Ялан Йылайыры

һыу сығанағы
(Ялан Йылайыры (йылға) битенән йүнәлтелде)

Ялан Йылайыры (Йылайыр, рус. Крепостной Зилаир) — Башҡортостан йылғаһы. Һаҡмар ҡушылдығы, тамағынан алып дөйөм оҙонлоғо 584 км. Һыу ағымы — 100 км. Һыу йыйылыу майҙаны — 897 км². Тамағы Иҫке Яҡуп ауылы янында.

Ялан Йылайыры
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Һаҡмар
Ҡушылдыҡ Оҫҡонош
Бассейн майҙаны 897 км²
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 100 km
Карта
 Ялан Йылайыры Викимилектә

Атама тарихы

үҙгәртергә

Йылға атамаһы ошонда ер биләмәһе алып, төпләнгән урыҫ баярына ҡағылышлы легенда нигеҙендә барлыҡҡа килгән Крепостной Йылайыр ауылы (элекке Йылайыр ҡәлғәһе) исеменән алынған. Ул башҡорттарҙан ер бүлеп биреү тураһында һорашып, үгеҙ тиреһе ҙурлығында ғына ер һорай һәм ризалыҡ алғас, тирене нәҙек ҡайыштарға телеп, уларҙы үҙ-ара бәйләп, урман буйлап ҡарағайҙарҙы уратып ун саҡрымлыҡ ер ала. Шунан һуң башҡорттар һәм баярҙар араһындағы мөнәсәбәт насарайып, яңы асыҡтан-асыҡ бәрелештәргә килтерә. Баяр үҙенә ярҙамға казактарҙы саҡыра, ә башҡорттар уның утарын яндыра. Шунан һуң урыҫтар хакимиәте, башҡорттарҙы был урындарҙан күсерә, ә баяр утары булып ҡалған ауыл Крепостной Зилаир[2] исемен ала..

Гидрография

үҙгәртергә

Йылға бормаланып аға. Төбө ҡом-ташлы, ярҙары һөҙәк һәм текә, ҡыуаҡлыҡтар һәм урман менән ҡапланған[3]

XIX быуатта  Ялан Йылайырының һыу бассейны территорияһында  төньяҡ болан булыуы теркәлә. 1939 йылда ла бер нисә баш болан күренгән[4].

Һыу реестрҙары

үҙгәртергә

Россия дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәрен буйынса Урал бассейн округына ҡарай, йылғаның хужалыҡ учпсткаһы — Һаҡмарға тиклем. Йылға бассейны — Урал[5].

Мәғлүмәттәр буйынса геомәғлүмәти һыу хужалығы системаһын районлаштырыуҙарынса , һыу ресурстары Федераль агентлығы[5]:

  •  Һыу объектының дәүләт һыу реестрындағы коды — 12010000512112200005027
  • Гидрологик өйрәнелеү коды — 112200502
  • Гидрологик өйрәнелеү буйынса том һаны— 12
  • Гидрологик өйрәнеү буйынса сығарылыуы — 2

Ҡушылдыҡтары (тамағынан алып км)

үҙгәртергә

Библиография

үҙгәртергә

Дәүләт һыу реестрына керетелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Башкирские һәм легендалары риүәйәттәре тупланған. 2016 йыл 12 ноябрь архивланған. Төҙөлөш, вступительная булыу, аңлатмалар Фәнүзә Надршина: — Өфө, Башҡорт китап нәшриәте, 1985, — 288 с.
  3. Инвестиционный паспорт. Муниципальный район Зилаирский район республики Башкортостан. Администрация муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан (17 апрель 2012). — Приложение № 1 к постановлению Администрации муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан от 17 апреля 2012 года № 312. Дата обращения: 27 май 2012. Архивировано 20 сентябрь 2012 года.(недоступная ссылка)
  4. Лесостепная экосекция Зилаирского плато // ЦС «ВУЭС» Лаборатория Экотон.
  5. 5,0 5,1 Государственный водный реестр РФ: Крепостной Зилаир. Архивировано 20 сентябрь 2012 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә