Байрамсылау

Башҡорт халҡының дини йолаһы

Байрамсылау[1], әйселәү[2] - Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәрендә бала-сағаның өйҙән-өйгә йөрөп күстәнәс йыйыуы, байрам ашы ашауы.

Байрамсылау
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
 Байрамсылау Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Ураҙа, Ҡорбан ғәйетендә байрам менән ҡотлап, байрамсылау-әйселәүгә йәмәғәт менән әҙерләнәләр. Балалар ғөсөлләнә, таҙа, яңы кейемдәр кейә. Ололар иртәнән бешеренә - "таба еҫе" сығара, өйөн байрамса йыйыштыра, алдан тәм-томдар алып ҡуя. Балалар өйҙән-өйгә йөрөгәндә: "Ураҙағыҙ ҡабул булһын", Ҡорбан ғәйетендә "Ҡорбанығыҙ ҡабул булһын, сауаптарын насип ҡылһын", тип теләктәр әйтәләр. Көтөп торған хужа-хужабикәләр "Әмин" тип, алғыштар әйтеп, тәм-том, күстәнәс биреп сығара. Йыйылған тәм-томдан бала-саға өсөн табын ҡорорға була, өйҙәгеләр менән ашап-эсһә лә була.

"Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" китабынан өҙөк

үҙгәртергә

Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" тигән китабында уҙған быуаттың беренсе яртыһында ауылда Ҡорбан байрамын тасуирлаған:

Ҡорбан ғәйетенә барыусылар, туҡталып тәкбир әйтә-әйтә, Түбән осҡа мәсет яғына үтеп китте. Минең атайым да сығып уларға ҡушылды.

Иртәнге, сәй ғәйеттән һуң эселә. Беҙҙә бөгөн тары тәбикмәге бешкән. Оло инәйемдең ҡулы тейһә, унан майҙар тамып торасаҡ. Ниндәй һәйбәт нәмә — байрам!

Яны ыштандың бер кеҫәһенә көнбағыш, бер кеҫәһенә кипкән муйыл тултырып, мин ҡапҡа төбөнә сығып баҫтым. Ауыл өҫтөндә һеләгәйҙе ағыҙырлыҡ тәм аңҡый, һәр кем хәлдән килгәнсә, таба ҡыҙҙыра. Йыл буйы «һыйыр ағы» инмәгән — ҡатыҡ-һөт затын беҙ шулай тибеҙ — өйҙәрҙә лә бөгөн үҙенә күрә шыж-быж сыға. Берәүҙәр тәбикмәк, икенселәр ҡоймаҡ, өсөнсөләр ҡыҫтыбый, дүртенселәр май күмәсе бешерә. Бер аҙҙан, был еңел-елпе аштарҙың еҫе таралып бөтөр-бөтмәҫ үк, һауаға бешкән ит еҫе күтәреләсәк. Бына шул саҡта инде һин күкрәк тултырып һулыш алыуҙың ысын тәмен татыйһың.[3]

Ғәрәптәрҙә байрамсылау

үҙгәртергә
 
Ҡарҡиғән

Башлыса Фарсы ҡултығындағы ғәрәп дәүләттәрендә йылына ике тапҡыр үткәрелә. Мосолман календары буйынса шәғбан һәм рамаҙан айҙарының 15-се төнөндә, балалар йоласа кейемдәрен кейеп, милли ғәрәп йырҙарын йырлай-йырлай, сәтләүек, кәнфит, тәм-том алыу өсөн күршенән-күршегә байрамсылап йөрөүе Ҡарҡиғән йолаһы тип атала.

Уларҙа был йоланың килеп сығышы Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең рамаҙан айының 15-се көнөндә донъяға килгән ейәне Хәсән ибн Алиҙың тыуыуы менән бәйле. Сабыйҙың әсәһе Фатима Зәһрә төҫлө шәкәр шаҡмаҡтары таратҡан. Мөхәммәт Пәйғәмбәр балаларҙы тәмлекәстәр, финик һәм йөҙөм емештәре менән һыйлаған[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, "Русский язык", 1993. - 1-се том,108-се бит— ISBN 5-200-01108-6
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, "Русский язык", 1993. - 2-се том, 742-се бит — ISBN 5-200-01108-6
  3. Мостай Кәрим. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ
  4. القرقاعون: البحرين تحيي ليلة النصف من رمضان, Al Wasat (20 ноябрь 2002). 3 февраль 2013 тикшерелгән.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, "Русский язык", 1993. - 1-се том,108-се бит— ISBN 5-200-01108-6
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, "Русский язык", 1993. - 2-се том, 742-се бит — ISBN 5-200-01108-6