Бофорт диңгеҙе (ингл. Beaufort Sea, франц. mer de Beaufort) — Төньяҡ Боҙло океан диңгеҙе.

Бофорт диңгеҙе
УрынлашыуыТөньяҡ Боҙло океан 
Майҙаны476 000 км²
Иң ҙур тәрәнлек4683 м
Уртаса тәрәнлек1004 м
Канада
Точка
Бофорт диңгеҙе
Бофорт диңгеҙенең яҡынса сиктәре. Ҡара күк сектор — Канада һәм АҠШ араһындағы бәхәсле акватория.
Бофорт диңгеҙенең яҡынса сиктәре. Ҡара күк сектор — Канада һәм АҠШ араһындағы бәхәсле акватория.
 Бофорт диңгеҙе Викимилектә

География

үҙгәртергә

Диңгеҙ Канаданың — Төньяҡ-Көнбайыш территориялары һәм Юкон территорияһы, АҠШ-тың Аляска штаты төньяҡ яр буйҙарын йыуа. Бофорт диңгеҙенә Канада Арктик архипелагының көнбайыш өлөшө йәнәш ята. Диңгеҙҙең төньяҡ-көнбайыш сиктәре тип Барроу (Аляска) моронан Лендс Энд моронона (Принс-Патрик утрауы) тиклемге һыҙыҡ иҫәпләнә. Көнсығышта Банкс утрауы менән сиктәш[1].

Диңгеҙ майҙаны яҡынса 476 000 км². 1826 йылда поляр тикшеренеүсе Джон Франклин британ гидрографы һәм адмиралы Фрэнсис Бофортҡа арнап диңгеҙгә уның исемен бирә[2].

Диңгеҙ ағымдары циклональ әйләнеш барлыҡҡа килтерәләр. Диңгеҙгә ҙур Маккензи йылғаһы, һәм шулай уҡ уртаса оҙонлоҡтағы йылғалар (Андерсон, Кугалук, Конгакут, Хулахула, Сагаваниркток, Иткиллик, Колвилл, Икпикпук) һәм бихисап ваҡ шишмәләр һыуҙарын ҡоя. Маккензи йылғаһы күп кенә ваҡ утрауҙарҙан һәм һайлыҡтарҙан торған оло дельта барлыҡҡа килтереп Маккензи ҡултығына ҡоя. Бофорт диңгеҙенең иң ҙур утрауҙары — Хершель (11 км²) һәм Бартер (8 км²) Маккензи йылғаһы тамағынан көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Бофорт диңгеҙенең бухталары һәм ҡултыҡтары: Диз, Смит, Гаррисон, Прадо, Камден. Заливы: Маккензи, Кугмаллик, Ливерпул, Амундсен.

Тоҙлолоғо 28—32 ‰. Һыу температураһы февралдә 0°С-тан түбән һәм августа 4°С-ҡа тиклем.

Йылдың күп өлөшөндә Бофорт диңгеҙенең бөтә акваторияһы тиерлек боҙ аҫтында була, тик августта ғына боҙлоҡ яр буйынан 50 — 100 км-ға алыҫая. Төньяҡ өлөшө даими боҙлоҡтар менән ҡапланған[3].

2006 йылға ҡарата Бофорт диңгеҙе буйлап сик буйынса АҠШ һәм Канада араһында бәхәс бар.

Тәбиғәт байлыҡтары

үҙгәртергә

Диңгеҙҙең төп тәбиғи байлыҡтары булып шельфтәге нефть ятҡылыҡтары булып тора. 1986 йылда диңгеҙҙә тәүге нефть сығарыусы платформа асыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә