Байғужа улусы
Байғужа улусы — Өфө губернаһының Бөрө өйәҙендәге территориаль улус.
Байғужа улусы | |
Нигеҙләү датаһы | 1866 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе |
Административ үҙәк | Байғужа |
Административ-территориаль берәмек | Бөрө өйәҙе |
Халыҡ һаны | 26 134 кеше |
Тарихы
үҙгәртергә1866 йылда ҡан-ҡәрҙәш башҡорттарҙың Уран улусы биләмәһенең бер өлөшөндә ойошторолған. 1896 йылда улус IV станға инә һәм 39 ауылды, 2 айырылып күсеп ултырған яңы ауылды, бер яңы барлыҡҡа килгән ауылды, шулай уҡ 27 тирмәнде (шул иҫәптән Шмельковтың), һәм Дубовова утарын үҙ эсенә ала. Шиңгәнкүл ауылы, Аҡылбай һәм Ушъятау бүленеп сыҡҡан ауылдары, яңы барлыҡҡа килгән Актау ауылы һәм 2 тирмән Пермь губернаһының Уҫы өйәҙе биләмәһендә урынлашҡан булалар һәм һуңғараҡ Уҫы өйәҙенә индерелә[1]. Әмзебаш ауылы шулай уҡ Калегинск улусы составына тапшырыла.
1912 йылда улус ун бер ауыл йәмғиәтенән тора[2]:
- Айбүләк (Айбүләк, Гөтбөр, Султый),
- Бәҙрәш (Бәҙрәш, Кесеҡор, Киҫәкҡайын, Ҡызылъяр, Иҫке Артауыл, Тартар, Янбарис),
- Иванаево (Яңауыл, Иванаево, Эткенә, Костин, Яңғыҙнарат),
- Истәк (Ахтиял, Исмәт, Истәк, Көйөк, Юсыҡ),
- Можға (Кониг, Можга, Ноҡрат, Шудек),
- Иҫке Ҡоҙаш (Ҡомалаҡ, Иҫке Ҡоҙаш),
- Иҫке Уръябаш (Ведресев, Яңы Уръя, Яңы Уръябаш, Иҫке Уръя, Иҫке Уръябаш).
1914 йылда Яңауыл станцияһы яны ҡасаба барлыҡҡа килә (һуңыраҡ Яңауыл һәм Иванаево ауылдарын үҙ эсенә ала һәм район үҙәге булып китә). Шул уҡ осорҙа Ҡарман станция ҡасабаһы үҫеп сыға.
1920 йылда йорт буйынса иҫәпләү мәғлүмәттәре буйынса улуста 26134 кеше иҫәпләнә, шуларҙан 13522 (51,7 %) башҡорт, 8226 (31,5 %) типтәр, 2031 мари, 1121 удмурт, 790 урыҫ һәм 444 башҡа милләт кешеһе була[3]. Шулай уҡ 29 кеше килмешәк халыҡ (хеҙмәткәрҙәр, йәшәүселәр) булған.
1922 йылда улус Бөрө кантоны составына инә. 1926 йылға ҡарата уның бөтә тиерлек тораҡ пункттары эреләтелгән Яңауыл улусы составында була[4], хәҙер Яңауыл районы составындалар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Полный список населенных мест Уфимской губернии. — Типография Губернского Правления: Уфимский Губернский Статистический Комитет, 1896. — 537 с.
- ↑ Крестьянское хозяйство Уфимской губернии: Подворная перепись 1912-1913 гг. / Стат. отд. Уфим. губ. управы. — Уфа, 1914. — С. 1102—1117. — 1846 с.
- ↑ М. И. Роднов. Население Уфимской губернии по переписи 1920 года: этнический состав. — М.: Институт этнологии и антропологии РАН, 2014. — С. 35—38. — 178 с. — ISBN 978-5-4211-0106-2.
- ↑ Населённые пункты Башкортостана. Часть III, Башреспублика, 1926 / А. А. Хисматуллин. — Уфа: Китап, 2002. — С. 105—107. — 400 с. — ISBN 5-295-03091-1.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Полный список населенных мест Уфимской губернии
- [Крестьянское хозяйство Уфимской губернии: Подворная перепись 1912-1913 гг.] / Стат. отд. Уфим. губ. управы. — Уфа, 1914. — С. 1102—1117. — 1846 с.
- НАСЕЛЕНИЕ УФИМСКОЙ ГУБЕРНИИ ПО ПЕРЕПИСИ 1920 ГОДА:ЭТНИЧЕСКИЙ СОСТАВ (Бирский, Златоустовский и другие уезды) — М.: Институт этнологии и антропологии РАН, 2014. — С. 35—38. — 178 с. — ISBN 978-5-4211-0106-2.
- [Населённые пункты Башкортостана. Часть III, Башреспублика, 1926] / А. А. Хисматуллин. — Уфа: Китап, 2002. — С. 105—107. — 400 с. — ISBN 5-295-03091-1.