Байғужа (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Байғужа — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимологияһы
үҙгәртергәБайғужа — бай һәм ғужа (хужа) һүҙҙәре ҡушылып яһалған исем.[1] Фарсы теленән бай әфәнде, хужа, изге хужа тигән мәғәнәләрҙе аңлата[2].
Байғужа исеменән Байғужин (Байгузин) фамилиялары барлыҡҡа килә.
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәСәйетғәлин Байғужа Сәйетғәле улы (? 1904 йыл — 4 ғинуар 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яуггиры, майор, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы комиссары, командиры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Фамилияла
үҙгәртергәБайғужин Һөйөндөк Садиҡ улы (1939 йыл — 2000 йыл), хеҙмәт алдынғыһы. 1955—1999 йылдарҙа Хәйбулла районының Аҡъяр совхозы тракторсыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы.
Байғужин Марат Ғариф улы (1964 йыл — ?) — Афғанстан Республикаһында интернациональ бурысын үтәгәндә вафат булып ҡалған Көйөргәҙе районы егете.
Ауылдар
үҙгәртергәБайғужа (Яңауыл районы) — Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районындағы ауыл.
Байғужа (Ишембай районы) (рус. Байгузино) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл.
Байғужа (рус. Байгужино) — Башҡортостандың Йылайыр районындағы ауыл.
Байғужа улусы — Өфө губернаһының Бөрө өйәҙендәге территориаль улус.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Таңһылыу Күсимова. 2018 йыл 16 май [https://web.archive.org/web/20180516203613/http://bashklip.ru/site/kitap/isembashklip_ru.pdf архивланған. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре 2021 йыл 5 октябрь архивланған.. — Өфө, 2006.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |