Байназаров Баязит Рәмзи улы
Байназаров Баязит Рәмзи улы (17 ғинуар 1980 йыл) — йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009).
Байназаров Баязит Рәмзи улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 ғинуар 1980 (44 йәш) |
Тыуған урыны | Яуымбай, Байназар ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | йырсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәБаязит Рәмзи улы Байназаров 1980 йылдың 17 ғинуарында БАССР-ҙың Бөрйән районының Яуымбай ауылында тыуған. Яуымбай, Байназар мәктәптәрендә уҡый.
1997 йылда Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалына вокал сәнғәте класына уҡырға инә. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Камил Абдрахман улы Вәлиевта уҡый. Беренсе курсты тамамлағандан һуң, 1998 йылда Сибай дәүләт филармонияһына артист-вокалсы булып урынлаша. 2001 йылда училищены тамамлай. 2013 йылдан Сибай концерт-театраль берекмәһе артисы.
Баязит Байназаровтың репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары («Ҡара юрға», «Ҡыр ҡаҙҙары», «Ирәндек бөркөтө» һ.б.), композиторҙар Риф Арсланов, Х. Дәүләтов, Юлай Үҙәнбаев, Зөһрә Фәйзуллина, И. Яхин һәм үҙе ижад иткән йырҙар бар.
Ул «Аҡмулланың аҡ юлдары буйлап» (2006), «Йөрәктәрҙә ҡалдың йыр булып» (Ш. Бабичҡа арнала) (2009) концерт-театр тамашаларында төп ролдәрҙе башҡара.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009)[1]
- Уралым («Минең Уралым») Төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар фестивалендә Гран-при (Өфө, 2000)
- Башҡорт йыр башҡарыусыларының «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсы лауреаты (Сибай, 1998, 2004)
- «Гәлсәр һандуғас» телевизион музыкаль конкурсы лауреаты (Өфө, 2004)
- И. Дилмөхәмәтов исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты (Туймазы, 1998, Йылайыр районы, 2003)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Баязит Байназаров башҡарыуында йырҙар[2]
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.