Башкирские Пираты

«Башкирские Пираты» (башҡ. Башҡорт Пираттары) следж-хоккей клубы — Башҡортостандың Өфө ҡалаһында 2015 йылда Башҡортостандың берләштерелгән хоккей федерацияһы һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубы ярҙамында ойошторолған следж-хоккей буйынса профессиональ команда. 2016 йылдан башлап Рәсәй чемпионатында ҡатнаша башлай.

Башкирские Пираты
Ил: Рәсәй флагы Рәсәй
Регион: Башҡортостан Башҡортостан
Ҡала: Өфө Өфө
Нигеҙләнгән: 2015
Өй аренаһы: Өфө-Арена (8 070)
Төҫтәр:                    
Хоккей лигаһы: Следж-хоккей буйынса Рәсәй чемпионаты
Баш тренеры: Рәсәй флагы Александр Ларионов
Капитан: Рәсәй флагы Айрат Уразаев
Рәсми сайт: https://bashpirat.ru

Тарихы үҙгәртергә

2015 йылдың 23 октябрендә Өфөлә тәү тапҡыр боҙға следж-хоккейсылар сыға[1]. Башҡортостандың баш ҡалаһында следж-хоккей клубын яһау инициаторы Алексей Канатников була. Ул үҙе лә был спорт төрө менән шөғөлләнә ине. Алексей — команданың етәксеһе һәм баш тренеры. Оҙаҡламай, Өфөләге следж-хоккей клубына «Башкирские Пираты» исеме бирелә. Командаға Башҡортостан берләштерелгән хоккей федерацияһы һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубы ҙур ярҙам күрһәтә.

2016 йылда «пираттар» Рәсәй чемпионатында ҡатнаша башлай. 5 октябрҙә улар «Югра» командаһына ҡаршы уйын менән Рәсәй чемпионаттарында дебют яһай. Шул уйын 2:27 иҫәбе менән Ханты-Манси уйынсылары файҙаһына тамамлана. Рәсәй чемпионатының беренсе этабында «Башкирские Пираты» бөтә алты уйында ла еңелә[2]. Команданың тәүге шайбаһын Алексей Канатников керетә. Икенсе этапта ла шул уҡ хәл ҡабатлана. Команда миҙгел һөҙөмтәләре буйынса һуңғы 7-се урынды ала.

2017/2018 йылдар миҙгеле алдынан үткән Самойлов иҫтәлегенә следж-хоккей буйынса турнирҙа өсөнсө урынды яулай — был команданың тәүге ҡаҙанышы. 26 декабрҙә команданың яңы баш тренеры итеп Никита Козлов тәғәйенләнә[3]. Был миҙгелдә «пираттар» рәсми уйында тәүге еңеүҙе яулай — 3:0 иҫәбе менән «Санкт-Петербург» следж-хоккей клубы отола[4], ә Алексей Канатников бар өс голды ла керетә. Был еңеү ярҙамында «Башкирские Пираты» миҙгелде алтынсы урында тамамлай.

Елена һәм Геннадий Тимченко хәйриә фонды үткәргән балалар следж-хоккейын үҫтереү проектары конкурстарында икенсе йыл рәттән Башҡортостан коллективы еңә. Еңгән аҡсалар республикала балаларҙан торған следж-хоккей клубын төҙөүгә китәсәк[5].

2018/2019 йылдар миҙгелендә «пираттар» Силәбе өлкәһе командаһын ике тапҡыр тар-мар итә (15:0, 12:0). Был команданың иң эре еңеүҙәре була. Шулай уҡ улар Мәскәү командаһын булиттар серияһында оталар. «Башкирские Пираты» даими миҙгелде етенсе урында тамамлай. 2019/2020 йылдар миҙгелендә «пираттар» 14 осрашыу үткәрә, ике еңеү яулай, 21 гол керетә һәм тағы ла миҙгелде етенсе урында тамамлай.

2020 йылдың 18 мартында следж-хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһының тренеры Александр Ларионов «Башкирские Пираты» хоккей клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнә[6].

Балалар һәм үҫмерҙәр командаһы үҙгәртергә

2018 йылдың 3 апрелендә Башҡортостандар балаларҙан һәм үҫмерҙәрҙән торған следж-хоккей буйынса команда төҙөүө тураһында иғлан ителә[7]. Елена һәм Геннадий Тимченко хәйриә фонды үткәргән балалар һәм үҫмерҙәр следж-хоккейын үҫтереү буйынса проектар араһында федераль конкурсында «Башкирские Пираты» икенсе йыл рәттән еңеү яулай. 2019 йылдың декабрендә йәш «пираттар» Сочиҙа үткән следж-хоккей фестивалендә үҙ дивизионында бронза миҙалдарын яулай[8].

Сығыш яһауҙар тарихы үҙгәртергә

Сезон У Е ӨВЕ БСЕ БСО ӨВО О Ш М Урын
2016/17 12 0 0 0 0 0 12 5-151 0 7
2017/18 12 1 0 0 0 0 11 2-62 3 6
2018/19 14 2 0 1 0 0 11 32-72 8 7
2019/20 14 2 0 0 0 0 12 21-70 6 7
Бөтәһе 52 5 0 1 0 0 46 60-355 17

Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр, ӨВЕ — өҫтәмә ваҡытта еңеүҙәр, БСЕ — булиттар серияһында еңеүҙәр, БСО — буллитар серияһында отолоуҙар, ӨВО — өҫтәмә ваҡытта отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар, ШК — керетелгән шайбалар, ҮШ — үткәргән шайбалар, ±Ш — шайбалар айырмаһы, М — мәрәйҙәр, %М — мәрәйҙәр проценты

Состав үҙгәртергә

Ҡапҡасылар
Ил Исем Тыуған йыл
13   Антон Родивилов 7 февраль, 2001
47   Василий Моторин 19 июнь, 1986
Һаҡсылар
Ил Исем Тыуған йыл
11   Алексей Канатников 16 июнь, 1985
16   Сергей Кожевников 14 декабрь, 1986
22   Павел Лямин   2 ғинуар, 1995
71   Давуд Ғазилов 13 сентябрь, 1992
Һөжүмселәр
Ил Исем Тыуған йыл
7   Айрат Уразаев 7 ғинуар, 1983
8   Никита Беляев 28 май, 1995
24   Максим Данилов 28 ғинуар, 1997
25   Илнур Зарипов 13 июль, 1990
48   Даниил Левченко 17 июнь, 2001

Тренер штабы үҙгәртергә

Баш тренерҙар үҙгәртергә

«Башкирские Пираты» командаһының бөтә баш тренерҙары:

Капитандар үҙгәртергә

«Башкирские Пираты» командаһының бөтә капитандары:

  • Айрат Уразаев (2016—2019)
  • Павел Лямин (2019—ә.в.)

Ҡаҙаныштар үҙгәртергә

  •   С. А. Самойлов иҫтәлегенә следж-хоккей буйынса турнир (2017).
  •   М.Т. Каланшников исемендәге кубокта бронза миҙалы (2018).

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт үҙгәртергә

  • Бер гол да үткәрмәйенсә иң ҙур айырма менән еңеү: 15:0 Силәбе өлкәһе йыйылма командаһы (2018/2019)
  • Иң ҙур айырма менән еңеү: 15:0 Силәбе өлкәһе йыйылма командаһы (2018/2019)
  • Еңеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 15:0 Силәбе өлкәһе йыйылма командаһы (2018/2019)
  • Еңелеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 2:27 «Югра» Ханты-Манси (2016/17).
  • Бер гол да керетмәйенсә иң ҙур айырма менән еңелеү: 0:20 «Удмуртия» Ижевск (2017/18).
  • Иң ҙур айырма менән еңелеү: 2:27 «Югра» Ханты-Манси (2016/17).
  • Иң оҙон еңеүҙәр серияһы: 1. Иң оҙон еңелеүҙәр серияһы: 18
  • Клуб тарихында бөтә уйынсыларҙа Башҡортостандан була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә