Байназаров Булат Байназар улы
Байназаров Булат Байназар улы (1902 йыл (башҡа сығанаҡтар буйынса 1923 йыл[1]) — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец (башҡа сығанаҡтар буйынса сержант[2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкы отделениеһы командиры[2].
Байназаров Булат Байназар улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1902 |
Тыуған урыны |
Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы Баймаҡ районы, СССР |
Дата исчезновения человека | 10 июль 1942 |
Ерләнгән урыны | Икенсе Тербуны |
Хәрби звание | Сержант һәм командир отделения[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәБулат Байназар улы Байназаров 1902 йылда (башҡа сығанаҡтар буйынса 1923 йылда) Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Түбәнге Мәмбәт ауылында (хәҙерге ваҡытта бөткән ауыл) тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына БАССР-ҙың Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырылған. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкы яугиры (башҡа сығанаҡтар буйынса элемтәселәр отделениеһы командиры[2]). Байназаров Булат Байназар улы буйынса документтарҙа төрлөлөк күҙәтелә: Тербуны туғанлыҡ ҡәберендә ерләнгән яугирҙар исемлегендә Байназаров Булат Байназар улы 1942 йылдың 7 июлендә хәбәрһеҙ юғалған, сержант, элемтәселәр отделениеһы командиры, 1923 йылғы, Баймаҡ районы Яңы Мәмбәт (Үрге Мәмбәт, булһа кәрәк) ауылынан, тип яҙылған[1].
Хәтер
үҙгәртергә1949—1950 йылдарҙа Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында Башкавдивизияның 246 яугиры туғанлыҡ ҡәберендә ерләнә. Ҡәберлек өҫтөндә таш һәйкәл — дүрт ҡырлы киҫелгән пирамида ҡуйыла. 1961 йылдың 2 майынын 11 майына тиклем обелиск янында теҙ сүккән яугир скульптураһы ҡуйыла[3]. 2018 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт милли-мәҙәни «Аҡ тирмә» төркөмө (Мәскәү) башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ҡәберлектәге һәйкәл яңыртыла: гипсобетон статуя урынында Урал оҫталары ижад иткән бронза һалдат фигураһы ҡалҡа, яңы обелискиҙа дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙылды[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Cписок потерь. Тербуны
- Байназаров Булат Байназарович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)
- Байназаров Булат Байназарович. Донесение о безвозвратных потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)