Викидатала элемент юҡ

Байназар — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла

Этимологияһы

үҙгәртергә

Байназар башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән — бай + назар (уй, иғтибар; ярҙам); иғтибарлы, ярҙамсыл бай (хужа), изге назар тигәнде аңлата[1]

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Байназар (тархан) — Златоуст өйәҙе Мырҙалар волосы (хәҙерге Салауат районы Арҡауыл ауыл советы биләмәһе) тарханы, Айҙар Байыҡ сәсәндең атаһы.

Фамилияла

үҙгәртергә

Байназаров Ғәлиулла Хәйрулла улы (1919 — 20. 08. 1943), 112-се кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой.

Байназаров Булат Байназар улы (1902 йыл (башҡа сығанаҡтар буйынса 1923 йыл — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец (башҡа сығанаҡтар буйынса сержант).

Байназаров Баязит Рәмзи улы — 1980 йылдың 17 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының Яумбай ауылында тыуған. 1997 йылда Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалына вокал сәнғәте класына уҡырға инә. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Камил Абдрахман улы Вәлиевта уҡый. Беренсе курсты тамамлағандан һуң, 1998 йылда Сибай дәүләт филармонияһына артист-вокалсы булып урынлаша. 2001 йылда училищены тамамлай. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009г.)

Байназар (рус. Байназарово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл.

Байназар (рус. Байназарово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округындағы бөткән ауыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ