканың бөтә ҡалаларында ла урынлашҡан. 2008 йылда Башҡортостанда 10,3 меңдән ашыу спорт ҡоролмаһы иҫәпләнә, шул иҫәптән 132 бассейн, 5 спорт һарайы, 42 стадион, 3285 спорт залы, 170 саңғы базаһы, 627 атыу тиры һәм башҡалар.
2007 йылдан Башҡортостан сафҡа индерелгән спорт объекттары: Ишембайҙа «Юрмата» физкультура-һауыҡтырыу комплексы; Ҡырмыҫсҡалы ҡасабаһында физкультура-һауыҡтырыу комплексы; Баймаҡ ҡалаһында физкультура-һауыҡтырыу комплексы; Башҡортостан мәғариф министрлығының грек-рим көрәше һәм милли көрәш буйынса Үҫмер балаларҙың олимпия резервындағы махсус спорт мәктәбе ; Сибай ҡалаһында «Бөркөт» ФҺК; Нефтекама ҡалаһында 2500 тамашасы һыйҙырышлы яһалма боҙ менән ябыҡ һырғалаҡ; хәҙерге, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән һалма боҙ менән «Өфө-Арена» универсаль спорт аренаһы, «Аҡбуҙат» ипподромы, Өфө ҡалаһының яһалма футбол яланы, ябыҡ йөҙөү бассейны һәм еңел атлетика манежы, спорт-демонстрация (уйын) комплексы, спорт залы менән «Динамо» стадионы; Күгәрсен районының Мораҡ ауылында һәм Әбйәлил районының Асҡар ауылында уҡыу-спорт комплексы; йөҙөү бассейны менән Бәләбәй районында ҺК; Салауат ҡалаһында «СНОС» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ябыҡ һырғалаҡ менән концерт-спорт комплексы. 2012 йылдың декабрендә хоккей буйынса «Стәрлетамаҡ-Арена» стадионы, Өфөлә Нефтсе стадионы асылған.
Киң мәғлүмәт саралары
үҙгәртергә2002 йылдан алып республикала "Спорт-Эксперт" һәм 2003 йылдан алып "Башҡортостан спорт тормошо" гәзиттәре баҫыла. Шулай уҡ "URALSPORT" (2007 йылдан алып) һәм "Салауат Юлаев" (2008 йыл) журналдары сығарыла .
Атаҡлы спортсылар
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһында «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» исеме булдырылған.
Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсылары, халыҡ-ара класслы Рәсәй спорт мастерҙары: Помыкалов, Анатолий Сергеевич, Маннанов Ирек Нәғим улы, Пегов, Валентин Алексеевич, Дудорин, Юрий Дмитриевич, Зинковский, Евгений Валерьевич, Дурнев, Виктор Васильевич, Дюпина, Любовь Ивановна, Дворник, Александр Александрович, Кәбиров Марат Миҙәхәт улы, Макурин, Алексей Васильевич, Носкова, Светлана Александровна, Москвин, Кирилл Леонидович, Миниғолова Нурсилә Харис ҡыҙы, Матвеева, Людмила Михайловна, Мәүлитова Регина Салават ҡыҙы, Макурин, Алексей Васильевич, Сабанов, Юрий Викторович, Помыкалов, Анатолий Сергеевич, Пегов, Валентин Алексеевич, Лукьянов, Валериян Михайлович, Ғәлиев Донат.
Сығанаҡтар
үҙгәртергәКотова, Татьяна Павловна. История физической культуры и спорта Башкортостана, 60-е - начало 90-х годов : диссертация... кандидата исторических наук : 07.00.02. - Уфа, 1997. - 304 с.
Аминев, Фаниль Габдрафикович. История развития физкультуры и спорта в башкирском Зауралье в 60-е XX и начало XXI в. : диссертация... кандидата исторических наук : 07.00.02. - Уфа, 2005. - 208 с. : ил.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ О министерстве
- ↑ Газета "Красная Башкирия" № 19 (2540) от 22 января 1928 г.
- ↑ Об утверждении долгосрочной целевой программы «Развитие физической культуры и спорта в Республике Башкортостан» на 2013—2018 годы (с изменениями на 19 августа 2014 года), По.
- ↑ Реестр общероссийских и аккредитованных региональных спортивных федераций . 2020 йыл 10 апрель архивланған.
- ↑ Официальный сайт ФНТ РБ .
- ↑ Свидетельство об аккредитации ФНТ РБ .
- ↑ Статистика ФНТ РБ .
- ↑ Статья «Хоккей с шайбой» в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)
- ↑ Статья «Курэш» в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка) (баш.)
- ↑ Статья «Волейбол».(недоступная ссылка)
- ↑ Башкортостан — Мировой лидер по мотогонкам на льду 2020 йыл 10 апрель архивланған.