Башҡортостан йылғалары
Башҡортостан йылғалары — Башҡортостан Республикаһы биләмәләре аша аҡҡан бөтә йылғалар барлығы.
Дөйөм ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәРеспублика йылғалары башлыса ике йылға бассейнына — Волга (Кама) һәм Яйыҡ бассейндарына ҡарай. Тик көнсығыштағы бәләкәй йылғаларҙың өлөшө — Уй үрге ҡушылдыҡтары менән, Мейәс һәм башҡалар — Обь бассейнына ҡарай.
йылғаһы
йылғаһы
Республикала дөйөм оҙонлоғо 57 366 километр тәшкил иткән барлығы 12 725 йылға иҫәпләнә. Күп кенә йылғаларҙың оҙонлоғо 10 километрҙан аҙыраҡ.
Йылғалар һаны һәм уларҙың оҙонлоғо[1] | |||
---|---|---|---|
Йылға категориялары | Оҙонлоҡ градациялары (км) | Йылғалар һаны | Дөйөм оҙонлоғо (км) |
Иң бәләкәйҙәре | 10-дан кәм | 11 731 | 29 317 |
10—25 | 752 | 10 928 | |
Бәләкәй | 26—50 | 156 | 5 473 |
51—100 | 58 | 3 922 | |
Уртаса | 101—200 | 17 | 2 340 |
201—300 | 4 | 898 | |
301—500 | 3 | 1 056 | |
Ҙур | 501—1000 | 3 | 2 002 |
1000-дән ашыу | 1 | 1 430 | |
Барлығы | 12 725 | 57 366 |
Ағиҙел һәм Яйыҡ йылғалары ҡушылдыҡтары менән көньяҡ, көнсығыш һәм көнбайыш йүнәлешендә атмосфера яуым-төшөмдәрен ағыҙыу юлдары булып тора.
Башҡортостандың иң ҙур йылғалары тураһында мәғлүмәттәр[2] | |||
---|---|---|---|
Башҡортса атамаһы | Урыҫса атамаһы | Оҙонлоғо, км (шул иҫ. респ. терр. б-са) | Бассейн майҙаны, км² (шул иҫ. респ. терр. б-са) |
Ағиҙел | Белая (Агидель) | 1 430 | 142 000 |
Ыҡ | Ик (приток Камы) | 571 (450) | 18 100 |
Дим (Күгиҙел) | Дёма | 535 (420) | 12 800 |
Өфө (Ҡариҙел) | Уфа (Караидель) | 918 (390) | 53 100 |
Һаҡмар | Сакмара | 760 (348) | 30 400 (5 940) |
Инйәр | Инзер | 307 | 5 380 |
Әй | Ай | 571 (278) | 15 000 |
Һикияҙ | Сикияз | 16 | |
Һикеяҙ (Әй ҡушылдығы) | Сикияз | 28 | |
Саған | Саган | билдәһеҙ | |
Олөйөр | Улуир | 38 | 327 |
Тере Танып | Быстрый Танып | 345 | 7 560 |
Оло Эйек | Большой Ик (приток Сакмары) | 341 (256) | 7 670 |
Нөгөш | Нугуш | 235 | 3 820 |
Таналыҡ | Таналык | 225 | 4 160 |
Йүрүҙән | Юрюзань | 404 (224) | 7 240 |
Еҙем | Зилим | 215 | 3 280 |
Сөн | Сюнь | 209 | 4 500 |
Өршәк | Уршак | 193 | 4 230 |
Сәрмәсән | Чермасан | 186 | 3 970 |
Оло Ҡыҙыл | Большой Кизил | 172 | 2 080 |
Яйыҡ | Урал (Яик) | 2 534 (165) | 220 000 (2 480) |
Ашҡаҙар | Ашкадар | 165 | 3 780 |
Йылайыр (Урман Йылайыры) | Зилаир | 158 | 1 210 |
Өҫән | Усень | 147 | 2 460 |
Оло Һүрәм | Большая Сурень | 131 | 1 580 |
Бөрө | Бирь | 128 | 2 200 |
Ҡармасан | Кармасан | 128 | 1 780 |
Уҫы | Уса | 126 | 964 |
Баҙы | База | 123 | 1 590 |
Эҫем (Ағиҙел ҡушылдығы) | Сим | 239 (120) | 11 700 |
Кесе Эйек (Ҡарман) | Малый Ик (приток Большого Ика) | 118 | 640 |
Үҙән | Узян | 116 | 590 |
Оло Ыйыҡ | Большой Ик (приток Ая) | 108 | 1 460 |
Ләмәҙ | Лемеза | 119 (103) | 1 800 |
Ҡуғанаҡ | Куганак | 102 | 1 480 |
Ыйыҡ (Әй ҡушылдығы) | Ик (приток Ая) | 102 | 1 296 |
Ялан Йылайыры (йылға) | Крепостной Зилаир | 100 | 900 |
Ҡаҫмарт | Касмарка | 123 (95) | 1 431 |
Кесе Ҡыҙыл | Малый Кизил | 113 (93) | 1 540 |
Төй | Тюй | 195 (65) | 3 700 |
Беүә | Буй | 228 (60) | 6 530 |
Уй | Уй | 462 (42) | 34 400 (720) |
Кама (Иҙел, Сулман Иҙел) | Кама | 1 805 (36) | 507 000 |
Мейәс | Миасс | 658 (33) | 21 800 |
Саруа[3] һәм Яманйылға[4] йылғалары тәбиғәт ҡомартҡылары булып тора, улар Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән ҡурсалана.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Поверхностные воды.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 20—21. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- ↑ Дөйөм оҙонлоғо 100 километрҙан ашыу булған.
- ↑ Загорский В. А. Саруа // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Яманелга // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Атлас туристических ресурсов Республики Башкортостан. — Уфа, 2007. — 276 с.
- Гареев А. М. Реки и озера Башкортостана. — Уфа: Китап, 2001. — 260 с. ISBN 5-295-02879-8
- Абдюкова Э. А., Кулагин А. Ю., Рашитова Г. С., Абдюкова Г. М. Экологическая оценка воздействия агропромышленного комплекса на состояние малых рек Башкортостана.// Научный журнал КубГАУ, № 73 (09). 2011.
- Отчёт о состоянии водных объектов Республики Башкортостан. Уфа, 2011.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Загорский В. А. Йылғалар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Поверхностные воды.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 20—21. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- Реки Башкортостана // Экология Республики Башкортостан. 2013 йыл 14 декабрь архивланған.
- ПЕРЕЧЕНЬ РЕК ДЛИНОЙ 10 и БОЛЕЕ КИЛОМЕТРОВ, ПРОТЕКАЮЩИХ ПО территории РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН И ИМЕЮЩИХ РЫБОХОЗЯЙСТВЕННОЕ ЗНАЧЕНИЕ Приложение N 2 к Постановлению Кабинета Министров Республики Башкортостан от 7 сентября 1998 г. N 187 (рус.)