Мәһәҙиев Басир Дәүләтбай улы

(Басир Мәһәҙиев битенән йүнәлтелде)

Мәһәҙиев Басир Дәүләтбай улы (15 февраль 1933 йыл2 июнь 2014 йыл) — ғалим-геолог, геология-минералогия фәндәре кандитаты (1974), БАССР-ҙың атҡаҙанған геологы (1986), СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).

Басир Мәһәҙиев
Тыуған көнө

15 февраль 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы Абҙан ауылы

Вафат көнө

2 июнь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (81 йәш)

Вафат урыны

Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

геология

Альма-матер

Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын институты

Ғилми дәрәжәһе

Геология һәм минералогия фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

Академик

Награда һәм премиялары
Халыҡтар Дуҫлығы ордены
СССР Дәүләт премияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Басир Дәүләтбай улы Мәһәҙиев 1933 йылдың 15 февралендә БАССР-ҙың Ейәнсура районы Абҙан ауылында тыуған. 1956 йылда Мәскәүҙә М. И. Калинин исемендәге төҫлө металдар һәм алтын институтын тамамлай. 1956—1978 йылдарҙа Силәбе һәм Свердловск өлкәләрендә, Әбйәлил районында геология-разведка партияларында, Өфөлә тематик партия геологы, өлкән геологы, партия начальнигы, 1978—1992 йылдарҙа «Башкиргеология» берекмәһенең генераль директор урынбаҫары, баш геологы булып эшләй. 1992—1997 йылдарҙа Башҡортостандың Геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе була.

Басир Мәһәҙиев Башҡортостан Республикаһының геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендәге закондар системаһын әҙерләү, дәүләт сәйәсәтен булдырыу һәм камиллаштырыу эшенә тос өлөш индерә.

100-гә якын ғилми хеҙмәт авторы. Тынғыһыҙ һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн уға «Башҡортостандың атҡаҙанған геологы» тигән маҡтаулы исем бирелә. 1980 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһы, 1986 йылда Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнә.

2014 йылдың 2 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була. Ейәнсура районының Абҙан ауылы зыяратында ерләнгән.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Рудные и нерудные месторождения Республики Башкортостан //Отечественная геология. — 1997. №7.
  • Уралымдың ғәжәп төҫтәре. Таштар донъяһы=Многоцветье моего Урала. Мир камня=Wonderful colours of my Urals. The stone world. — Уфа, 2004.
  • Ғаилә календары. 2012 йыл. Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, 2011 йыл. — ISBN 978-5-295-05271-2

Һылтанмалар

үҙгәртергә