Банкс (утрау)
Банкс (Бэнкс, Банкс утрауҙары[1], ингл. Banks Island) — Канаданың Төньяҡ-Көнбайыш биләмәләренең Инувик административ төбәгендә урынлашҡан утрау.
Банкс | |
ингл. Banks Island | |
Кем хөрмәтенә аталған | Джозеф Бэнкс[d] |
---|---|
Донъя ҡитғаһы | Төньяҡ Америка |
Дәүләт | Канада |
Административ үҙәк | Сакс-Харбор[d] |
Административ-территориаль берәмек | Төньяҡ-Көнбайыш Территориялары[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC−7[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Төньяҡ Боҙло океан |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Канаданың Арктика архипелагы |
Халыҡ һаны | 122 кеше |
Асыу датаһы | 1820 |
Оҙонлоҡ | 380 km |
Киңлек | 290 km |
Майҙан | 70 028 км² |
Банкс Викимилектә |
Канада Арктик архипелагындағы утрауҙарҙан иң ҙуры. Башҡаларына ҡарағанда көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Географияһы
үҙгәртергәТөньяҡ-Көнбайыш биләмәләренең Инувик төбәгенә ҡараған Банкс утрауы Канада Арктика архипелагында иң көнбайышы булып тора[2].
Көнбайышта ярҙарын Бофорт диңгеҙе йыуа. Төньяҡта —Мак-Клур боғаҙы менән Принс-Патрик һәм Мелвилл утрауҙарынан, көнсығышта —Принц Уэльский боғаҙы менән Виктория утрауынан һәм көньяҡта Канаданан Амундсен ҡултығы менән айырыла[3].
Утрауҙың оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа табан 400 км- ға етә. Киңлеге 180 км-ҙан 290 км-ға тиклем.
Майҙаны —70 028 км². Ҙурлығы буйынса Канадала бишенсе һәм донъяла 24-се урында торған утрау.
Яр буйы һыҙатының дөйөм оҙонлоғо — 1920 км[4].
Ҙур ҡултыҡтар — Де Сали (көньяҡ-көнсығышта), Тисиджер (көньяҡ-көнбайышта), Бернет һәм Сторкерсон (көнбайышта).
Уның ситке нөктәләре: төньяҡ-көнбайышта — Принс-Альфред мороно, көньяҡ-көнбайышта — Келлетт мороно, көньяҡта — Ламтон мороно, көнсығышта — Рассел мороно һәм төньяҡта Ротсли мороно.
Топографик яҡтан Банкс өс зонаға бүленә — көньяҡтағы һәм төньяҡтағы яйла, улар араһында утрауҙың уйһыу үҙәк өлөшө урынлашҡан.
Төньяҡ яйла диңгеҙ ситендә текә ҡая булып тамамлана (бейеклеге 335 м етә[5]). Ләкин көнсығыш өлөшө йыуылыуға дусар булған, һәм убалы уйһыулыҡтар менән сиратлашып, ярайһы уҡ текә рәүештә утрау үҙәгенә табан төшә.
Үҙәк Банкстың ҡалған өлөшө башлыса яҫы. Өҫтө боҙлоҡ ҡатламдары менән көпләнгән. Ҡарлы айҙарҙа беленмәй ятҡан киң йылға үҙәндәре һәм һирәк осраған тәпәш убалары бар[6]. Төп боҙлоҡ әүҙемлеге булған уйһыулыҡтың көнсығышында күп һанлы күлдәр бар
Уйһыулыҡтың төп боҙлоҡ әүҙемлеге үткән көнсығышында күп һанлы күлдәр һәм друмлиндарға оҡшаш һырттар бар[7]. Өсөнсөл дәүерге һәм тәүге плейстоцен осоро ҡомдарынан һәм ҡырсынташтарынан торған көнбайыш яр буйы тигеҙлегендә боҙ ятҡылыҡтары юҡ[8].
Көньяҡ яҫы таулыҡ үҙәк уйһыулыҡтан Масик йылғаһы менән айырыла, ул көнсығыш яр буйында башлана һәм көнбайышта ҡултыҡҡа ҡоя. Утрауҙың көньяҡ өлөшө вулкан һәм ултырма тоҡомдарҙан тора[9]. Утрауҙың көньяҡ-көнбайышында ла, көньяҡ-көнсығышында ла бейек ҡаялар бар. Көньяҡ-көнсығышта ҡаялар һары, аҡ һәм ҡыҙыл кварциттарҙан тора. Көньяҡ-көнбайыш кембрий алды тоҡомдарынан тора, улар утрауҙың башҡа өлөшөнә ҡарағанда 325 миллион йәшкә өлкәнерәк — төньяҡ яҫы таулыҡ эзбизташтан тора). Банкстың был өлөшөндә бейеклеге 425 м булған Нельсон-Хед ҡаялары урынлашҡан, ә үҙәк өлөшөндәге уйһыулыҡтар башлыса һуңғы протерозой тоҡомдарынан барлыҡҡа килә[10]. Уның иң юғары нөктәһе — Дарем-Хайтс түбәһе лә утрауҙың ситендә урынлашҡан (Британия энциклопедияһына ярашлы, диңгеҙ кимәленән бейеклеге 760 метр[11], Канада энциклопедияһына ярашлы — 730 метр, альпинистарға арналғанPeakbagger сайты уны 724 м[12] тип баһалай).
Утрауҙарҙың иң ҙур йылғалары — Биг, Бернард һәм Томсен — Банкстың көньяҡ-көнсығышында башлана һәм уның түбәнге үҙәк өлөшө буйлап аға. Томсен — Канаданың каноэла ағыу мөмкинлеге булған иң төньяҡ йылғаһы — милли парк аша Олавик милли паркы аша аға. Биг-Ривер һәм Бернард йылғалары көнбайышҡа — Төньяҡ Боҙло океанға, Томсен йылғаһы төньяҡҡа Мак-Клур боғаҙына аға.
Төньяҡ яйла аҫтында таҙа булмаған ҡаты күмер ҡатламдары ята. Йомшаҡ күмер Мерси ҡултығы янында табылған. Шулай уҡ мезозой һәм өсөнсөл ултырма тоҡомдарҙа уран ятҡылыҡтары булыуы күҙ уңында тотола; Банкстың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә алмас эҙләү алып барыла[13].
Бофорт диңгеҙе йыуған утрауҙың төньяҡ-көнбайыш ярында климат түбән арктик, Банкстың үҙәк өлөшөндә үҙәк арктик булараҡ характерлана. Бофорт диңгеҙе яры буйында йәйге һәм көҙ башында уртаса йыллыҡ температура −14 °C; ҡышын уртаса температура −29 °C, йәй 1 °C. Банкс биләмәһенең күпселек өлөшөндә температура диапазоны киңерәк — ҡышҡыһын −30-ҙан йәйгеһен 2 градусҡа тиклем (уртаса йыллыҡ температура −16 градус). Яуым-төшөмдөң уртаса күләме — йылына 100—200 мм[14][15].
Экология
үҙгәртергәБанкс утрауы Төньяҡ Американың ике экологик төбәгендә — Арктика яр буйы тундраһында[16] һәм поляр тундрала урынлашҡан[17].
Көнбайыш яр буйы тигеҙлеге майҙанының дүрттән бер өлөшөнән алып өстән бер өлөшөнә тиклем һәм үҙәк төбәк территорияһының байтаҡ өлөшөн һаҙлы ерҙәр — башлыса уйпат һаҙлыҡтар, һай һыулы шишмәләр һәм диңгеҙ яры буйындағы һаҙлыҡтар — тәшкил итә. Тупраҡтың өҫкө ҡатламы аҫтында миҡдары юғары булған мәңгелек туңлыҡтың тәрән ҡатламы ята[18][19].
Банкста ағастар үҫмәй, утрауҙа иң бейек үҫемлек — арктик тал, ул һирәкләп кеше тубығы бейеклегенә етә, ғәҙәттә 10 сантиметрҙан юғары түгел. Утрауҙың үҫемлек япмаһы нигеҙен мүктәр, тәпәш үләндәр һәм ҡыуаҡлыҡтар, шул иҫәптән таштишәр, поляр мәк, күрәндәрҙең төрлө төрҙәре, кобрезийҙар һ.б. тәшкил итә[20][21].
Утрауҙа һарыҡ-үгеҙҙәр таралған[22]. Таймыр өсөн уларҙың тәүге партияһын Канада зоологтары 1974 йылда Банкста тота. Бында уларҙың иҫәбе 1989 йылда — 35 меңгә, 2001 йылда 70 меңгә тиерлек еткән, ләкин Еrysipelothrix rhusiopathiae бактерияһы тыуҙырған йоғошло ауырыу арҡаһында яҡынса 70 процентҡа кәмей[23]. Аҡ төлкөләр киң таралған. Банкстың башҡа имеҙеүселәре — арктик ҡуяндар, бүреләр, леммингтар, аҫ, аҡ айыуҙар[24]; һирәкләп гризли осрай. Банкс янындағы диңгеҙ һыуҙарында белуха, гренландия киттары, тюлендәр һәм морждар ғәҙәти күренеш[25]. Сакс, Де-Сали һәм Томсен йылғаларының түбәнге ағымында арктик еҙмыйыҡ, шулай уҡ Томсен йылғаһында күл сабағы, терпе балыҡ бар[26].
Ҡоштарҙан аҡ өкө һәм башҡа йыртҡыстар (шул иҫәптән сапсан һәм йомағара), диңгеҙ һәм һыуҙа йөҙөүсе төрҙәр бар[27]. Эггг йылғаһының Биг йылғаһына ҡойған урынында ваҡ аҡ ҡаҙ оялаған һәм үрсегән Көнбайыш Арктикалағы иң ҙур урын урынлашҡан. 1995 йылда бында ярты миллионға яҡын ҡош оя ҡорған — бөтә донъя аҡ ҡаҙ популяцияһының 10 проценты[28]. Утрауҙа күсмә ҡоштар өсөн ике ҡурсаулыҡ — Томсен йылғаһының түбәнге ағымында бәләкәйерәк (Олавик милли паркының бер өлөшө) һәм Сакс-Харбор тирәләй утрауҙың көньяҡ-көнбайыш сиреген биләгән ҙурыраҡ ҡурсаулыҡ урынлашҡан.
Тап ошонда донъяла тәүге тапҡыр аҡ һәм һоро айыу гибриды табылған.
Тарихы
үҙгәртергәАрхеологик табылдыҡтар Банкста кешенең кәм тигәндә һуңғы 3000 йыл дауамында булыуын күрһәтә. Тәүге артефакттар дорсет, һуңғылары туле һәм баҡыр инуиттар мәҙәниәттәренә ҡарай. Протоинуит мәҙәниәтенә ҡараған бина ҡалдыҡтары утрауҙа яҡынса 500 йыл элек даими тораҡ пункттар булыуын күрһәтә. Әммә европа сәйәхәтселәре бында килгәнгә тиклем (ике быуат самаһы элек), күрәһең, инуит һунарсылары күрше Виктория утрауынан Банксҡа йәйге айҙарҙа ғына килгәндер[29].
Европа поляр тикшеренеүселәре утрауҙы беренсе тапҡыр 1820 йылдың авгусында күрә, уны Мелвилл утрауынан Уильям Парри экспедицияһы ағзаһы Фредерик Бичи күҙәтә. Асылған ерҙе Парри Лондон король йәмғиәте президенты Джозеф Банкс исеме менән атай. 30 йылдан һуң, 1850 йылдың 7 сентябрендә, утрауҙың көньяҡ-көнбайыш осон Роберт Мак-Клур күҙәткән, ул уға Бэринг Ере (Адмиралтействоның беренсе лорды Френсис Бэринг хөрмәтенә) исеме бирә. Мак-Клур экспедицияһы 1850—1852 йылдарҙа утрауҙың бөтә яр буйҙарын тикшереп сыға, 1851/52 йылдарҙа уның төньяҡ ярының Мерси ҡултығында ҡышлауға туҡтала. Әммә 1852 йылда боҙ шарттары арҡаһында утрауҙы ҡалдырып булмай, экспедиция унда икенсе ҡышҡа ҡала. 1853 йылдың апрелендә Генри Келлетт Мак-Клюр экипажына ярҙам итер өсөн Мелвилл утрауынан ҡотҡарыу төркөмөн ебәрә һәм шул уҡ йылдың 3 июнендә ҡышлаусыларҙы Банкс утрауынан алалар. Мак-Клурҙың Investigator карабы ҡултыҡта ҡалдырыла һәм артабанғы бер нисә тиҫтә йыл дауамында (1890 йылға тиклем) Виктория утрауы инуиттарына ағас һәм металл сығанағы булып хеҙмәт итә[30].
1900 йылдар башында Банкс утрауына Арктика архипелагының күрше утрауҙарынан бер нисә диңгеҙ экспедицияһы һәм тикшеренеү партиялары санала килә; утрауҙың эске райондарын күләмле тикшереүҙе 1915 йылдың йәйендә Вильялмур Стефанссон экспедицияһы үткәрә. 1949 йылда Норвегия экспедицияһы тарафынан мөһим ботаник, геологик һәм географик күҙәтеүҙәр башҡарыла, ә 1952—1953 йылдарҙа Томас Маннинг Банкс ярын ентекле рәүештә картаға төшөрөргә тырыша[31].
1920-се йылдар аҙағында утрауҙа Маккензи дельтаһы инуит ғаиләләре ҡышлай башлай. Улар аҡ төлкө кәсебе менән шөғөлләнә һәм йәйгеһен тире һатыу өсөн материкка ҡайта. Уларҙы ҡышлатыу урындарының береһе ул утруҙың көньяҡ-көнбайышында Стефанссон экспедицияһы судноһы хөрмәтенә аталған Сакс ҡултығы була. 1953 йылда был урында Канаданың Король атлы полицияһы посы булдырыла, тиҙҙән уның тирәләй даими рәүештә инуиттарҙың Сакс-Харбор торамаһы барлыҡҡа килә. 1954 йылдан Сакс бухтаһында метеорологик һәм радио станциялар эшләй башлай; тағы ла бер станция Джонсон морононда урынлашҡан[32].
Халҡы
үҙгәртергәСакс-Харбор, йәки Икхуак, Банкс утрауындағы берҙән-бер даими торама пункт булып ҡала. Бынан тыш, бында ваҡыты-ваҡыты менән трапперҙар йәшәй. 2016 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Сакс-Харборҙа 103 кеше йәшәгән — 2011 йыл менән сағыштырғанда, был 8 процентҡа кәмегән[33].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Канадский Арктический архипелаг // Арктическая энциклопедия / ответственный редактор Лукин Ю. Ф.. — М.: Паулсен, 2017. — Т. 1. — С. 43. — ISBN 978-5-98797-163-5.
- ↑ Banks Island (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 24 февраль 2020.
- ↑ William James Mills. Banks Island // Exploring Polar Frontiers: A Historical Encyclopedia. — 2003. — P. 60. — ISBN 1-57607-422-6.
- ↑ List of Islands (ингл.). The Atlas of Canada. Natural Resourced Canada. Архивировано из оригинала 22 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 22 ғинуар архивланған.
- ↑ Banks Island (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 24 февраль 2020.
- ↑ Banks Island (ингл.). Canadian Polar Environments. Дата обращения: 24 апрель 2020. Архивировано из оригинала 8 ноябрь 2016 года. 2016 йыл 8 ноябрь архивланған.
- ↑ Ecoregions of Canada: Banks Island lowland (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 27 апрель 2020.
- ↑ Ecoregions of Canada: Banks Island coastal plain (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 27 апрель 2020.
- ↑ Banks Island (ингл.). Canadian Polar Environments. Дата обращения: 24 апрель 2020. Архивировано из оригинала 8 ноябрь 2016 года. 2016 йыл 8 ноябрь архивланған.
- ↑ Ecoregions of Canada: Banks Island lowland (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 27 апрель 2020.
- ↑ Banks Island (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 24 февраль 2020.
- ↑ Durham Heights, Northwest Territories (ингл.). Peakbagger.com. Дата обращения: 24 апрель 2020. Архивировано 18 февраль 2021 года.
- ↑ Rose Ragsdale. Rio Tinto seeks diamonds in high Arctic (ингл.). Mining News (26 июнь 2011). Дата обращения: 28 апрель 2020. Архивировано 21 апрель 2022 года.
- ↑ Ecoregions of Canada: Banks Island lowland (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 27 апрель 2020.
- ↑ Ecoregions of Canada: Banks Island coastal plain (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 27 апрель 2020.
- ↑ Arctic Coastal Tundra (ингл.). World Wildlife Fund. Дата обращения: 27 апрель 2020. Архивировано 18 сентябрь 2020 года.
- ↑ Middle Arctic Tundra (ингл.). World Wildlife Fund. Дата обращения: 27 апрель 2020. Архивировано 22 сентябрь 2020 года.
- ↑ Ecoregions of Canada: Banks Island lowland (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 27 апрель 2020.
- ↑ Ecoregions of Canada: Banks Island coastal plain (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 27 апрель 2020.
- ↑ Ecoregions of Canada: Banks Island lowland (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 27 апрель 2020.
- ↑ Ecoregions of Canada: Banks Island coastal plain (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 27 апрель 2020.
- ↑ Arctic Coastal Tundra (ингл.). World Wildlife Fund. Дата обращения: 27 апрель 2020. Архивировано 18 сентябрь 2020 года.
- ↑ Banks Island Migratory Bird Sanctuary No. 2 (ингл.). Government of Canada. Дата обращения: 27 апрель 2020. Архивировано 20 май 2020 года.
- ↑ Ecoregions of Canada: Banks Island lowland (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 27 апрель 2020.
- ↑ Ecoregions of Canada: Banks Island coastal plain (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 27 апрель 2020.
- ↑ S. A. Stephenson. Fishes of the Thomsen River, Banks Island, Northwest Territories (инг.). — Winnipeg, MB: Fisheries and Oceans Canada, Freshwater Institute, Central and Arctic Region, 2010. — P. v.
- ↑ Ecoregions of Canada: Banks Island coastal plain (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 27 апрель 2020.
- ↑ Banks Island Migratory Bird Sanctuary (ингл.). BirdLife International. Дата обращения: 27 апрель 2020.
- ↑ William James Mills. Banks Island // Exploring Polar Frontiers: A Historical Encyclopedia. — 2003. — P. 60. — ISBN 1-57607-422-6.
- ↑ William James Mills. Banks Island // Exploring Polar Frontiers: A Historical Encyclopedia. — 2003. — P. 60. — ISBN 1-57607-422-6.
- ↑ William James Mills. Banks Island // Exploring Polar Frontiers: A Historical Encyclopedia. — 2003. — P. 60. — ISBN 1-57607-422-6.
- ↑ William James Mills. Banks Island // Exploring Polar Frontiers: A Historical Encyclopedia. — 2003. — P. 60. — ISBN 1-57607-422-6.
- ↑ Census Profile, 2016 Census: Sachs Harbour, Hamlet, Northwest Territories (ингл.). Statistics Canada (9 август 2019). Дата обращения: 28 апрель 2020. Архивировано 28 июнь 2019 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Canada. Banks Island, д Canadian Significance of Natural Area. Canadian area significance of Natural. Ottawa: Canada Parks, 1978.
- Cotter, c. r., and J. Hines E.. 2001. «Banks Island of on Brant Breeding Biology, Northwest Territories, Canada». Arctic. 54: 357—366.
- Gajewski, K, R Mott, J Ritchie, and K Hadden. 2000. «History of Holocene Banks Vegetation Island, Territories Northwest, Canada». Canadian Journal of Botany. 78: 430—436.
- Holyoak, D. T. Notes on the Island of Southwestern Banks Birds, Northwest Territories, Canada. Bulletin of the British Ornithologists' Club, Vol.103,No.2, June. 1983.
- Manning, T. H., O. Höhn E., h. a. and Macpherson. Island of The Birds Banks. 1956.
- Stephens, L. E., L. Sobczak W., and s. e. Wainwright. Gravity on Banks Measurements Island, N. t w.. Map Gravity series, no. 150. Ottawa: Dept. of Energy, and Mines Resources, Physics Branch Earth, 1972.
- Struzik, Ed. 2000. «THERE 84,000 AND THEN WERE The Return of Musk-Oxen Arctic ' s in Just One to a Mystery of Decades Beguiling Recent Chapter Is Canada’Banks Island». International Wildlife. 30, no. 1: 28.
- Will, T. Richard Copper Century by Island of Banks Muskoxen Utilization Nineteenth Inuit. [L S..]: Northern for Institute Boreal Studies, 1983.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Исторические места Северо-Западного прохода
- Карта Северо-Западного прохода . Архивировано из оригинала 3 март 2007 года. 2007 йыл 3 март архивланған.
- Остров Банкс на civilization.ca